АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
17 Июль 2021, 09:54

Хеҙмәткә дан!

            Сибай ҡалаһына инер ергә ҙур, матур хәрефтәр менән “Таусылар хеҙмәтенә дан!”, тип яҙып ҡуйғандар. Барыбер кү-ңел ирәйеп китә шул һүҙҙәрҙе уҡығанда, тимәк ерҙә хеҙмәт төшөнсәһе йәшәй, һәм уны онотмағандар әлегә. Шулай бул­ғас яҡшыға юрарға ла урын бар. Һәр хәлдә шуға өмөт итәйек!      

Хеҙмәткә дан!
Хеҙмәткә дан!

       Командировкала саҡта, юл ыңғайы, элек миллионер булып та әлеге, иҡти­с­ади хәле, тәрән кө­рсөккә килеп терәлгән ху-жалыҡтың машиналар паркында һуғылдым. Дәһшәт­ле яу, аяу­һыҙ ҡыйралыш үткәндәй туҙырашып ятҡан техника һөлдәләре, кәйефте ҡырып, эсте бошороп ҡына ҡалманы, йәнде һипһендереп, һиҫкәндереп, көйҙөрөп ебәрҙе. Шул вайран килеп сәсрә-г­ән тимер-томор араһында йөрөп ятҡанда ҡарашым ҡоромло стенаға эленгән, буяғы уң­ып бөткән биш былтырғы саҡырыуға төртөлдө: “Хеҙмәткә дан!” Үҙ-үҙемә һо­рау бирҙем, элекке хеҙмәтте данлаймы был яҙыу иша­раты, әллә замана тыуҙырған ял-ҡаулыҡтымы? Элеккенелер, сөнки хәҙ­ерге ҡойто, фәҡәт күҙ бу­яуға ҡоролған илке-һалҡы көнитмеш, ана бит, күҙ алдында...

            Хәтирәләргә йыш бирелеү, йәнә өҙлөкһөҙ мыжыу ҡартайыу билдәһе, тигән ине бер таныш­ым, бәлки шулайҙыр ҙа, әммә бөгөнгө менән генә йәшәп, үткән осорҙағы яҡшы яҡтарҙы, ыңғай күренештәрҙе онотоу ҙа дөрөҫ түгелдер.

            Элек, асыҡлап әйткәндә социализм осоронда, хеҙмәткә ҡараш икенсерәк ине мин­еңсә, етдиерәк, ҡәтғиерәк һәм тал-ап­са­н­ыраҡ ине. Беҙҙе, ауыл малайҙарын 7-8 йәштән ат башына, күбә тарттырырға ултырт­тылар, 10-12 йәшкә етһәң тырма-ға күсәһең, ары косилкаға, быуындарың нығына төшһә салғы, йә кәбән һалырға өс саталы күкрәк һәнәген килтереп тотто-ралар. Ары силос өлгөрә, уныһы тамамланһа ашлығы; ҡыҙ-ҡырҡынды ырҙын табағына сығаралар, малайҙарҙы комбайнер ярҙамсыһы итәләр. Көндәр буйы ҡояшта ҡаҡланаһың, ҡулдарың һөйәлләнеп ҡата. 8-се класта уҡығанда бер ай буйы силос-ты траншеяларға һалып 28 һум алғаным оло бер тантана булып иҫтә ҡалған. Уны ла бүлексә хужаһы Салихйән ағай 1 сен-тябрь көнө линейка алдында конвертҡа һал­ып тапшырып китте. Был ҡылыҡты һуңғараҡ төшөндөм - ул шулай итеп хеҙмәтте ҡайғыртып, уның баһаһын, бәҫен арттырып, эшләгән кешене күтәрмәләп йөрөгән. Ҡыу­а­нысы­мдың сиге булманы шул саҡта, бер генә мәлгә мәктәптең иң бай кешеһенә әүерелдем. Мин генәме ни, йәйге каникул етһә тиҫтерҙәрем дә ҡул ҡаушырып тик ултыр­маны, йәшенә, мөмкинлектәренә ҡарап һәр береһенә тәғәйен мәшәҡәте, шө­ғөлө табыла торҙо. Миҙгелләп кенә тү-гел, йыл әйләнәһенә эштә үтте көнөбөҙ, ҡыш етһә кәртә-ҡура ти­рә­һе, мал бағыу, ихатаны ҡарҙан таҙартыу, алыҫтағы ҡоҙ-оҡтан һыу килтереү һәммәбеҙҙең елкәһендә ине. Шулай итеп хеҙмәт сыныҡтырҙы беҙҙең быуынды, хеҙмәт тәрбиәләне. Мә­ктәпкә барһаҡ Алексей Стахановты данлаған мәҡәлә­ләрҙе уҡыныҡ, өйрәндек. Ба­шҡортостанды байытҡан, бар иткән, данға күмгән Риза Яхин, Шәүәли Вәхитов, Эльвира Гулина, Банат Батырова, беҙҙең төбәктәге Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, ҡырсылыҡ бригадиры Ғилметдин Ҡырымғужин, агроном Ғиниәт Насыров, уҡытыусы Лира Ка­маловалар тел­дән төшмәне. Ҡыҙ-ғанысҡа ҡаршы улар хаҡында белмәй 21-се быуат ба­лалары, бе­лергә лә теләмәй. Хеҙмәт батырҙарының урындары ла түрҙә, тантаналы йыйылыштарҙың  Президиумы артында ине. Ошо-ндай эшһөйәр ке­шеләр­гә тиңләшеп үҫтек, уларҙан өл­гө алдыҡ. Хеҙмәтенә күрә хөрмәт тә күрһәтелде, алдын­ғыларға даими рәүештә шөһрәт танытма­ларын тапшырҙылар, орден-миҙалдар таҡ­ты­лар, ҡим­мәтле, затлы бүләктәр бир­ҙеләр. Орден, тигәндәй, ил Президенты үҙенең Указы менән “Хеҙмәт Герой”ын бул-дырҙы. Уйы һәм теләге изге. Тик кемгә бире­лер икән һуң ул юғары дәрәжә? Бәхәс юҡ, намыҫлыларға, егәрлеләргә, өлгөрҙә-ргә әле лә ҡырғын теймәгән. Тик хеҙмәт ҡаһармандары хаҡында бө­төнләй белмәйбеҙ бит, улар тураһында гәзиттәргә яҙмай-ҙар, радионан һөйләмәйҙәр, телевизорҙан күрһәтмәйҙәр, яңылыҡтар ҙа янғындарҙы, һыу баҫыуҙарҙы, үлтереш-ҡырылыш-тарҙы бәйән итеүҙән башлана. Күҙ алдында шоу-бизнестағы бер үк кешеләр һыны ялпылдай. Тураһын ғына әйткәндә шул шоу, шау-шыу менән башты ҡатырған­дарға ҡалып бара көнөбөҙ. Кәмитселәр көлдөрөп аҡса һуғалар, беҙҙең тамаҡты туйҙы-рырлыҡ, өҫтөбөҙҙө бөт­әйтерлек рәттәре юҡ. Ярай, 4-5 йыл тирәһе ауыҙ йырырбыҙ ҙа ул, һуңынан ас ҡорһаҡҡа көлгө лә ки-лмәй башлар. Герой исе­мен тос йоҙроҡло һуғыш суҡмары берәй боксерға бирә ҡал­һалар, урамға сыҡһаҡ унан үрнәк алған берәйһе һеңгәҙ­әтә һуғып ҡуймаҫмы икән, тип шөбһәләнә биреп тә ҡуям ҡайһы саҡ. Шикләнеүем бик тә урын­лы, сөнки зам-ана телевидениеһы өҙлөкһөҙ, ныҡышмал рәүештә баштағы ҡауаҡ менән кө­рәшә, ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың шәхси гигиенаһын ҡай­ғырта, көсләүҙе, талауҙы, урлауҙы, ҡан ҡойошто данлай, һуңғыларын пропагандалау һөҙөмтәһендә илдә енәйәт арта, нәфсе сиктәре йырылған уғрылыҡ көсәйә.

            Быйылғы абитуриенттарҙың ҡайһы уҡыу йорттарын һайлауҙары менән ҡы-ҙыҡ­һ­ындым: юрист, иҡтисадсы, бухгалтер, сауҙа бүлектәренә инергә теләүселәр бихисап булып сыҡты. Бик тә мәслихәт, ынтылыштары аңлашыла. Иллә шул уҡ ваҡ-ытта ау­ыл хужалығына, төҙөлөшкә барырға теләүселәр юҡ кимәлендә. Булған хәлдә лә ул һөн­әрҙәрҙе һуңғы сиратта оңҡот-ораҡтар һайлай. Һорау тыуа, юғары белемлеләр, отҡорҙар ошо йүнәлештәргә кәрәкмәйме икән ни?! Һис һүҙһеҙ кәрәк, тик әтнәкә шу­нда ул һөнәрҙәргә ҡәҙер һәм хөрмәт китте, физик хеҙмәт башҡарыусыларға йүнле эш хаҡын түләмәйҙәр. Беҙҙең заманда «Кем эшләмәй, шул ашамай!» әйтеме бик тә көнүҙәк, актуаль була торғайны. Эшләгән кеше хеҙмәтенә, тир түгеү-енә ҡарап лайыҡлы эш хаҡын алырға ла тейеш­тер бит.

      Бөгөнгө көндә иҡтисадсыларҙан (иҡтисадтың хәле үтә мөшкөл саҡта) бухгал­тер­ҙарҙан (аҡса юҡ заманда), юристарҙан (закондар үтәлмәгәндә) халыҡсан итеп әйткә­ндә быуа быуырлыҡ. Улар эш таба алмай йүгергеләйҙәр, йә йылы урын таба алмауға  һылтанып өйҙәрендә яталар. Һин дә түрә, мин дә түрә, атҡа бесән кем бирә, тиҙәр бит әле, шул осор килеп етте. Офиста компьютер артында, күләгәлә рәхәтләнергә ынтылыусылар ме­нән урам тулған, ә кем һуң бирелеп, ысын күңелдән йәмғиәт­кә хеҙмәт итер?

            Бер танышым һеңлеһенә эш урыны эҙләп шылтыратты. «Ниндәйерәк?», тинем ан­ыҡлап. “Ниндәй булһа ла бара!” Үтенгәстәре юҡ ваҡытымды бар итеп йыйыш­тырыусы эшен таптым; аҡсаһы ла арыу ғына, вазифаһы ла мәшәҡәтһеҙ, пред-прия­тиеның ко­ридорын иртәле-кисле йыуып сығарыу бар ауырлығы. Теге йәш ҡыҙға шылтырат­тым, ә ул үпкәләү генә тү-гел, яман сәсрәп асыуланып китте: “Һеҙ мине ке­мгә иҫәпләйһегеҙ, мин бит офиста хеҙмәт итергә теләйем!” Ул эшләргә йы-йынмай ҙа, ҡул ҡау­шырып, ҡағ­ыҙҙар ҡыштырҙатыу, техник тәнәфес һылтауы-нан көн оҙоно сәй һөр­пөлдәтеү бар хыялы, шу-ныһы ҡыҙ­ғаныс. Тәтәй ҡыҙ, була-саҡ әсә кейәүгә сыҡҡас та кер йыумай, өй йыйыштырмай, тамаҡ яраштырмай ғына көн ит-ергә йыйына микән ни?

       Әлеге мәлдә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән бер күренешкә аптырайһың, эш урындары етерлек, әммә шул уҡ ваҡытта эш-һеҙҙәр армияһы артҡандан-арта бара. Был һорауға юғарыла өлөшләтә яуап бирҙем дә инде - бөгөнгө йәштәр ҡулдарын быс-р­атмай һәм ҡабарсытмай ғына йәшәргә теләй. Өҫтәүенә нимәгә кәрәккән-кәрәк­м­әгәнгә йонсорға, тир түгергә, эшһеҙлек по-собиеһын ваҡытында һуңлатмай түләй­ҙәр ҙә. Бил бөкһәң дә шул аҡсаны алаһың, түбәгә төкөрөп ятһаң да минималка, тип аталған тәғәйен болоңдо кил­тереп тотторалар, айырма юҡ. Рәсәйҙә йыл башынан 4 миллион самаһы кеше эшһеҙлек буйын-са рәсми иҫәптә тора (ошо һанға ҡағыҙға тер­кә­лмәгәндәрен ҡушһаң эшһеҙлек әллә күпмегә артып китер ине.) Иманым кам-ил хеҙмәт көҫәүселәрҙең ярты­һынан күбе көрәк тоторға, физик хеҙмәт атҡарырға риза­лаш­маҫ ине, шулай булғас:”Офис хеҙ-мәтенә дан!” саҡырыуын тергеҙергә генә ҡала. Эшһеҙлек буйынса пособие тү­ләп халыҡты ялҡаулыҡҡа өйрәттеләр минең­сә, әҙәм балаһынан әрәмтамаҡ яһанылар. Бәлки мин хаталанамдыр ҙа, ни тиһәң дә һәр кемгә көнөнә өс-дүрт тапҡыр тәғәмлән-еү фарыз. Икенсе яҡтан ашарға теләһәң, эшләргә, ергә эйе­лер­гә лә кәрәк бит әле. Әүәле кеше сәбәпһеҙ өс көн эшкә сыҡ-маһа ауыл Советына саҡ­ырт­ырҙар ине, ары ла ыжламаһа уның менән махсус органдар шөғөлләнде. Әрәмтамаҡ, алыпһатар һүҙҙәре әрләнеүгә бәрәбәр ине, ғәрләндерә ине, хәҙер ни уларҙың урындары түрҙә.

            Иң йәнгә тейгәне тағы ла шул, ауыл хужалығында эшлә­гән­дәргә, күп ерҙәр-ҙә йылдар буйы бөтөнләй эш хаҡы түл-әмәйҙәр. Шуның өсөн дә ғаиләне аҫрарлыҡ аҡсаны ир-егеттәр сит тарафтарҙан эҙләр­гә мәжбүр. Фермер хужалығы етәксеһе вазифаһында эшләгән дуҫым үртәлеп һөйләп торҙо бый­ыл: “Йәй осоронда эшсе ҡулы етешмәгән­лек­тән бесән етештереү туҡтап ҡа­лғас сит ауылдарҙан ир-егеттәрҙе ялларға тура килде.  Мәшәҡәте шунда, уларға йоҡлап йөрөрлөк урын, туҡланыр ашхана хәстәрләргә лә кәрәк бит әле ” “Бынау хәт­л­ем ҙур ауылдың кеше-ләре ҡайҙа бул­ып бөткән?” “Эшкә һәләтлеләрҙең һәммәһе лә яҡындарын ҡалдырып Себерҙә йөрөй, ә бында арҡырыны буй­ға һалырлыҡ әҙәм тапмаҫһың” Бына һиңә мә, ысын ер хужалары солтан бу­лыр ерҙә олтанға ҡалып һөргөн тараф­тарында интегә, ә йүнһеҙлеккә баштарын һалған булдыҡһыҙ-ҙар билдәле әкиәттәге мейес башында ятҡан Емеля ише алма беш, ауыҙыма төш тип, араҡы, көмөшкә эҙләп өй беренсә тем-еҫкенә, эт һуғара. Бер ҡайтҡанымда бахмурҙан шаңҡып йөрөгән берәүҙе тап итеп тиргәп таш­л­аным: “Былайтып тинтерәгән-се ауыл көтөүен көтһәң аҡсалы ла, ҡышҡа етмәле аҙыҡлы ла булыр инең, белекһеҙ!” “Мейе ҡай­нап торған эҫелә һарыҡтар артынан эйәреп үксә ҡабартырға мине алйот тип беләһеңме әллә!”

            Бер абруйлы етәксенән һорарға йөрьәт иттем: “Эшһеҙлек ҡайҙан барлыҡҡа килә икән ул, йәнә ни сәбәптән көрсөккә килеп терәлдек?” Бик тә анһат яуапты ишеттем: “Беҙҙә генә түгел тотош Ер Шарында кризис бара!” Шуны әйтер инем, кри-зис тигән нимә иҡтисадта түгел, иң әүәл әҙәм башында ярала, шунан һуң ғына башҡа өлкәләргә күсә. Ҡағыҙ аҡса сығарып, тинлектәр һуғып ҡына байып булмай. Ун һум аҡса баҫҡанһың икән, һатып алырлыҡ ун һумлыҡ тауар ҙа етештерергә тейеш-һең. Был иҡтис­адтың үтә лә ябай формулаһы. Ә беҙ етештереү урынына Ҡытай аламаһын ҡырҡҡа әйләндереп әүеш-теүеш итәбеҙ (нис­ек тә көн итергә кәрәк бит.) Хеҙмәткә тейешле иғтибар булһа, эшенә ҡарап түл­әһәл­әр, белгес­тәрҙе сама белеп әҙерләһәләр эшһеҙ­лек тә булмаҫ ине, бәлки. Мәҫәлән йыл һайын меңәрләгән уҡытыусы диплом ала, шул уҡ ваҡытта улар билдәле сәбәптәр арҡаһында (эш хаҡы түбән) мәктәптә эшләргә теләмәй. Шулай булғас көнэлгәре эшһеҙҙәр сафын ишәйтә­беҙ түгелме?

       Беҙҙең ауылда әүәле Фазыйән ағай ҡырсылыҡ буйынса бригадир йөгөн тартты. Намыҫлы хеҙмәте “Хеҙмәт Ҡыҙыл Бай-раҡ”,“Почет билдәһе” ордендары, “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнде. Клубта ойошторолған киске уйынды таң атҡансы һуҙып йоҡлап, ҡырға сығырға һуңлап ҡалғандарҙы сыбыртҡы менән ялландырып ебәреүҙән дә тар­тынмай тор-ғайны. Туҡмалған үҫмерҙең ата-әсәләренең иҫтәре лә китмәй, бик тә урынлы эш­ләгәнһең әле, ти ҙә ҡуялар. Ә хәҙергеләр ҡырын ҡараған өсөн дә судлашып, тәмһе­ҙләшергә, төймәләй ҡытыршылыҡты дөйәләй ғауға­ға әйләндерергә әҙер. Ошо ерҙә төп теманан ситләшеп шуны өҫтәйем, бөгөнгө мәктәп балаларының фәҡәт хоҡуҡтары ғына бар, бер ниндәй бурыстары ла, үтәр йөкләмәләре лә юҡ, хеҙмәт дәрестәрендә лә шөғөлләнергә теләмәйҙәр. Ысын­лап әйтәм, шул Фазылйән ағайҙың һигеҙ-ҙән үрелгән ғәҙел сыбыртҡыһын һа­ғынам бөгөн.

       Беҙҙең ил Конституцияһына кеше хеҙмәткә хоҡуҡлы, тип яҙып ҡуйылған. Хаҡ ҡанун, әммә килешеп етмәйем, хеҙмәт хо-ҡуҡ ҡына түгел, ул һәр кем үтәр мөҡәддәс бурыс булырға тейеш. Хеҙмәт Чарльз Дарвин иҫбатлауынса маймылдан ике аяҡлы, аңлы кеше яһаған. Шул аңлы кеше ғү­мер баҡый ер һөрөп иген иккән, мал аҫраған, йорттар төҙөгән, әҙәм үтмәҫ шырлы­ҡтар аша юлдар һалған, бер-береһен физик яҡтан да, рухи яҡтан да дауа­лаған, ки­ләсәктә ошо донъя бөтөн килеш ҡалһын өсөн бала-лар тәрбиәләгән, ижад иткән, Йыһанға ос­ҡан, бер һүҙ менән генә әйткәндә хәләл тирен түккән. Һәр кем һә­ләтенә һәм мөмкинлектәренә ҡарап Ватаныбыҙға намыҫлы хеҙмәт итһә көнитме­шебеҙ ҙә бөтөн, йә­шәүебеҙ ҙә ҡотло һәм бәрәкәтле бул-ыр ине.

            Сибай ҡалаһына инер ергә ҙур, матур хәрефтәр менән “Таусылар хеҙмәтенә дан!”, тип яҙып ҡуйғандар. Барыбер кү-ңел ирәйеп китә шул һүҙҙәрҙе уҡығанда, тимәк ерҙә хеҙмәт төшөнсәһе йәшәй, һәм уны онотмағандар әлегә. Шулай бул­ғас яҡшыға юрарға ла урын бар. Һәр хәлдә шуға өмөт итәйек!      

Автор:Хайдар Тапаков