Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
17 Май 2019, 10:35

Уйҙары ла, эштәре лә изге

Май сүлмәге тышынан беленә, тигәндәй, уңған, эшһөйәр хужаларҙың йорт-ихатаһы әллә ҡайҙан күренеп тора. Был йәһәттән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле һәм Зәһүрә Хөсәйеновтарҙы күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Улар икәүһе лә ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып, бар ғүмерҙәрен ауылды үҫтереүгә бағышлаған.

Май сүлмәге тышынан беленә, тигәндәй, уңған, эшһөйәр хужаларҙың йорт-ихатаһы әллә ҡайҙан күренеп тора. Был йәһәттән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле һәм Зәһүрә Хөсәйеновтарҙы күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Улар икәүһе лә ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып, бар ғүмерҙәрен ауылды үҫтереүгә бағышлаған.
Ирғәле Сәфәрғәле улы колхозда тракторсы, слесарь, умартасы булып эшләп, маҡтаулы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Зәһүрә апайҙы ауылдаштары алыштырғыһыҙ фельдшер тип белә. Оҙаҡ йылдар халыҡтың сәләмәтлеге һағында тора ул. Хаҡлы ялда булһалар ҙа Хөсәйеновтар тынғылыҡ белмәй. Ирғәле ағайҙың йәштән күңел биреп башҡарған бер шөғөлө бар. Ул да булһа—ағас үҫентеләре ултыртыу, йәғни ихата-баҡсаһын, өйөнөң эргә-тирәһен йәшелләндереү. Уның хужалыҡта умартасы булып эшләгән осорҙа картуфлығының артында, Күстәнә тауы битендә ултыртҡан өс ҡайыны бер-береһенә терәлеп үҫеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Һылыу ҡайынҡайҙар эргәһенә ултыртҡан ике ҡарағайы ла хәҙер күҙгә күренеп бейе-гәйгән. «Был ҡайындың береһе—мин, икенсеһе—ҡатыным Зәһүрә, өсөнсөһө—ҡыҙыбыҙ Рәшиҙә»,—тип мәрә-кәләй Ирғәле ағай. Балаларға килгәндә, Хөсәйеновтар дүрт ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Земфиралары үҙ ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәһә, Рәшиҙәләре—төп өйҙә олоғайған ата-әсәһенә терәк-таяныс, Эльвиралары—Темәстә, ә кеселәре Линира—Сибайҙа. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй ейән-ейән-сәрҙәренең ҡунаҡҡа килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Хөсәйеновтарҙың татыу ғаиләһе әсәйһеҙ ҡалған 10 йәшлек Фәнилде лә үҙ ҡосағына һыйҙырған. Ирғәле ағайҙың Бохарала йәшәгән 35 йәшлек кенә бер туған һеңлеһе мәрхүм булып ҡалған. Яңғыҙы тороп ҡалған баланы Ирғәле олатаһы барып ала. Баймаҡ лицей-интернатын көмөш миҙалға тамамлаған Фәнил улдары артабан юрист һөнәрен алып, әлеге көндә Баймаҡ ҡала судында эшләй.
Хөсәйеновтарҙың өй алдындағы һәм ихаталағы баҡсаларын ҡайын, ҡарағай һәм емеш ағастары биҙәй. Ҡапҡа тышына ултыртҡан ике төп ҡайындары ла урамға йәм биреп ултыра. Урман йәнле Ирғәле ағай быйыл, ниһайәт, үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. «Хужалыҡта эшләгән осорҙа уҡ үҙебеҙҙең картуф баҡсаһының осона күп итеп ағастар ултыртыу уйы бар ине. Әммә быға ҡул да, ваҡыт та етмәне. Һуңғы йылдарҙа ошо изге ниәтемде үтәп ҡуйыу бурысы менән йәшәнем. Былтыр таҡта ярҙырып алдым, бағаналыҡ әҙерләнем. Ауыл хакимиәтенән рөхсәт алып көҙгөһөн ерен һөрҙөрөп ҡуйҙым. Уны өмәләп кәртәләп, Башҡортостандың флагы төҫөнә буяныҡ. Шунан күрше-күлән, туғандар менән бергәләшеп ике меңгә яҡын ҡарағай, имән, шыршы, ҡарағас, ҡайын, энәлек ағастарын ултырттыҡ. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының һыу һауыты менән йәш үҫентеләргә һыу ташып ҡойҙоҡ. Ағас үҫентеләре менән ярҙам иткәндәре өсөн ауыл хакимиәтенә, мәктәпкә, Темәс һәм Икенсе Этҡол урман хужалыҡтарына, өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт»,—ти Ирғәле Сәфәрғәле улы.
Хөсәйеновтарҙың йәш быуынға ҡалдырыу өсөн ниәтләп ултыртҡан ағас үҫентеләре киләсәктә урман булып үҫеп китер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Альбина Таһирова.