АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
3 Июнь 2020, 18:39

ИР ҠУЛЫНДА БАЛТА УЙНАЙ

Хакимиәт башлығы тырыш егетте үҙенә саҡыртып алып, эшҡыуар эшенә тотонорға тәҡдим итә. Йәштәр эшҡыуарҙар башланғысы өсөн 300 мең һум субсидия алып станоктар һатып ала һәм дәртләнеп эшкә тотона. Бөгөн Рәмил Сәғәҙәт улы ҙурыраҡ эштәр башҡара, ул күп ҡатлы йорттар өсөн баҫҡыстар, йыһаздар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе эшҡыуар Рәмил Сәғәҙәт улы Билаловтың ҡул эштәре менән таныш булмағандар бик һирәк. Эшҡыуар тәҡдим иткән семәрләп эшләнелгән баҫҡыстар, һандыҡтар, йорт йыһаздары, балалар майҙансыҡтары һәм тирмәләр үҙенсәлекле һәм эшләнеше яғынан сифатлы булыуы менән арбай.
Талантлы эшҡыуар Рәмил Билалов Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән. Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының Таш эшкәртеү бүлеген тамамлағас, Д.А.Девятов етәкләгән Ташты нәфис эшкәртеү ойошмаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Хәрби хеҙмәттән тыуған яҡтарын әйләнеп ҡайтҡас, егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ тигәндәй, үҙен бөтөнләй икенсе юҫыҡта һынап ҡарау өсөн Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында полиция бүлегенә эшкә урынлаша.
Тик тормош үҙенекен итә: буш ваҡытында тик ултырырға яратмаған Рәмил ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән мауығып китә. Уларҙы үҙе кеүек ижадҡа ғашиҡ кәләше Зәлифә биҙәүгә тотонғас, үҙҙәре өсөн бынанмын тигән йорт йыһаздары килеп сыға. Балта оҫтаһы ҡулдары менән булдырылған әйберҙәр күҙҙең яуын ғына алып ҡалмай, башҡалар иғтибарын да йәлеп итә. Хакимиәт башлығы тырыш егетте үҙенә саҡыртып алып, эшҡыуар эшенә тотонорға тәҡдим итә. Йәштәр эшҡыуарҙар башланғысы өсөн 300 мең һум субсидия алып станоктар һатып ала һәм дәртләнеп эшкә тотона. Бөгөн Рәмил Сәғәҙәт улы ҙурыраҡ эштәр башҡара, ул күп ҡатлы йорттар өсөн баҫҡыстар, йыһаздар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә.
—Оҫталыҡ нәҫелдән бирелгәндер, тип уйлайым. Атайым ғүмере буйы төҙөлөш бригадаһында эшләне, әсәйем яғынан ағайҙар ҙа балта оҫтаһы булды. Шуға күрә был эшкә тотоноу минең өсөн яңылыҡ түгел. Ҡатыным да дәртләндереп, илһамландырып хуплап ҡына тора. Әйткәндәй, ул да ижад кешеһе, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледждың Ташты эшкәртеү бүлеген тамамланы. Декрет ялында булғанда эшләнгән әйберҙәрҙе ул биҙәне. Сибайҙа уҙғарылған Бизнес һабантуйында бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, эштәребеҙҙе күрһәтә алдыҡ. Киләсәккә пландар бик ҙур, бының өсөн артабан тәжрибә тупларға, яңылыҡтар үҙләштерергә кәрәк.
—Эшҡыуарлыҡ эше алға китһен өсөн ниндәй башланғыс кәрәк?—тигән һорауға Рәмил Сәғәҙәт улы бик ябай ғына яуап ҡайтарҙы:
—Ул тырыштарҙы һәм маҡсатлыларҙы үҙ итә. Үҙ эшеңде башлау өсөн бер аҙ йыйылған капитал булыуы ла бик мөһим. Сөнки аудиторияңды йыйып алғансы еңел түгел, кредит алып эш башлаусыларҙың аҙымын хупламайым. Шулай уҡ үҙ эшеңә баһа һәм хаҡ ҡуя белеү мөһим.
Рәмил менән Зәлифә Билаловтар Аҡъяр ауылында күркәм йорт төҙөп ингән. Тырыш ғаиләлә ике бала үҫеп килә: ҡыҙҙары Яҙгөл 3-сө класта уҡый, бәләкәстәре Илһамға—5 йәш. Рәмил Сәғәҙәт улы балаларының да киләсәктә эшҡыуарлыҡты дауам итерҙәренә өмөт итеп, ҡанатланып эшләй. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа йүнсел, тырыш йәштәргә тик уңыштар теләп ҡалабыҙ.