Ҡәҙерле әсәйебеҙ Мәстүрә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Моратоваға ҡәһәрле һуғыш йылдарының ауырлығын үҙ иңендә татырға тура килә. Ғәзиз кешебеҙ тормоштоң әселеген һигеҙ айында уҡ татый—атайһыҙ ҡала. Әсәйебеҙгә һигеҙ йәш булғанда иһә дәһшәтле һуғыш башланып китә. Уҡыуға бик отҡор булһа ла уға белем алыу бәхете теймәй. Бөтә халыҡ һуғыш афәтенән ыҙа сиккәндә, бәләкәй генә балаларға ла ауыр-ауыр эштәрҙе башҡарып, тормош михнәтен кисерергә тура килә.
Көҙөн әсәләре иген урғанда балалар башаҡ сүпләй. Яҙ еткәс инде ерән атта Юлыҡ яланында һабан һөрә. Үгеҙ егеп, шул малҡайҙы көскә етәкләп йөрөгән саҡтарын әсәйебеҙ йыш ҡына хәтеренә ала. Шул ваҡытта бер мәл сабатаһы батып ҡала. Уныһын көскә тартып сығарып, кире эшен дауам итә бәләкәй генә ҡыҙ бала. Ошо хәл тураһында шиғыр ҙа сығара ул:
Үгеҙҙәрҙе һөйрәй торғас,
Сабаталарым батты.
Сабатамды сығарғансы,
Үгеҙҙәребеҙ ятты.
Һабан эштәре бөткәндән һуң, Баймаҡ районының Йомаш ауылында Күспей яланына игенде баҫҡан билсәнде утауға төшәләр. Ҡыуыш ҡороп бер ай буйы шундай ауыр эш менән шөғөлләнергә мәжбүр булыусыларҙың күбеһе балалар була. Кес кенә саҡтан ошондай михнәттәр күргән эшселәренә арнап, бригадир Зәйнетдин ағалары шиғыр яҙа:
Күспей буйҡайҙары оҙон ялан
Билсәндәре үҫкән бик яман.
Ошо билсәндәрҙе утап бөтөп,
Ҡайтып булырмы икән бер заман.
Бригадирҙары бәләкәй генә кәүҙәле егәрле Мәстүрәне бик ярата, уның әрһеҙлегенә һоҡлана. Әсәйебеҙ тураһында ул: “Был ҡыҙҙан ул да тыуыр, ҡыҙ ҙа тыуыр, бигерәк бөтмөр бала,”—тип әйтергә ярата.
Билгеле, утау эштәре тамамланғас, урып-йыйыу эштәре башлана. Уныһында ла балаларға көс төшә. Әсәйебеҙ Мәстүрә Ҡәнзәфәр ҡыҙы был эштәрҙә лә ҡатнаша. Тоғона көсө лә етмәй йөрөгән саҡтарын әле лә әсәнеп һөйләй ул.
Башаҡ йыйылыуын йыйыла ла, әммә бер ус иген дә алырға рөхсәт булмай.
Һуғыш тулыһынса уларҙың бала сағын урлай. Ошо дәүерҙә ер һөрөп, арыш сүпләп, бесән эшләп гел генә эш менән ғүмер үткәрә улар. Һуғыш тамамланғас та михнәтле көндәр дауам итә әле. Сөнки күп юғалтыуҙар кисергән илгә ныҡлап аяҡҡа баҫып китергә кәрәк була.
Әсәйебеҙ ғүмер буйы ваҡытында тейешле белем ала алмағанына үкенеп йәшәй. Шулай ҙа әле һаман уҡыуын ташламай. Ҡулында гел китап та гәзит. Шуға күрә тәрән аҡыллы, төплө фекерле һәм бик зиһенле ҡәҙерлебеҙ. Һәр бер ваҡиға-ға, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә арнап шиғырҙарын да яҙа. Атайыбыҙ Данияр Латиф улы мәрхүм булып ҡалғас та бар ҡайғыһын шул шиғырҙарға баҫты.
Бала сағында бригадирҙары үҙе тураһында “бынан ҡыҙ ҙа тыуыр, ул да тыуыр” тиһә лә, әсәйебеҙгә ул әсәһе булырға яҙмаған. Уның ҡарауы, атайым менән сәскәләй алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе улар. Ғәзизебеҙ Әсәлек миҙалына ла лайыҡ булды. Хеҙмәт ветераны тигән данлыҡлы исеме лә бар уның. Хәҙер күкрәген Бөйөк Еңеүҙең төрлө йылдарҙағы юбилейына ҡарата бирелгән миҙалдары ла биҙәй.
Әсәйебеҙ—бик уңған, йомшаҡ һәм алсаҡ кеше. Шәп сағында бешергән икмәктәре телеңде йоторлоҡ була торған ине. Хәҙер инде үҙенә 87 йәш тә тулып китте. Шуға ҡарамаҫтан, һис тә тик ултырырға яратмай. Үҙен ҡараған Зилә һеңлебеҙгә һәм Айтуған кейәүебеҙгә хәленән килгәнсә өй-ҡура тирәһендә ярҙам күрһәтеп йөрөй. Һәр беребеҙҙе аҡыллы кәңәштәре менән ҡыуандыра.
Нәзирә Алсынбаева.
Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы.