—Сығышым менән Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынанмын. 1923 йылда тыуғанмын. Мине 1942 йылдың 6 майында фронтҡа алдылар. Тәүҙә самолет механигына уҡыттылар, аҙаҡ һуғышҡа индек. Көньяҡ-кѳнбайыш, 1-се Украина, 4-се Украина фронттарында булдым. Еңеү яҙын мин Чехословакияла ҡаршыланым. Ул көндө беҙ ут тотоуҙы туҡтатманыҡ әле, сөнки тағы 4 көн дауамында бирешергә теләмәгән дошманға ҡаршы торорға тура килде. Миңә 1945 йылдың октябрендә генә ҡайтырға мөмкинлек тыуҙы. Ҡайтыу менән эшкә урынлаштым. Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләнем, шахтала, тимер юл тармағында, төҙөлөштә лә тир түгергә тура килде. Иптәшем менән 1947 йылда өйләнешкәйнек. Ул да һуғыш юлын үткән Бүребай ауылы егете ине. 4 балаға ғүмер бирҙек, әле бер ҡыҙым ғына иҫән. Әлегәсә шул ҡыҙым менән йәшәйем. Хөкүмәтебеҙгә, хакимиәтебеҙгә иғтибарҙары өсөн оло рәхмәтлемен,—ти Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева.
Сибайға ғаиләһе менән 1957 йылда күсеп килә һәм тырыш хеҙмәте менән йәш таусылар ҡалаһы үҫешенә тос өлөш индерә.
100 йәшен ветеран яҡшы кәйефтә, үҙ аңында ҡаршылай. Донъяла барған хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Сәмиға Рысбаеваның яуҙа күрһәткән батырлығы II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», юбилей миҙалдары менән баһаланған.
-Сибайҙа 1,5 мең тирәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәне. Шуларҙың 80-дән ашыуы ҡатын-ҡыҙ ине. Улар араһынан 3 кеше 100 йәшкәсә йәшәне. Һуңғыһы бына Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы. Ирҙәр араһынан 100 йәшкә ике ветеран етте,--ти ҡаланың ветерандар советы рәйесе Рәшит Иҙрисов.
Сәмиға Рысбаеваны беҙ ҙә 100 йәше тулыу айҡанлы ҡотлайбыҙ! Илебеҙгә дошман аяғы баҫтырмағаны, имен тормошобоҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ! Тыныс ҡартлыҡ, һаулыҡ, аяҡ күк йөҙө теләйбеҙ!