АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
18 Июнь 2022, 16:50

Сәләмәтлек һағында торалар

Медицина хеҙмәткәрҙәренең иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен барыбыҙ ҙа белә. Улар--тотош кешелектең сәләмәтлеген хәстәрләүсе изге күңелле йәндәр. Баймаҡ районының Таулыҡай фельдшер-акушерлыҡ пунктында үҙ эшен яратып башҡарған тәжрибәле ханымдар эшләй. 27 йыл һаулыҡ һағында тороусы беренсе категориялы фельдшер Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы Исхаҡова әйтеүенсә, улар Үрге Таулыҡай һәм Түбәнге Таулыҡай ауылдарын хеҙмәтләндерә. Унда 950 кеше, шул иҫәптән 156 бала иҫәпләнә.

Сәләмәтлек һағында торалар
Сәләмәтлек һағында торалар

-3 йәшкә тиклемге балаларҙың һаны 62-гә етте. Был айҙа ғына өс бала тыуҙы,--тип һөйөнә фельдшер. Йөклө ҡатындарҙы 35 йыл эш тәжрибәһе булған юғары категориялы акушерка Рәмзиә Ишбулды ҡыҙы Исмәғилова ҡабул итә.

Юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә медицина хеҙмәткәрҙәре йыл да диспанцеризация үткәрә, прививкалар яһай, хроник сирҙәре булғандарға айырым ихтибар бүлә, рецепттар яҙа, район дауаханаһына йүнәлтмә бирә. Әйткәндәй, был төбәктә коронавирус сире менән ауырыусылар күп булған. 100 процент халыҡ прививка эшләтеп кенә был яман зәхмәтте еңә алған. Аҡ халатлы ханымдарға ауыл халҡы ҙур ихтирам һәм ышаныс менән ҡарай. Хеҙмәттәре бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дауаланыусыларҙың ауыҙынан сыҡҡан «Рәхмәт» һүҙҙәре иң ҙур награда булып тора.

Альбина Таһирова.

Автор:Гульдар Кадаева