АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
29 Май 2020, 19:07

ҺӨНӘРЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ!

Май айының һуңғы йомаһында иретеп йәбештереүселәр көнө билдәләнә. Был һөнәргә эйә булыусыларҙы телгә алмау, ауыр хеҙмәтен баһаламау яҙыҡ булыр ине. Һуңғы арала хеҙмәт баҙары эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә уларҙың абруйын күтәреү мөһим. Иретеп-йәбештереүселәрҙең эш хаҡын арттырыу, эштәрен еңелләштереү маҡсатында яңы технологиялар ҡулланышҡа индерелә. Мәҡәләбеҙҙең бөгөнгө геройы Марат Рәшит улы Вәхитов иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәй.

Май айының һуңғы йомаһында иретеп йәбештереүселәр көнө билдәләнә. Был һөнәргә эйә булыусыларҙы телгә алмау, ауыр хеҙмәтен баһаламау яҙыҡ булыр ине. Һуңғы арала хеҙмәт баҙары эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә уларҙың абруйын күтәреү мөһим. Иретеп йәбештереүселәрҙең эш хаҡын арттырыу, эштәрен еңелләштереү маҡсатында яңы технологиялар ҡулланышҡа индерелә.
Мәҡәләбеҙҙең бөгөнгө геройы Марат Рәшит улы Вәхитов эшсе һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәй. Ниндәй генә ойошмала эшләһә лә тырышлығы һәм егәрлеге менән хеҙмәттәштәре араһында үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ ихтирам яулай. Ысынлап та, алтын ҡуллы Марат Рәшит улы иретеп йәбештереүгә бар күңелен һалып тотона. Ни тиһәң дә 20 йылдан ашыу ғүмерен тап ошо һөнәргә бағышлаған ул.
Сибай ҡалаһының 8-се урта мәктәбен тамалағас, төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға инә. Бында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергәс, ил алдында хәрби бурысын үтәп ҡайта. Унан һуң иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, Сибай махсус эштәр идаралығында хеҙмәт юлын башлай. Үҙ-үҙенә талапасан, һәр эште етди башҡарып сыҡҡан егеттең хеҙмәтен етәкселәр юғары баһалай. Шулай итеп, Башҡорт шахта төҙөү идаралығына иретеп йәбештереүсе итеп эшкә саҡырыла. Бында Марат Рәшит улы 15 йылға яҡын яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт итә.
—Ҡушылғанды һәр ваҡыт үҙем ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп башҡарҙым. Иретеп йәбештереү эше иплелек, тыныслыҡ, үҙ-үҙеңә талапсанлыҡты талап итә. Был үҙенә күрә ижад, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын. Сөнки эштең эстәлеге ниндәйҙер металды иретеп йәбештереүҙән генә тормай, уның йөйҙәре ҡалмаһын өсөн дә ярайһы ғына тырышырға кәрәк. Шахта төҙөү эшендә 20 йылға яҡын эшләһәм дә бер ваҡытта ла һөнәремде алмаштырыу тураһында уйлағаным булманы. Бөгөнгө көндә Певек ҡалаһында шахта төҙөү ойошмаһындамын—ти Марат Рәшит улы.
Марат ағай тормош иптәше Миңһылыу Айытбай ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Регина Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап дарыуханала провизор булып эшләй. Ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Рим исемле ул үҫтерәләр. Улдары Артур иһә Өфө нефть-техник университетының икенсе курсы студенты.
“Һайлаған һөнәрем тормошомда бик урынлы булды”,—ти тырыш хеҙмәткәр. Үҙ ҡулдары менән күркәм йорт төҙөп ингәндәр, ундағы һәр эште—нигеҙ һалыуҙан башлап һыу, йылылыҡ үткәреү, биҙәү эштәренә тиклем үҙ ҡулдары менән башҡарған. Марат Рәшит улы һөнәр һайлау алдында торған йәштәргә лә үҙ теләктәрен еткерҙе:
—Уйлап эш итегеҙ. Күңел нимә теләгәнен дә тыңлай белегеҙ. Балаларымдан юғары белем алыуҙарын талап иттем, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам иттек. Шуға күрә буласаҡ һөнәрегеҙҙе һайлар алдынан яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Йөрөгән таш шымара, тигәндәй тормош ҡороу, үҙ һөнәреңдә үҫешеү, тәжрибә туплау өсөн алған белем генә етмәй, тырышлыҡ һәм талапсанлыҡ, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләү кәрәк.
Форсаттан файҙаланып, иретеп йәбештереүселәр көнө менән хеҙмәттәштәремде ихлас күңелдән ҡотлайым. Ауыр эшегеҙҙә уңыштар, иң мөһиме һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Алыҫ Певек ҡалаһынан ҙур сәләмдәр ебәрәм!