АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
29 Апрель 2019, 10:38

Берәү булһа ла—берәгәйле

Ошо атама Әхмәҙулла Миҙхәт улы Бикмырҙиндың асылын асып һала. 2002 йылдан алып ошо көнгәсә эшләгән Сибай район-ара электр элемтәһе узелының бөтә Урал аръяғына элемтә һуҙыусы берҙән-бер махсус техника—МТЗ-82 тракторы нигеҙендә яһалған бар ҡоролмаһы менән идара итә ул. «Беларусь» тракторына ҡуйылған ҙур бысҡы менән траншея ҡаҙа. Унда элемтә линиялары, электр кабелдәре, торбалар һәм башҡа коммуникациялар һалына. Иртә яҙҙан алып ҡышҡа ҡәҙәр эш етерлек уға. Сөнки бөтә техника һанлы элемтәгә күскән мәлдә элекке линияларҙы сүс кабелгә алыштырыу зарур.

Ошо атама Әхмәҙулла Миҙхәт улы Бикмырҙиндың асылын асып һала. 2002 йылдан алып ошо көнгәсә эшләгән Сибай район-ара электр элемтәһе узелының бөтә Урал аръяғына элемтә һуҙыусы берҙән-бер махсус техника—МТЗ-82 тракторы нигеҙендә яһалған бар ҡоролмаһы менән идара итә ул. «Беларусь» тракторына ҡуйылған ҙур бысҡы менән траншея ҡаҙа. Унда элемтә линиялары, электр кабелдәре, торбалар һәм башҡа коммуникациялар һалына. Иртә яҙҙан алып ҡышҡа ҡәҙәр эш етерлек уға. Сөнки бөтә техника һанлы элемтәгә күскән мәлдә элекке линияларҙы сүс кабелгә алыштырыу зарур.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, Урал аръяғының ҡала, ауылдарына стационар телефон, IP- телевидение, интернет менән тәьмин итеү өсөн төбәкте арҡыры-буй гиҙгән тракторсы. Был яуаплы эшкә уның техникаһында эшләү өсөн урында йәшәүсе тракторсыларҙы беркетеп тә ҡарағандар. Әммә Әхмәҙулла Бикмырҙин кеүек итеп оҫта соҡор ҡаҙыусы табылмаған. Техникаһын ғына сафтан сығарғандар. Хәҙер ул үҙе командировканан ҡайтышмаһа ҡайтышмай, әммә ул ҡоролмаһын да, тракторын да кешегә бирмәй.
—Әхмәҙулла Баймаҡ, Хәйбулла, Йыла-йыр райондары ауылдарына командировкаға йыш сыға. Ауыл ерендә, билдәле, ҡунаҡхана юҡ. Күпселек осраҡта ул йәмғиәт монтерҙарының йорттарында ҡуна. Форсаттан файҙаланып, иремә ваҡытлыса ҡыйыҡ биргән, тәмле-татлы аштары менән һыйлаған хеҙмәттәштеәренең ҡатындарына ҙур рәхмәтемде еткерәм,—ти Әхмәҙулла Миҙхәт улының ҡатыны Рәйлә ханым.
Сит ергә барып эшләү миҙгеле тамамланһа, Әхмәҙулла Миҙхәт улына урында өҫтәмә эш ҡушыла. Тракторсы ҡаланы төҙөкләнедереү эшенә йәлеп ителә. Ҡыш көндәре тракторында ҡар эттерә, ташып түгә. Ҡайһы ваҡыт райондарҙа ҡар ташыу техникалары етешмәһә, ярҙам йәһәтенән гел уны ебәрәләр. Сөнки, беләләр, эскелек, тәмәке тартыу менән мауыҡмаған, ғөмүмән, алама ғәҙәттәре булмаған Бикмырҙин етәкселек йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәк.
Берҙән-бер эшселәрен йәмғиәттә бик хөрмәт итәләр: намыҫлы хеҙмәтен төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, аҡсалата премия менән баһалайҙар, шифаханаға-курорттарға йүнәлтмә бирәләр.
Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып, Сибайҙа йәшәгән Әхмәҙулла Миҙхәт улы менән Баймаҡ районының Ҡыуат ауылы ҡыҙы Рәйлә Сафина 1983 йылда өйләнешә.Таусылар ҡалаһында матур итеп йәшәп китәләр, килен ҡәйнәһенә, ҡайнағаһына, бикәстәренә ҡарата ярҙамсыл, алсаҡ була. 21 йыл Әхмәҙулла Миҙхәт улы төҙөлөштә эшләһә лә бәләкәй ғаиләгә тәғәйенләнгән тар торлаҡтан башҡа фатир алыуға өлгәшә алмай. 1990 йылдарҙа Бикмырҙиндар Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһынан ер алып, шәхси йорт һала башлай. Яңы нигеҙҙәре ҡотло була уларҙың—1995 йылда күптән көттөргән сабыйҙары, берҙән-бер улдары Самат тыуа.
—Эшендә шәп тракторсы булһа, өйҙә ул егәрле ир, улыбыҙ Саматҡа, миңә терәк-таяныс Әхмәҙулла,—тип маҡтай ирен 36 йыл бергә ғүмер иткән хәләл ефете.—Улыбыҙ атаһы кеүек ракета ғәс-кәрҙәрендә хеҙмәт итте. Һөнәрле булһын тип башта һөнәрселек лицейында уҡыттыҡ, әле БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Футбол менән мауыға. Яңыраҡ ҡына мини-футбол буйынса Башлыҡ Кубогына беренселектә ҡатнашты.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй йорттоң тышынан уҡ бында уңған хужалар йәшәгәне күренеп тора. Хужабикә лә бик ихлас, хаҡлы ялда булһа ла, Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙа техник персонал булып эшләүен дауам итә.
Шундай шәп ғаилә йәшәй Ҡамышлы-Үҙәктә. Эштәре лә, үҙҙәре лә, үҙ көстәре менән ҡорған дрнъялары ла күптәргә үрнәк.
Читайте нас: