Уның ҡатыны Өмөйә, ире вафатынан һуң, 4 бала менән тол ҡала. Өлкән улы Мофаззалға-13, Рәшиткә-11, Рәфкәткә-7, ә иң кеселәре Басирға 5 йәш кенә була. Әлбиттә, яңғыҙ ҡатынға 4 малайҙы ҡарауы еңелдән булмай, бөтә ил халҡы кеүек үк һуғыш осоронда аслы-туҡлы йәшәйҙәр. Кесе улы Басир бәшмәк ашап, ағыуланып һәләк була.
Һуғыш бөткәс тә халыҡтың көнкүреше тиҙ генә һәйбәтләнмәй. Мофаззал ағай ҙа ауырлыҡтарҙы, аслыҡты, яланғаслыҡты, ыҙа-нужаларҙы күреп үҫә.
Ул үҙенән кесе ҡустыһы Рәшит менән Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында Ҡоложбай тигән ҡаҙаҡта һарыҡ көтә. Ҡаҙаҡ бик һаран һәм яуыз була. Күпмелер эшләгәндән һуң, улар ҡаҙаҡтан, көҙгө һалҡынға ҡарамай, ялан аяҡ, күлмәксән генә ҡасып, үлер хәлгә етеп, әсәһе янына ҡайтып инә.
1949 йылда Һаҡмар аръяғында көҙгөһөн арыш сәсәләр. Сәсеп бөтөүгә тоҡ төбөндә әҙерәк кенә арыш ҡала, уны бергә эшләп йөрөгән өс егет бүлешеп ала. Һаҡмар аша сыҡҡанда быларҙы тотоп, милицияға тапшыралар. Мофаззал арышты өйҙәге үҙенән кесе туғандарына ашатамам тип алған була. Шул бер-ике ус арыш өсөн уны 8 йылға, ә теге ике егетте 10 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Был хәлдән һуң 16 йәшлек Рәшит ҡустыһын Бөрөләге ФЗО-ға оҙаталар. Бәләкәй ҡустыһы Рәфҡәтте шешенеп ятҡан еренән Магнитогорск ҡалаһына, өләсәһенең һеңлеһенә ебәрәләр. Уларҙа күпмелер йәшәгәндән һуң, балалар йортона тапшыралар.
Судтан һуң 19 йәшлек Мофаззалды Мәскәү-Пекин тимер юлын төҙөргә Монголияға ебәрәләр. Төрмәлә үткән 4 йыл йәш егет өсөн бик ауыр була. Ете ят кешеләр араһында булыу, тел белмәү, барса хыялдарының селпәрәмә килеүе йөрәген өтә. Ошо хистәрен, кисерештәрен ул шиғри юлдарға теҙә.
Әлбиттә, йәш егеттең ауылда һөйгән йәре лә ҡала. Яратҡан ҡыҙына булған саф хистәре уның ауыр тормошона әҙ генә булһа ла йылылыҡ һәм яҡты нур өҫтәй. Тыуған ауылынан, яратҡан кешеләренән алыҫта булһа ла, үҙ яғына ҡайтыу, һөйгәне менән ҡауышыу хыялы уға көс бирә, алдына килгән ҡаршылыҡтар менән көрәшергә һәм уларҙы еңергә өйрәтә. Мофаззал Һибәтуллин Сталин үлгәс, 1953 йылда амнистияға эләгә һәм 4 йыл алдан тыуған имен-һау әйләнеп яғына ҡайта.
1955 йылда Мофаззал Һибәтуллин үҙенең һөйгәне Абдрахимова Мөнирәгә өйләнә. Йәш ғаилә матур ғына итеп йәшәп китә. Мөнирә совхозда быҙау ҡарай, Мофаззал тәүге ваҡытта һөттән айыртылған ҡаймаҡты Әлмөхәмәт станцияһына ташый. Пар аттар егеп, юлға таң һарыһы менән сығып, ҡаймаҡты әсетмәйенсә генә алып барып еткерә торған булған. Һуңынан уны ла быҙау ҡарарға ҡуялар. Йәш ғаиләгә совхоз өй ҙә бирә, уларҙың бер-бер артлы улдары, ҡыҙҙары тыуа. Өй ферма янында ғына булғас, балалары атаһы-әсәһе янына барып, ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп үҫә. Һибәтуллиндар ғаиләһе эштәренә мөкиббән бирелгәндәре өсөн һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Был хаҡта бик күп грамоталар һәм һаҡланған бүләктәр иҫбатлай. Шуларҙың береһен-“Һәүәнәк” совхозының 50 йыллығы уңайынан бирелгән исемле сәғәтте әле булһа балалары аталарының төҫө итеп һаҡлай.
1972 йылда Мофаззал ағай ғаиләһен үҙе һалған ҙур йортҡа сығара. Йәшлек йәре Мөнирә еңгәй менән 50 йылдан ашыу бәхетле, тиң ғүмер кисерәләр, бик татыу йәшәйҙәр. Ул хәләл ефетенә булған мөхәббәтен ғүмере буйына һаҡлай. Балалары иҫләүенсә, аталары йәйгеһен бесән эшләгән ваҡытта матур ҡыр сәскәләренән гөлләмә яһап, эшләнгән кәбән араһына йәшереп, ҡыш алып ҡайтҡас, шул сәскәләрҙе табып, әсәләренә бүләк итер булған. Ғаилә башлығы аҡыллы, сабыр холҡло булһа, Мөнирә еңгәй ҙә бик түҙемле, ихлас ҡатын ине. Бер ваҡытта ла юҡ-барға зарланып йөрөмәне. Нисек кенә ауыр булмаһын, гел көләс йөҙлө булды.
Улар 9 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Балалары барыһы ла үҙ тиңдәрен, тормошта үҙ юлдарын табып, ата-әсәһе тәрбиәһенә тап төшөрмәй, үҙаллы тормош көтә.
Мофаззал Һибәтуллин дүрт кенә класс бөтөүгә ҡарамаҫтан, йәш сағынан шиғыр яҙыуға бик оҫта була. 1949-1953 йылда туғандарына төрмәнән яҙған хаттарында, ҡуйын дәфтәрендә уның бик күп шиғырҙары һаҡланған. Ҡунаҡта ултырғанда бер-ике күплетлыҡ шиғыр йә таҡмаҡ әйтеп ебәргәненә ауылдаштары хайран ҡалыр булған. Балалары ла атайҙары менән берәй яҡҡа юл тотҡанда уның яңғыратып йырҙар йырлауын, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләүен иҫләй.
Ҡәйнәһе Хәҙисә әбейҙән, ауыл ҡарттарынан ҡулдан аяттар, сүрәләр яҙып алып, ятлап, күңеленә һеңдереп, хаҡ Тәғәлә юлына баҫҡан Мофаззал Һибәтуллинды ауыл ҡарттары кәңәшләшеп, ауыл имамы итеп ҡуя. Бер аҙҙан Һәмәндә генә түгел, күрше ауылдарға ла билдәле мулла булып китә.
Һибәтуллин Мофаззал ағай 2006 йылда 76 йәшендә, ҡатыны Мөнирә еңгәй 2008 йылда 80 йәшендә мәңгелек йорттарына күсте.
Фирҙәүес Ибраһимова, мәғариф ветераны.
Мофаззал Һибәтуллиндың бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Бәхет эҙләгәндә
Аяҡ баҫҡайным мин был донъяға
Шатлыҡ менән ғүмер һөрөргә.
Көтмәгәйнем һис тә йәш саҡтан уҡ
Бындай ауыр тормош күрергә.
Ҡайғыларым төшһә ал ҡояшҡа-
Ҡояш һүнер, ҡара төн булыр.
Түккән йәшем йыйһам бер урынға-
Уйһыу ерҙәр тулы күл булыр.
Йәш ғүмерем үтә михнәт менән,
Һуҡбай кеүек йөрөйөм, ҡаңғырып.
Шатлыҡ менән йәшәр минуттарҙы
Үткәрәм мин һыҡрап, зарығып.
Һандуғасҡай һайрай сут-сут итеп,
Ҡуныр гөлкәйҙәрем юҡ-юҡ, тип.
Мин дә былбыл һымаҡ йыр йырлайым:
Их, бәхеткәйҙәрем бит юҡ-юҡ, тип .
1949 йыл
Ысын күңелдән
Яҡын күреп, һиңә хаттар яҙам,
Ғәйепләмә, йәнем, былбылым.
Һине яҡын күреп, өҙөлөп һөйәм,
Киләсәгем, бәхет йондоҙом.
Буй-һындарың күреп, ғашиҡ булдым,
Танышыу хаты яҙҙым, түҙмәнем.
Һиңә хат яҙырға ултырғас та,
Матур-матур һүҙҙәр эҙләнем.
Кемдәр өсөн бейек тау буйында
Алһыу булып бешә бөрлөгән.
Бөрлөгәндәй алһыу ирендәрең,
Кемде һағына, әйтсе, гөл генәм.
Һөйөү хисен яҡшы аңлай белһәң,
Бер-беребеҙҙе өҙөлөп һөйөрбөҙ.
Ҡайғылыарҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә бүлербеҙ.
7 октябрь,1951 йыл.
Тыуғандарыма
Онотмағыҙ мине, әсәй һәм ҡустылар,
Онотмағыҙ мине, туғандар!
Һеҙҙе уйлап һәр көн, һағынғанда,
Күҙҙәремә йәштәр тулалар.
Өҙөлөп һағынам һеҙҙе, туғандарым,
Күрер өсөн йөрәк елкенә.
Таңда иҫкән йомшаҡ елдәр аша
Сәләм ебәрәм тыуған еремә.
Ҡулдарымдың бигерәк хәлһеҙ сағы,
Дүрт йыл ғүмер үтте төрмәлә.
Ауыр тормош, төрлө бәхетһеҙлек
Өйөрөлә минең эргәлә.
Ауырлыҡтар булһа, түҙеп була,
Һағыныуҙарға түҙеү ауыр шул.
Туғандарым, мине онотмағыҙ,
Һеҙҙән хат та алып булмай шул…
5 март, 1953 йыл
Тотҡонда йырлаған йырҙарым
Гөрләшеп тә генә ҡорҙар уйнай,
Ҡыҙырым ғына сауҡа буйында.
Исем-фамилиямды яҙып ҡуям,
Тәүге генә яҙған йырыма.
Алма ла ғына тирһәң, ал ҡулыңа,
Алма тиргән ҡулың буялһын.
Йырла ғына, тиһәң, мин йырлайым,
Дәртле ирҙәр йоҡонан уянһын.
Белмәнем мин еләк, әй, бешкәнен,
Алманым мин өҙөлөп төшкәнен.
Йәшлек менән генә белмәй ҡалдым,
Ғәзиз башым утҡа төшкәнен.
Йүгәнемде тотоп, төн алдынан
Еккән атҡайымды эҙләнем.
Ризыҡ бөттө микән үҙ илемдә,
Сит илдәргә киттем, белмәнем.
Һаҡмар буйҡайының, әй, сейәһе,
Бешеүенән үтеп, ҡатты инде.
Суд көнөндә ғәзиз туғандарым
Илдәренә илап ҡайтты инде.
Бәләкәй генә билән, әй, ҡалҡыу ер,
Туғайҙарҙа өрә һалҡын ел.
Сит илдәрҙә оҙаҡ йөрөгәндә
Һағындыра икән тыуған ил.
Көмөш кенә һалдым, ай, һыуҙарға,
Шәүләләре төштөдаръяға.
Йәштән яфалағас, ник яраттың,
Был вафаһыҙ фани донъяға.
Фирҙәүес Ибраһимова, мәғариф ветераны.