АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
27 Май 2022, 12:15

Тотороҡло эшләйҙәр

Сибай концерт-театр берекмәһендә «Газпром трансгаз Өфө» магистраль газ үткәргестәре йәмғиәтенең Сибай линия-производство идаралығы үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Тантаналы шарттарҙа үткән сарала Урал аръяғын тотороҡло газ менән тәьмин итеүсе идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә дан йырланды. «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте һәм Сибай линия-производство идаралығы, беренсел профсоюз ойошмаһы етәкселеге тармаҡ ветерандарын, бөгөнгө көндә намыҫлы хеҙмәте менән предприятие ҡеүәтен арттырған хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотланы. Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре лә ҡотлауҙарға ихлас ҡушылды.

Тотороҡло эшләйҙәр
Тотороҡло эшләйҙәр

«Газпром трансгаз Өфө» магистраль газ үткәргестәре йәмғиәтенең иң йәш Сибай линия-производство идаралығына Урал аръяғының газ үткәргестәрен һәм газ бүлеү станцияларын хеҙмәтләндереү бурысы йөкмәтелгән. Предприятиеның Сибай идаралығына Стәрлетамаҡ газ үткәргесе магистраленә ҡараған Үрге Әүжән авария-ремонт пункты һәм Хәйбулла районының Аҡъяр газ хеҙмәте лә ҡушылған.

Филиал төбәккә тәбиғи газ үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтә. 1998 йылдың йәйендә дөйөм оҙонлоғо 110 саҡрым тәшкил иткән Белорет-Учалы газ үткәргесе сафҡа инә. Шул уҡ йылдың декабрендә Баймаҡ-Юлдыбай һыҙаты һуҙыла. Хәйбулла районы ауылдары тулыһынса газ менән тәьмин ителеп, 850 саҡрым ҡасаба-ара һәм ауыл эстәренә газ торбалары үткәрелә. 1999 йылда зәңгәр яғыулыҡ Йылайырға ла барып етә. Ошо рәүешле республиканың барлыҡ төбәктәре Рәсәй газ тәьминәте берҙәм системаһына тоташа. Әлеге көндә В.Путиндың бөтә төбәктәрҙе лә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу указына ярашлы эш алып баралар.

«Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов һәм Сибай линия-производство идаралығы начальнигы Рифат Ниғмәтуллин эштәрендә уңыштарға өлгәшкән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Почет грамоталары тапшырҙы.

Тотороҡло эшләйҙәр
Тотороҡло эшләйҙәр
Автор:Гульдар Кадаева