Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
11 Ғинуар 2022, 11:40

Алтын ҡуллы төҙөүсе

Аҫылбикә Әбдисова 15 йәштән совхозда эшләй башлай: быҙау ҡарай, һыйыр һауа. Ата-әсәһенә үҙенән бәләкәс 10 бер туған һеңлеләрен, ҡустыһын үҫтерешергә ярҙам итә. 1975 йылда тырыш ҡыҙ Сибай ҡалаһының 1-се төҙөлөш идаралығына эшкә төшә. Данлыҡлы төҙөүсе Әбүбәкир Рәсүлев бригадаһында башта стропальщик була, унан ташсы һөнәрен үҙләштерә. Таусылар ҡалаһы гөрләп төҙөлгән мәлдә уларҙың идаралығы торлаҡ йорттар һала, социаль объекттар күтәрә. Аҫылбикә Ғатаулла ҡыҙы яратҡан һөнәренә 30 йыл тоғро ҡалды, йәшләй юлыҡҡан бригадаһынан бер ҡайҙа ла китмәй, шул бер урында көс түкте. 40 йыл хеҙмәт стажы туплап, ташламалы рәүештә 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡһа ла 3 йыл эшләүен дауам итте, ҡала ситендәге Газпром йәмғиәте төҙөлөшөндә баштан аҙағынаса ҡатнашты.

Алтын ҡуллы төҙөүсе
Алтын ҡуллы төҙөүсе

Еребеҙгә шаулап-гөрләп Яңы йыл килгәндә, әйләнә-тирә сафлыҡҡа, аҡлыҡҡа төрөнгән мәлдә беҙҙең ғаиләлә оло юбилей--Сибай ҡалаһынан Аҫылбикә Ғатаулла ҡыҙы Әбдисоваға 70 йәш тулды. Ҡәҙерлебеҙ Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылында Ғатаулла Мортаза улы һәм Гөлнур Хәбибрәхмән ҡыҙы Хисаметдиновтарҙың баш балаһы булып 1952 йылдың 1 ғинурарында донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш, эшкә шәп була ул. 15 йәштән совхозда эш башлай: быҙау ҡарай, һыйыр һауа. Ата-әсәһенә үҙенән бәләкәс 10 бер туған һеңлеләрен, ҡустыһын үҫтерешергә ярҙам итә. 1975 йылда тырыш ҡыҙ Сибай ҡалаһының 1-се төҙөлөш идаралығына эшкә төшә. Данлыҡлы төҙөүсе Әбүбәкир Рәсүлев бригадаһында башта стропальщик була, унан ташсы һөнәрен үҙләштерә. Таусылар ҡалаһы гөрләп төҙөлгән мәлдә уларҙың идаралығы торлаҡ йорттар һала, социаль объекттар күтәрә. Аҫылбикә Ғатаулла ҡыҙы яратҡан һөнәренә 30 йыл тоғро ҡалды, йәшләй юлыҡҡан бригадаһынан бер ҡайҙа ла китмәй, шул бер урында көс түкте. 40 йыл хеҙмәт стажы туплап, ташламалы рәүештә 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡһа ла 3 йыл эшләүен дауам итте, ҡала ситендәге Газпром йәмғиәте төҙөлөшөндә баштан аҙағынаса ҡатнашты. Ауыр хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, Башҡортостан Республикаһы Президиумының Почет грамотаһы менән баһаланды.

Алтын ҡуллы төҙөүсе күп ҡатлы өйҙәр, объекттар һалып ҡына ҡалманы, Арҡайым ҡасабаһында йортло ер участкаһы һатып алып, шуны тулыһынса эшләп инеп, хужалыҡ төҙөлөштәре күтәреп әлеге ваҡытта шунда рәхәтләнеп йәшәйбеҙ. Әсәйем мине—берҙән-бер ҡыҙын ел-ямғыр тигеҙмәй, иркәләп-наҙлап ҡына үҫтерҙе, уҡытты, эйәле-башлы итте. Әсәйемә атай-әсәһе, һеңлеләре, ҡустыһы һәр ваҡыт ярҙамсы булды. Әле лә туғандарыбыҙ менән ҡатышып, матур итеп донъя көтәбеҙ. Әсәйем дә Ғатаулла ҡартатайым кеүек 5 намаҙын ҡалдырмай уҡый. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт та аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Әсәйем кейәүе Рәмил, ейәне Айсар өсөн йәнен бирергә әҙер. Әйткәндәй, ошо осор беҙҙең ғаилә юбилейҙарға бай мәл, үрҙә әйтеүемсә, әсәйемә—70, ирем Рәмилгә—50, Айсар улыбыҙға 20 йәш. Ҡотлайым барыһын да! Ә ҡәҙерле әсәйемә иһә сикһеҙ рәхмәтемде белдереп тик изгелектәр теләйем. Әсәй! Һин булғанға тормошобоҙ гүзәл, донъябыҙ ҡотло, бәрәкәтле. Һинең фатихаң, тырышлығың менән, һинең ышығыңда муллыҡта, байлыҡта, бер ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәйбеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ошо бәхеттән мәхрүм итмәһен! Һау бул, оҙон-оҙаҡ, барыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йөҙ йәшкә ҡәҙәр йәшә! Беҙ һине яратабыҙ!

Иң иң теләктәр менән—ҡыҙың Миңһылыу.

 

Автор:Гульдар Кадаева