АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
21 Март 2021, 18:00

ИҢ ЯҠШЫЛАР РӘТЕНДӘ

Һеҙ һүрәттә күргән Алик Шәһәр улы Мәхийәновтың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ул сантехникала ғына түгел, иретеп йәбештереүгә лә маһир, һәр төрлө ҡул эштәрен дә күңелен биреп башҡара. Заказға тимер ҡапҡалар, бәүелсәк, өҫтәл, эскәмйәләр , мунса мейестәре яһай. Төҙөлөштө лә яҡшы белә. Йорттарҙы нигеҙенән алып эске биҙәлешенә ҡәҙәр үҙе атҡарып сыға. Егәрле булғаны өсөн дә ауыл-даштары уны ихтирам итә. Етмеш төрлө һөнәргә эйә Алик Мәхийәнов хәстәрлекле атай, ышаныслы тормош иптәше лә. Балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләгән ҡатыны Лилиә Юлдаш ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.мәҡәләнең тулы варианты сайтта.

Йылайыр районы хакимиәте етәкселеге торлаҡ-коммуналь тармағында иң яҡшы эшселәрҙе асыҡлау маҡсатында “Иң яҡшы электрик”, “Иң яҡшы сантехник” һөнәри конкурс иғлан иткәйне. Күптән түгел ярышҡа йомғаҡ яһалды һәм үҙ һөнәрҙәренең оҫталары билдәләнде.
Шулай итеп, Йылайыр районының иң яҡшы электригы булып Юлдыбай ауылынан Айрат Зөлҡәрнәев табылды. Икенсе урынды Йылайыр ауылынан Айнур Кинйәбаев яуланы. Өсөнсө урынға Дмитриевка ауылында производство ҡормалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән булышҡан Алексей Борисов сыҡты. “Йылайыр районының иң яҡшы сантехнигы” номинацияһында Йылайыр ауылынан Сергей Яковлев еңде. Ул электр монтажы, сантехника, ағас эштәре һәм йылытыу системаһы уҙғарыу менән булыша. Икенсе урынға Матрай ауылынан Алик Мәхийәнов өлгәшһә, өсөнсө урынды Йылайырҙан Дмитрий Кошелев алды.
Һеҙ һүрәттә күргән Алик Шәһәр улы Мәхийәновтың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ул сантехникала ғына түгел, иретеп йәбештереүгә лә маһир, һәр төрлө ҡул эштәрен дә күңелен биреп башҡара. Заказға тимер ҡапҡалар, бәүелсәк, өҫтәл, эскәмйәләр , мунса мейестәре яһай. Төҙөлөштө лә яҡшы белә. Йорттарҙы нигеҙенән алып эске биҙәлешенә ҡәҙәр үҙе атҡарып сыға. Егәрле булғаны өсөн дә ауыл-даштары уны ихтирам итә. Етмеш төрлө һөнәргә эйә Алик Мәхийәнов хәстәрлекле атай, ышаныслы тормош иптәше лә. Балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләгән ҡатыны Лилиә Юлдаш ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
—Ауылда йәшәп тә аҡса эшләп була. Интернетта эҙләнәм, видеолар ҡарап тимерҙән төрлө әйберҙәр яһарға өйрәнәм. Ауылдаштарҙан заказдар булып тора, эргә-тирәлә йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. Ғаиләм янында булыуыма, оҙон аҡса эҙләп ситкә йөрөмәүемә ҡыуанам,—ти Алик Шәһәр улы Мәхийәнов.
Ябай, әммә кәрәкле һөнәр эйәләренә артабанғы тормоштарында уңыштар, ҡот, бәрәкәт, ғаилә именлеге теләйбеҙ!