Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
16 Май 2020, 23:35

Фашистарҙы ҡырған ул

Баш күтәрерлек тә әмәл юҡ. Бөтә ерҙә лә снайперҙар эшләй. Атылып үлгән, яраланған һалдаттарҙы йыйып алырлыҡ та булманы. Шунда ятып ҡалдылар. Һыу эргәлә генә, ә көндөҙ унда барырлыҡ түгел, төндә барғандарҙың һирәге генә кире әйләнеп килә. Эх, тамаҡтың кибеүҙәре...

Беҙҙең ҡартатайыбыҙ Нотфулла Мөхәммәт улы Абдуллин 1923 йылдың 10 ноябрендә Баймаҡ районы, Байыш ауылында тыуған. Ҡустыһы Хәйрулла, ҡарындашы Хәфизә һәм ул бик иртә атайһыҙ тороп ҡала. Тырыш, егәрле ҡартатайым бер ваҡытта ла бирешмәй. 4 класты тамамлағас, өҫ-баш кейемдәре, бер туйғансы ашарлыҡ аҙыҡтары булмағанлыҡтан, әсәһенә ярҙам булһын тип, эшкә сығып китә. Төрлө эштәрҙә йөрөй: бесән саба, мал көтә. Ҙурая килә, ауылда бесән, бойҙай ташыуҙа ярҙамлаша. Яҙҙан башлап сәсеү эштәрендә, бесән сабыуҙа йөрөй, көҙөн башаҡ урырға сыға. Шулай итеп әсәһенә, туғандарына ярҙам итә.
Һуғыш башланғанда уға 18 йәш кенә була. Уны 1941 йылдың көҙөндә Өфөнөң хәрби хеҙмәткә алыу пунктына саҡырталар. Комиссия үткәс, туп-тура Сталинград фронтына ебәрелә. Ҡартатайым Сталинград ҡалаһы өсөн барған ҡыҙыу алыш эсенә эләгә. Немец самолеттары, артиллерияһы бер туҡтауһыҙ снарядтар яуҙырғанға күрә ҡалала бер имен өй ҡалмаған, йәшенерлек тә, ышыҡ урын да булмай сыға.
«Ҡала халҡы подвалдарҙа ғына һаҡланып ултыра. Беҙҙекеләргә алмашҡа һалдаттар килеп торҙо, әммә ҡола асыҡ ҡалған ҡалала ышыҡланыр урын булмағанға күрә ҡырылып торҙолар. Шулай ҙа бирешергә теләмәнек: окоптарҙы, ҡыуыштарҙы, фашистарҙы ҡырыр өсөн, уларға яҡыныраҡ ҡаҙып эшләргә тырыштыҡ. Шул ваҡытта улар үҙҙәренә эләкмәһен тип, бомба аттырыуҙы кәметә торғайны. Баш күтәрерлек тә әмәл юҡ. Бөтә ерҙә лә снайперҙар эшләй. Атылып үлгән, яраланған һалдаттарҙы йыйып алырлыҡ та булманы. Шунда ятып ҡалдылар. Һыу эргәлә генә, ә көндөҙ унда барырлыҡ түгел, төндә барғандарҙың һирәге генә кире әйләнеп килә. Эх, тамаҡтың кибеүҙәре. Хатта тере йөрөгәнебеҙгә лә ышанмай башланыҡ. Тыуған яҡтарға кире ҡайтыуға өмөт һүнде. Шулай итеп, 1942 йылдың йәйенә килеп еттек. Сталинград өлкәһенең Иловлинский районы Түбәнге Чирский ауылында оборонала ятҡанда ҡаты һөжүм булды. Бомба яуҙыра башланылар. Траншеяла инем, эргәмдә генә ҡаты шартлау булды. Ныҡ һуғылды. Бер ниндәй ауыртыу ҙа һиҙмәй ҡалдым, күҙҙәрем ҡараңғыланып китте. Тупраҡҡа күмелдем. Иҫемде юғалтҡанмын. Ныҡ ауыртыуҙан уянып китһәм, госпиталдә ятам. Уң ҡулым юҡ. Контузия булған. Ҡолаҡ ишетмәй, һаман аңлап етмәйем. Иҫем юғала ла, тағы иҫкә киләм. Госпиталгә килгәндә документтарым булмаған», -тип һөйләй торғайны ҡартатайым.
Был ваҡытта уның тыуған ауылына “Хәбәрһеҙ юғалған”, тип хат ебәргәндәр. Ошо хәбәрҙән һуң, уның әсәһе Фатима ауырып түшәккә ята, күп тә үтмәй мәрхүмә булып ҡала. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, һуғышҡа яраҡһыҙ булғанға күрә 1943 йылдың ҡышында Нотфулла Мөхәммәт улын ауылға ҡайтаралар.
Яралар яйлап төҙәлә, һыңар ҡулға ла күнегә. Хәленән килгәнсә Байыш ауыл хужалығында төрлө эштәрҙә йөрөй. Бер ҡулға көс төшһә лә, һыҙланһа ла түҙә ул.
Ҡартатайым, Нотфулла Мөхәммәт улы 1946 йылда ҡартәсәйем Рәзифә Ғәбит ҡыҙы Байышеваға өйләнә. Ҡартәсәйем – тыл ветераны. Һуғыш осоронда бер килке ҡыҙҙар менән уны Йолалы ауылына торф ҡырҡырға ебәрәләр. Унан һуң Баймаҡта заводта эшләй. Ауылда ир-егеттәр етешмәгәнлектән, ҡартәсәйемде Самарскийға тракторист курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡып ҡайтҡас, ҡартәсәйем Каримова Ынйыбикә, Заһиҙуллина Яңылбикә һәм башҡа йәш кенә ҡыҙҙар менән ауылда тракторист булып эшләйҙәр.
Ҡартәсәйем дә һуғыштың бар аянысын иңендә үткәргән: уның 5 ағаһының береһе лә әйләнеп ҡайтмаған. Атаһы репрессияға эләгә, бөтә мөлкәтен, малын, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын тартып алалар. Ҡартәсәйемә 18 йәш булғанда әсәһе мәрхүмә булып ҡала. Шулай итеп, һуғыш осоронда ҡартәсәйем яңғыҙы ғына тороп ҡала.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйем бергәләп, ауырлыҡтарға бирешмәй ауылда донъя көтәләр. Оҫта, эшһөйәр ҡартатайым өй һала, таштан һыңар ҡулы менән һарай төҙөй, ағастан ситән үреп ҡойма яһай. Улар 5 ҡыҙ, 1 ул үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Ҡартатайым Йылайыр совхозы Байыш бүлексәһенең заправкалау станцияһы хеҙмәткәре, үлсәүсе, склад мөдире, ҡарауылсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡәҙерлеләребеҙ татыу ғүмер итеп, бер-бер артлы ғына яҡты донъянан китеп барҙылар.