Бөтә яңылыҡтар

Кеше һынауҙарҙы уның көсөнән килгәнсә бирә

–Сәхибъямал апай, мин ырҙынды бикләмәйем, өйгә ҡайтып киләм. Өйөңдә үҙ балаларыңдан башҡа тағы өс кешең бар. Хәлеңде аңлап торам. Шуға күрә кеше күрмәгәндә бер аҙ иген алып ҡайт, - тип келәт мөдире ҡайтыу яғына сыҡты. Ауыл халҡы бер - береһен аңлаусан һәм дә ярҙамсыл ине. Шуныһы һуғыш йылдарында күбеһенә тере сығырға ярҙам итте. Сәхибъямал өйҙәге биш кешене нисек булһа ла еңеү көнөнә тиклем аяҡтан йыҡмайынса алып сыҡты. Ҡырҡ биштең яҙында ҡунаҡтарға ҡайтырға ваҡыты етте. Өйҙә булған бар аҙыҡты һалып, уларҙы Алайғыр станцияһынан ултырып ебәрҙеләр. Сәхибъямал юлдан ҡайтҡас, өйҙә эҙләп эҙләп ҡалын шәлен тапманы.. Оло ҡыҙы бер аҙҙан:– Инәй (әсәй), уны ҡунаҡ ҡатын үҙенең төргәктәртәренә һалып алды" тип яңылыҡ һалды.. Сәхибъямал урындыҡҡа килеп терәлде, берҙән бер шәлһеҙ ҡалыуына иларға мы көлөргә ме тип аптырап ҡалды... "Ярай, хәйер булыр, юлда балаларын төрөр, өшөмәҫкә яҡшы булыр" тип үҙен тынысландырҙы...

Кеше һынауҙарҙы уның көсөнән килгәнсә бирә
Кеше һынауҙарҙы уның көсөнән килгәнсә бирә

Кеше һынауҙарҙы уның көсөнән килгәнсә бирә, тиҙәр.
   Бөйөк Ватан һуғышы йылдары.. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан Сәхибъямалдың иптәше Файзулла бына инде икенсе йыл фронтта тыуған ерен дошмандарҙан һаҡлай. Әсе тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамай, ул бер үҙе ике балаһын нисек булһа ла тамағын туйҙырырға тырышты. Нигеҙ төбөнә йәшерелгән игенде ҡул тирмәне менән үткәреп, ыумас эшләп ашатты. Йәйен ҡаҡы, балтырған йыйып аш бешерҙе. Ер һөрөргә атҡа сират булыу сәбәпле, бәрәңгеһен яҙ үткәс кенә сәсә алды. Йәй уртаһында көтмәгәндә ҡапыл ҡырау төшөп, күрше - тирәнең сыҡҡан үҫенте һабаҡтарын юҡҡа сығарҙы, ә уныҡы ғына сығып өлгөрмәү сәбәпле тере ҡалды. Көҙөн өлгөргән бәрәңгене ауылдаштары һәм башҡа һатып алыусы халыҡ күп булды. Был шатлыҡ бәләкәй һалам башлы өйөн, таҡтанан ҡапланған йортҡа әйләндерергә ярҙам итте.
   Ҡышҡа табан хөкүмәт улар йортона Украинанан ике балалы ҡатынды керетте. Ҡунаҡ эшкә төшөргә ашыҡманы, ғөмүмән өйҙә генә ултырыуҙы хуп күрҙе. Шуға күрә тағы бер баш ҡайғыһы килеп тыуҙы. Ҡасҡындарҙы ашатыу, кейендереү мәсәләһен хәл итергә кәрәк ине.

–Сәхибъямал апай, мин ырҙынды бикләмәйем, өйгә ҡайтып киләм. Өйөңдә үҙ балаларыңдан башҡа тағы өс кешең бар. Хәлеңде аңлап торам. Шуға күрә кеше күрмәгәндә бер аҙ иген алып ҡайт, - тип келәт мөдире ҡайтыу яғына сыҡты. Ауыл халҡы бер - береһен аңлаусан һәм дә ярҙамсыл ине. Шуныһы һуғыш йылдарында күбеһенә тере сығырға ярҙам итте. Сәхибъямал өйҙәге биш кешене нисек булһа ла еңеү көнөнә тиклем аяҡтан йыҡмайынса алып сыҡты. Ҡырҡ биштең яҙында ҡунаҡтарға ҡайтырға ваҡыты етте. Өйҙә булған бар аҙыҡты һалып, уларҙы Алайғыр станцияһынан ултырып ебәрҙеләр. Сәхибъямал юлдан ҡайтҡас, өйҙә эҙләп эҙләп ҡалын шәлен тапманы.. Оло ҡыҙы бер аҙҙан:
– Инәй (әсәй), уны ҡунаҡ ҡатын үҙенең төргәктәртәренә һалып алды" тип яңылыҡ һалды.. Сәхибъямал урындыҡҡа килеп терәлде, берҙән бер шәлһеҙ ҡалыуына иларға мы көлөргә ме тип аптырап ҡалды... "Ярай, хәйер булыр, юлда балаларын төрөр, өшөмәҫкә яҡшы булыр" тип үҙен тынысландырҙы...

Бөгөн дә "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәрендәге хәл ҡабатлана.. Украинанан бәләгә ҡалған ҡасҡындарҙы ҡабул итәбеҙ. Бер һүҙем дә юҡ, бәләне уртаҡлашабыҙ, ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, был изге эш. Тик өләсәйемдең (Сахибъямал) үткән тормошо ҡабатланмаһын ине тип ашығыс яҙмамды тамамлайым...

Инзилә Фазылова.

фото интернеттан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: