Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
21 Февраль 2020, 17:55

Ватаныбыҙ һәр ваҡыт тыныс булһын!

Әрмелә лә аҡса эшләргә була... Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов әрмелә аҡса эшләү сере менән бүлеште

“Малайҙарға патриотик тәрбиә биреп, ысын ир-ат итеп үҫтерергә бурыслыбыҙ”,—ти Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов. Өс ул үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған атайҙың был һүҙҙәре хаҡ әйтелгән.
Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтовты белмәгән кеше юҡтыр ул. Ул Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училещеһының хеҙмәт бүлегенә уҡырға инә. Бында ла бар сараларҙа ҡатнаша, хатта «Ирәндек моңдары», тип аталған халыҡ бейеүҙәре ансамблен төҙөүгә лә өлгәшә. Артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт педагогия институтында дауам итә. Тап инститтута уҡыған йылдарында хәрби комиссариатҡа барып, үҙ теләге менән әрме хеҙмәтенә юллана.
—Ғаиләбеҙҙең төп традицияларының береһе—Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү. Беҙҙең шәжәрә тамырҙары бик күп билдәле шәхестәргә барып тоташа. Улар араһында Алдар батыр ҙа бар. Ул Петр I менән бер рәттән Азов походында ҡатнашҡан. Рәсәй дәүләте алдындағы хеҙмәттәре өсөн Петр I уға тархан грамоталары тапшырған. Уның күрһәткән батырлыҡтары барыбыҙ өсөн дә миҫал. Бөйөк Ватан һуғышында олатайым Динислам Ишмөхәмәтов уҡсы булып хеҙмәт иткән. Мәскәүҙе немец фашистарынан һаҡлағанда яраланып, яу яланында тороп ҡалған.
Атайым Вафа Динислам улы Алыҫ Көнсығышта Уссурийск ҡалаһында әрме хеҙмәте үтә. Танк экипажында зарядлаусы була. Ул 1986 йылда бөтә СССР халҡының ҙур фажиғәһе булған Чернобыль аварияһын бөтөрөүҙә химик–дезактиватор булып ҡатнашҡан. Ошо Чернобылдә нурланыу алып донъянан бик иртә китте. Бер туған ағайым Рим Украинала химия ғәскәрендә хеҙмәт итһә, мин атайым хеҙмәт итеп ҡайтҡан Уссурийск ҡалаһына эләктем. Унда әрме бәйләнеше ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Был йылдар йылы хәтирәләр булып иҫемдә ҡалған. Атайымдың Уссурийскийҙағы хеҙмәттәштәре мине белеп ҡалып, “Боевое знамя” гәзитендә “Атай наказы” исемле мәҡәлә баҫтырып сығарҙы.
Бер ҡыҙыҡлы хәл дә булғайны әле. Мин спортты бала саҡтан уҡ яраттым. Әрме талап иткән спорт шөғөлдәренән тыш, кис булһа йүгерергә сыға торғайным. Бер ваҡыт йүгерергә сыҡҡанда ҡалаға Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле килә, тигән иғлан күреп ҡалдым. Концертҡа барып, бергә педагогия институтында бейеп йөрөгән бейеүсе егеттәр Хәлил Ишбирҙин, Риф Сәйфуллин менән осраштыҡ. Сит тарафтарҙа бындай осрашыуҙарҙың кинәнесен кисергәндәр генә минең унда булған тойғоларымды аңлар, моғайын.
Шуға күрә үҙемдең улдарыма ла патриотик тәрбиә бирергә тырыштым,—ти Сафа Вафа улы.—Әрмегә барып ил күреп ҡайтһындар, яңы дуҫтар табырҙар, тигән ҡарашта булдым.
Улдары Динис Рәсәй әрмеһе сафында көньяҡ Осетияла ҡыҙыу нөктәлә булып ҡайта, Айнур Рәсәйҙәге бөтә әрме полигондарында йөрөп сапер эше буйынса хеҙмәт итә.
Сафа Вафа улы әрмелә булған тағы бер ваҡиғаны күңелендә йылы хәтирә итеп һаҡлай. Алыҫ Көнсығыш хәрби округының Ҡыҙыл байраҡлы бейеү ансамбленең художество етәксеһе уларҙың гарнизонына килеп бейей белгән егеттәрҙе үҙенә саҡыртып алып, бейеү алымдарын күрһәтергә ҡуша. Сафа Вафа улының Башҡортостандан икәнен белеп ҡалғас, “Һунарсы” бейеүен башҡарыуын һорай. Ә йәш егет һунарсы образына тулыһынса инеп, еңел аҙымдар менән, һунарсының таһыллығын бейеүгә һалып күрһәтә ала. Ай-вайына ҡарамай ансамблгә алырға булып киткәс, полк командиры: “Бындай егет үҙебеҙҙә лә берәү генә бит әле, Ишмөхәмәтов мобилизация документтарын тәртипкә килтереү эшен яҡшы башҡара, беҙ уны ебәрә алмайбыҙ”,—тигәс, часта тороп ҡала.
Әрменән ҡайтып төшөү ҙә ҡыҙыҡ булды, тип көлә Сафа Вафа улы. Полк командиры ике бүлмәне бер итеп ҡушып, ремонт эшләргә ҡуша. Ике ай эсендә эшләп бөтә алһаң, хеҙмәттән алданыраҡ ҡайтарам, тигән. Тырыш егеткә ремонт нимә инде ул: ең һыҙғанып эшкә тотона. Ремонт ҡына түгел, йыһаздарҙы ла үҙ ҡулы менән эшләп, буяп ялтлатып ултыртып ҡуя. Был тик-лем эште бер нисә аҙна эсендә нисек эшләмәк кәрәк, тип командирҙарының иҫе китә. Әйткән һүҙ—атҡан уҡ тигәндәй, Сафа Вафа улын әрменән ҡайтарырға булалар. Фанераға күн тарттырып дипломат эшләп кейемдәрен һалып йөрөһә, бер сержант күреп ҡалып, үтенеп тигәндәй шул дипломатты һатып ала. Ныҡыш егет, ҡул һелтәп ҡуймай, тағы бер дипломат эшләй, тик уныһын да һатып алалар. Шул дипломат һатҡан аҡсаға билет алып, тыуған яҡтарына самолет менән генә килеп төшә.
Хеҙмәт юлын Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы мәктәбендә башлаған егет Белорет районы Әҙекәй ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә дауам итә. Унан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институты филиалы булған Сибай институтында декан урынбаҫары, уҡыу бүлеге етәксеһе булып эшләй. Таусылар муниципалитеты башлығы, ҡаланың Халыҡты социаль тәьмин итеү ойошмаһы директоры, “Рәсәй почтаһы”ның урындағы бүлексәһе етәксеһе вазифаларын башҡара. Ҡаланың “Ирәндек” лицейын ойоштороп, уның етәксеһе була.
—Һәр ваҡыт етәксе урынында эшләгәнһегеҙ, малайҙарҙы тәрбиәләүгә нисек ваҡыт таба алдығыҙ?—тигән һорауға:
—Балалар ниндәйҙер айырым тәрбиә талап итмәне. Улар менән гел яҡшы мөнәсәбәттә, һәр ваҡыт яндарында булырға тырыштым. Ял көндәрендә балыҡҡа йөрөнөк, ҡырға сыҡтыҡ. Театр сәнғәтенә ылыҡтырырға тырыштым, музей, күргәҙмәләргә бара торғайныҡ. Шуға ла балаларым ижадҡа тартылып үҫте. Өлкән улым Стәрлетамаҡ рус драма театрында эшләп йөрөй. Бөгөн театр һәм күп кинофильмдарҙың билдәле актеры. Республика телевизион конкурстарының алып барыусыһы ла. Уртансы улым Динис Өфө ҡалаһында “Уралсиб” банкыһының баш белгесе. Кесе улым Айнур Стәрлетамаҡ бейеү театрының балет артисы. Ике улым үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Хәҙер ейәндәремде тәрбиәләшәм,—тине әңгәмәсем.
Сафа Вафа улының уй-хыялдары тормошҡа ашһын, ҡалабыҙ үҫешенә һалынған ныҡлы һуҡмаҡтары шымарһын. Ватаныбыҙ тыныслығы, илебеҙ үҫеше өсөн дә күп көс һалған ир-аттарыбыҙ тормош тотҡаһы бит ул!
Читайте нас: