Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
5 Декабрь 2022, 12:35

Ни өсөн гранат ашарға кәрәк?

1. Гемоглобинды күтәрә. Гранаттың иң билдәле үҙенсәлеге – анемияға ҡаршы көрәшеүе. Аҙ ҡанлылыҡтан ике ай буйы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда, бер аҙ һыу ҡушып, яртышар стакан гранат һуты эсергә кәңәш ителә.2. Ҡан баҫымын төшөрә. Гранат төштәре гипертониктарҙың ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. Ә киптерелгән ярыларын сәйгә ҡушып эскәндә, нервы системаһын тыныс­ландыра, хәүеф тойғоһон баҫа һәм төнгө йоҡоно яйға һала.3. Гормондарҙың әүҙемлеген күтәрә. Гранаттың һөйәктәрендә организмдағы гормондар балансын тергеҙеүсе май бар. Шунлыҡтан уның һөйәктәрен төкөрөргә түгел, ә ашарға кәрәк. Айырыуса күрем ауырттырып килгән ваҡытта ҡатын-ҡыҙға файҙаһы ҙур.

Ни өсөн гранат ашарға кәрәк?
Ни өсөн гранат ашарға кәрәк?


4. Ауыҙҙы һәм тамаҡты дезинфекциялай. Гранат ҡабығының төнәт­мәһен йәки һутын ангина йә фарингит булғанда – тамаҡты, гингивит менән стоматиттан ауыҙҙы сайҡатыу өсөн ҡулланалар. Ундағы дубиль матдәләр ауыртыуҙы баҫа, органик кислоталар инфекцияны үлтерә.
5. Инсулинды алмаштыра. Гранат­тың емеше – диабетиктарға файҙалы булған иң һирәк тәмлекәстәрҙең береһе. Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда 60 тамсы һутын эсергә кәңәш ителә. 3-сө көнөнә ҡандағы шәкәр кимәле һиҙелерлек кәмей.
6. Радиацияны сығара. Юғары радиация зонаһында йәшәүсе һәм эшләүсе һәр кем өсөн уның һуты файҙалы.
7. Тирене сәләмәтләндерә. Тирегеҙ майлы һәм һытҡы сығып, эренләп яфалаймы? Еңелсә ҡыҙҙырылған ҡабығын төйөп, аҡ май йә зәйтүн майы ҡушып бутағыҙ. Уны һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм аҙнаһына ике тапҡыр тирегә һөртөгөҙ. Ә киптерелгән ҡабығының онтағы менән янған, һыҙырылған һәм ярылған урындарҙы дауалау яҡшы һөҙөмтә бирә.
8. Организмдағы селәүсендәрҙе ҡыуа. Бешкән гранат ҡабығында селәүсендәргә ҡаршы тороусы көслө матдәләр була. Уларҙан ҡотолоу өсөн 40 – 50 г ваҡланған ҡабығын 6 сәғәт 400 мл һалҡын һыуҙа төнәтергә кәрәк, һуңынан талғын утта һыуының яртыһы ҡайнап бөткәнсе тоторға. Ҡалғанын һөҙөп алып, бер сәғәттә әҙ-әҙләп эсергә. Тағы бер сәғәт үтеүгә эсте йомшартыусы дарыу эсергә һәм 4 – 5 сәғәттән һуң клизма эшләргә.
9. Диареяны туҡтата. Гранаттың ҡабығы һәм емеше ҡатырғыс, йәбеш­тергес үҙенсәлеккә эйә, шунлыҡтан уны эс китеүгә ҡаршы ҡулланалар. Ололарға ҡабығын киптереп, он хәленә еткәнсе тарттырып, көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң бер семтем ҡабырға кәрәк. Балаларға иһә яңы һығылған һутына яртылаш һыу ҡушып бирергә мөмкин.
10. Ялҡынһыныуҙы баҫа. Бөйөр, бауыр, ҡолаҡ, күҙ, быуындар һәм гинекология органдарының ялҡынһы­ныуынан гранат ҡабығы төнәтмәһе ярҙам итә. Ул ошолай әҙерләнә: ике ҡалаҡ ваҡланған гранат ҡабығына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, кәстрүл эсенә банка менән ултыртып, 30 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп, тәүге хәленә еткәнсе ҡайнаған һыу ҡушып бутарға. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 50 мл эсергә.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: