АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
17 Апрель 2020, 20:44

ҺӨНӘРЕМ МЕНӘН БӘХЕТЛЕМЕН

Донъяла 40 меңдән ашыу һөнәр барлығы билдәле. Уны дөрөҫ һайлау кеше яҙмышында зур роль уйнай. Тәбиғәттәге файҙалы ҡаҙылмалар, уларҙың ятҡылыҡтары менән ҡыҙыҡһынғандарҙы үҙенә йәлеп иткән бер тармаҡ бар. Ул—геология. Яҙмышын ошо өлкә менән бәйләгән егеттәребеҙҙең береһе— Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының баш геологы Тимур Александрович Чемпалов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Донъяла 40 меңдән ашыу һөнәр барлығы билдәле. Уны дөрөҫ һайлау кеше яҙмышында зур роль уйнай. Тәбиғәттәге файҙалы ҡаҙылмалар, уларҙың ятҡылыҡтары менән ҡыҙыҡһынғандарҙы үҙенә йәлеп иткән бер тармаҡ бар. Ул—геология. Яҙмышын ошо өлкә менән бәйләгән егеттәребеҙҙең береһе— Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының баш геологы Тимур Александрович Чемпалов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
—Тимур Александрович, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле?
—Мин Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Миәс геология-разведкалау техникумына уҡырға индем. Уҡыу йортон тамамлағас, Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһында һауа оборонаһы ғәскәрендә хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысымды үтәнем. Армиянан ҡайтҡас та Урал дәүләт тау-геология академияһында уҡыуымды дауам иттем.
—Силәбе өлкәһенән Сибай ҡалаһына нисек килеп юлыҡтығыҙ?
—Академияны тамамлағандан һуң, Сибай ҡалаһына саҡырыу буйынса килдем. Шулай итеп, Башҡорт геология-разведка-лау ойошмаһының Урал төҫлө металдар разведкаһы филиалында геолог булып хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем. Унан һуң Башҡорт шахта төҙөү идаралығының баш геологы вазифаһын башҡарҙым. Хәҙерге көндә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында баш геолог булып эшләп йөрөйөм. Хеҙмәт юлын башлауыма быйыл 20 йыл да тулып китте.
—Геолог һөнәрен һайлауға нимә этәрҙе?
—Мин булмышым менән ҡыҙыҡһыныусан кеше. Хозур тәбиғәтте яратам. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ география фәне ылыҡтырҙы. Шуға күрә тап ошо һөнәрҙе һайланым. Техникумда уҡыған ваҡытта Свердловск өлкәһенең Заречный ҡалаһындағы Урал тау-геология компанияһында практика үтергә тура килде. Практика ваҡытында һайлаған һөнәремдең асылын аңланым. Был компаниялағы тәжрибәле геологтарҙың эш алып барыуын күҙәтеү, уларға ҡушылып эшләгәндә һәр эштең еңел бирелеүе һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанымды тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.
—Геолог эше файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын асыҡлау ғына, тип күҙ алдына килтереүселәр бар. Һеҙҙә эштәр нисек алып барыла, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә?
—Бөгөнгө көндә мәғдән барлығы асыҡланған урындарҙан уны сығарабыҙ, артабан эште дауам итеү өсөн разведка алып барабыҙ. Был тармаҡ һәр аҙымды ентекле уйлауҙы, иғтибарлы булыуҙы, эш барышын ныҡлы контролдә тотоуҙы талап итә. Коллективҡа үҙ бурысын яҡшы белгән, бай тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тупланған. Беҙҙе бер маҡсат берләштерә, шуға иңгә алынған йөкләмәне ауырлыҡһыҙ үтәйбеҙ.
—Был һөнәрҙе һайлағанға үкенгәнегеҙ булдымы?
—Юҡ, киреһенсә, һайлаған һөнәрем мине бәхетле итте. Сибай ҡалаһына ла яҙмышым юҡҡа алып килмәгәндер, тип уйлайым. Башҡорт шахта төҙөү идаралығында эшләгән ваҡытта буласаҡ ҡатыным Айгөл менән таныштыҡ. Ул әле лә ошо идаралыҡта юрист вазифаһын башҡара. Бөгөнгө көндә татыу ғаиләбеҙҙә ҡыҙҙарыбыҙ Самира менән Амалия, улыбыҙ Имран үҫеп килә.
—Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү эштәре алып барыуҙан арып киткән саҡтар ҙа булалыр?
—Юҡ, эшемде яратып, бар күңелем менән мөкиббән китеп башҡарғас, арығанлыҡ һиҙелмәй ҙә тиерлек. Эштән һуң ғаиләмә ашҡынып ҡайтам. Яҡындарым менән йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыға-быҙ, самауыр сәйе эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ.
—Спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табаһығыҙ шикелле?
—Ғаиләбеҙ менән әүҙем ялды үҙ итәбеҙ. Ваҡыт юҡлыҡ ул һылтау ғына, яратҡан шөғөлгә теләк булһа, һәр саҡ ваҡыт та табыла. Ҡышын саңғыла, конькиҙа йөрөйбөҙ. Йәйгеһен ҡыҙҙарыбыҙҙы роликта йөрөргә өйрәттек, йүгерергә сыҡҡан ваҡыттар ҙа була. Быйыл улыбыҙҙы конькиға баҫтырырға, тигән теләк бар.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, артабан да уңышлы эшләргә яҙһын!
Читайте нас: