АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
26 Июль 2019, 12:24

ЭШЕ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ

Баймаҡ районының Буранбай ауылында йәшәүсе Гөлсинә Хәмитова, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, фельдшер һөнәрен һайлауына бер ҙә үкенмәй. 27 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған ханым ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғыртып ҡына ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Баймаҡ районының Буранбай ауылында йәшәүсе Гөлсинә Хәмитова, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, фельдшер һөнәрен һайлауына бер ҙә үкенмәй. 27 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған ханым ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғыртып ҡына ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Таулыҡай ауыл советы депутаты булараҡ биләмәлә саралар ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә, бағымсы булараҡ та сығыш яһай.
Гөлсинә 8-се класҡа тиклем ауыл мәктәбендә белем ала. 9-10 кластарҙы Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡый. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. “Һөнәр һайлау бер ҙә ҡыйын булманы. Атайым бронхиттан ауырығас, бәләкәйҙән табип булыу һәм яҡындарыма ярҙам итеү теләге менән янып йәшәнем,”–тип һөйләй ул.
1991 йылда дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Хәйбулла ра-йонының Быҙаулыҡ ауылына эшкә ебәрәләр. Бер йылдан һуң Буранбай фельдшер-акушерлыҡ пунктында урын бушай һәм Гөлсинә тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүҙә клубтың бер бүлмәһен-дә генә ауырыуҙарҙы ҡабул итһә, аҙаҡ 1992 йылдың аҙағында Буранбайҙа өр-яңы медицина учреждениеһы төҙөлә. “Элек был ағас йорт мейес менән йылытылды. Ҡышҡыһын бик һалҡын була торғайны. Ике йыл элек газ үткәрҙеләр. Хәҙер бүлмәләрҙә йылы, ҡот уйнап тора,”—тип һөйөнә ауыл фельдшеры.
Үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл ауылдарҙа халыҡ һанының кәмеүе күҙәтелә. Был проблема Буранбайҙы ла ситләтеп үтмәгән. Гөлсинә Хөснулла ҡыҙы һөйләүенсә, ул эш башлаған йылдарҙа ауылда 500 тирәһе кеше йәшәгән. Әлеге көндә иһә унда 348 кеше көн күрә. Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 18 йәшкә тиклемге граждандарҙың һаны 93 кеше тәшкил итә. Ауылда 2018 йылда бер генә бала тыуһа, быйыл да бер сабый донъяға килгән. Буранбайҙа быйыл бер генә бала мәктәпкә барасаҡ икән.
Мөләйем йөҙлө, матур һүҙле ханым кесеһен дә, олоһон да үҙенең тылсымлы ҡулдары менән дауалай тиһәк тә, хата булмаҫ. Уның иң бәләкәй пациентына бер нисә ай булһа, иң олоһо—Нурия инәй Үтәбаеваға—92 йәш. Гөлсинә Хөснулла ҡыҙы ярҙам һорап килеүселәрҙе ентекле ҡарап, дауалау курсы үткәрә. Кәрәк саҡта “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртып, ауырыуҙы дауаханаға оҙа-тыуҙы хәстәрләй. Күп йылдар санитар Нәүширбанова Хәҙисә Зәкир ҡыҙы уның төп ярҙамсыһы, уң ҡулы булды.
“Иң ҡыуаныслыһы шул: ауылда эскән кеше әҙәйҙе. Элек эсеп, һуғышып төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар күп булды. Хәҙер ғаиләлә ғауғалашып зыян күреүселәр ҙә кәмене. Әлеге заманда күбеһе ҡан баҫымының юғары булыуына зарлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл бер ир кеше инфаркт кисереп үлеп ҡалды. Шуға күрә ауылдаштарыма мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡытында диспансеризация үтегеҙ, прививкалар һалдырығыҙ. Сәләмәт балалар үҫтереү, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙҙы ҡайғыртыу—изге бурысыбыҙ. Шуны онотмаһаҡ ине,”—тип һүҙен йом-ғаҡланы Гөлсинә Хөснулла ҡыҙы.
Маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән фельдшер 2018 йылда район үҙәк дауаханаһының, ауыл советының Почет грамотаһына һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Улар тормош иптәше, Афған һуғышы ветераны Ғәрифулла Әшрәф улы менән дүрт ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләп, белем бирә. Әле Гөлиәләре Сорғот ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Гөлйөҙөмдәре быйыл БДУ-ны тамамлаған. Гөлзәминә Баймаҡ лицей-интернатының 11-се класын тамамлаһа, иң кесеһе Әлиә 3-сөнө бөткән.
Уңған хужабикә Гөлсинә Хөснулла ҡыҙы йорт эштәренә лә өлгөрә. Улар күпләп мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә. Буранбай фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереүгә лә күп көс һала. 2018 йылда ағас тәҙрәләрҙе пластикка алыштырып, иҙәненә линолеум түшәгәндәр. 2016 йылда “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ихатала ҡоҙоҡ ҡаҙҙырғандар. Әле бинала косметик ремонт эштәре йәйелдерелгән. Киләсәктә иҫкергән ҡоймаларҙы яңыртыу уйы менән йәшәй ауыл фельдшеры Гөлсинә Хәмитова. Эшенән, тормошонан ҡә-нәғәт булып йәшәй белгәнгә лә уның ҡулынан барыһы ла килә.
Альбина Ҡоҙашева