Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәрҙе онотмайыҡ!

Һуғыштан бер нәмәһеҙ ҡайтҡан атайыма бер мәл Төркмән ауылына  саҡыртып «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 35 йыллығы» юбилей миҙалын тапшырҙылар. Миҙалды алып ҡайтҡас минән:«Улым, ошо миҙал минең Тыуған илем алдындағы ғәйебемде юя микән?»—тип илап ебәрҙе. —Юя, атай, юя,— тип саҡ тынысландырҙым. Нәҫелемдең сираттағы уҙаманы Хөсәйен Йомағужа улы Яҡшымбәтов Граждандар һуғышынан йөрөп ҡайтҡас, тыуған яҡтарында Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Моҡас ауылы советының беренсе рәйесе була.

Яугирҙәрҙе онотмайыҡ!
Яугирҙәрҙе онотмайыҡ!

 

Яугирҙәрҙе онотмайыҡ

Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған  Әҡсән олатай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә:
–Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек,–тип ҡабатлап ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығы киң билдәләнгәндә уға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы» миҙалы тапшырылды. Был ваҡиға һуғыш осоро хәтирәләрен яңынан терелтте.

Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, тормош михнәттәрен үҙ иңендә күп татый олатайым Әҡсән Хәсән улы Яҡшымбәтов. Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылында 1928 йылда тыуған олатайым ғүмере буйы Сибай ҡалаһында йәшәп, тау сәнәғәте өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Ауылда 4-се класты тамамлап, колхозда үгеҙ егеп, ер һөрә,иген үҫтерә. 18 йәше тулғас, 1949 йылда әрме сафына алына. 1952 йылға ҡәҙәр Порт Артурҙа хеҙмәт итеп, Ҡытай сиктәрендә пулеметсы булараҡ хәрби хеҙмәтен тултыра. Армиянан ҡайтҡас, Сибай ҡасабаһында төпләнә, комбинатҡа быраулау машинисы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Аҙаҡ машинист булып китә. Иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, карьерҙа эшләп хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте төрлө наградалар менән баһалана, бер нисә йыл рәттән ҡала, өлкә комитетына депутат итеп һайланып ,Мәскәүҙә съездарҙа ҡатнаша. Ҡатыны Сәғилә Мусина менән 6 бала—5 ҡыҙ һәм 1 ул үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар.

—Олатай, беҙҙең нәҫелдәлдән кемдәр-кемдәр һуғышта булды, кемдәр яу яланында мәңгелеккә ятып ҡалды, кемдәр иҫән ҡайтты?—тип һорашам үткәндәрҙе бөгөнгө кеүек итеп хәтерләгән тыл хеҙмәтсәненән.—Улар бик күп,—ти ҙә тәрән уйҙарға бата.

—Илебеҙҙә ҡәһәрле һуғыш ҡағылмаған ғаилә юҡ,—тип башланы һүҙен Әҡсән олатайым. Ҡарт ҡартатайыбыҙ Таһир Яҡшымбәтовтың Йомағужа, Мәхмүт, Рахманғол, Бирҙеғол исемле 4 улы һәм Заһита исемле ҡыҙы булған. Минең ҡартатайым Мәхмүт булһа, һинеке Йомағужа, күреүеңсә, улар бер туған. Мәхмүттән атайым Хәсән тыуған, Йомағужаның улы Хөсәйен, Фәйзрахман да һуғышта булған. Йомағужаның ҡыҙы Ҡобораның улы Нурфәйез, Хөсәйен олатайҙың улы Әнүәр ҙә йәшләй генә фронтҡа алынған. Минең атайым, Хөсәйен ағайға һуғыштан ҡайтыу бәхете тейҙе, ә бына ҡалғандар яуҙа баштарын һалды.

Әҡсән олатайым шундай мәғлүмәт биргәс, ОБД Мемориал сайтын аҡтара башланым. Сайттың «Память.Башкортостан. Книга 5» бүлегендә ошондай мәғлүмәттәргә тап булдым. Яҡшымбәтов Фәиз Йомағужа улы (Фәйзрахман Фәиз тип ҡыҫҡартылған), Баймаҡ районында тыуған, 245 ГАП, гвардия лейтенанты, 12.02. 1945 йылда һәләк булған, Венгрияның Будапешт ҡалаһында ерләнгән.

Яҡшымбәтов Әнүәр Хөсәйен улы, Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған, п/п 39927, өлкән сержант, 10.01.1945 йылда яраланып үлгән, Венгрияның М.Кесег зыяратында 3-сө ҡәберҙә ерләнгән. Һеңлеләре Мөхтәрәмә, Сәбилә инәйҙәрем иҫләүҙәренсә, Әнүәр ағаларынан 1945 йылдың ғинуарында һуңғы хат килгән. Унда: «Бөгөн төндә төштәремдә көмөш ҡалаҡ менән һыу эстем. Рәхмәт инде минең был төшөмә, һеҙ туғандар менән күрештем»,—тигән шиғри юлдар була. Күп тә үтмәй унан «ҡара ҡағыҙ»ҙа алалар. 

Илбулов Нурфәйез Ниғәмәт улы, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында тыуған, рядовой, 08.09.1943 йылда һәләк булған. Ерләнгән ере билдәһеҙ.

Унда шулай уҡ Яҡшымбәтов Хәсән Мөхәмәт улы (Мәхмүт яңылыш яҙылған), 1897 йылғы, Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған, 676 СП, 15 СД, ефрейтор, отделение командиры,28.06.1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған тигән яҙыу ҙа бар. Әҡсән олатайым атайым һуғыштан иҫән ҡайтты тигәйне бит, шуға аптырап уға бағам.

—Әйе атайым һуғышҡа алыныу менән пленға эләккән. Атайым да, Хөсәйен ағайым да 1897 йылда тыуған. Улар икеһе лә 17 генә йәштәрендә Граждандар һуғышында булып, Урта Азияның кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Советтар Союзы маршалы иптәш Буденный командованиеһы составында Урта Азияла басмачтарҙы тар-мар иткән. Украинала булғандар, ул һуғышта улар 7-шәр йыл йөрөп ҡайтҡан. Шул йылдар эсендә Хәсән Мәхмүт улы ла, Хөсәйен Йомағужа улы ла Зәки Вәлидиҙең һаҡ ғәскәрендә лә хеҙмәт итеп өлгөргән. Әрмегә киткәндә үк атайым Иҫәнбәт һылыуы Хәйернисаға өйләнеп киткән була. Граждандар һуғышында булған ирен әсәйем көтөп ала. 1921 йылда илдә йотлоҡ булғанда атайым менән Хөсәйен ағайым әрменән ҡайтҡан. Хәрби әҙерлекле булғанға күрә лә атайым Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа алына һәм алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. «Ике һалдатҡа бер винтовка тотороп немец танкыларына ҡаршы ебәрҙеләр»,—тип һөйләй торғайны.

Көстәр тигеҙ булмағас, совет һалдаттары шундуҡ пленға алына. Ауылда атай-әсәйһеҙ (әсәйҙәре һуғышҡа тиклем ук вафат була) тороп ҡалған 6 балаға атайығыҙ Хәсән Мәхмүт юлы хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәр килә. Атаһын фронтҡа оаҙатҡандарын яҡшы хәтерләй Әҡсән олатайым. «Магнитогорск ҡалаһынан яғыулыҡ материалдары ташыған аттарға Беренсе Моҡастағы Сәфәрғәлин Хажиәхмәт менән икәүләшеп ултырып киттеләр»—ти ул ауыр мәлдәрҙе хәтерләп. Пленда Польшала, Германияла була. Совет һалдаттары Еңеү яулағас, плендағылар Тыуған илгә Германиянан малдар ҡыуып алып ҡайта.Илдә тыныслыҡ урынлашһа ла тотҡонда булғандарҙы тыуған ерҙәренә ҡайтармайҙар, Донбасҡа күмер шахтаһына эшкә ебәрәләр. 1946 йылда Әбдрәхмән еҙнәләре Хәсән Мәхмүт улының иҫән булыуын белеп ҡалып, ил башлығына  балалар етем тип хат яҙып, атайҙарын ҡайтартып ала. Ауыр һуғыш йылдарын Бирҙеғол олаталарының, Сафия апайҙарының һыйырҙарының ағы арҡаһында ғына имен сыҡҡан балалар ҡәҙерле кешеләре ҡайтҡас, әҙәм рәтле йәшәй башлай. Пленда булған кешегә йәшәп китеү еңелдән булмай, даими районға саҡыртып һорау алып торалар. 1953 йылда Сталин үлгәс кенә, Хәсән Мәхмүт улын тыныслыҡта ҡалдыралар, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өҫтәл туҡмап, һорау алыуҙарын туҡталар. «Башта колхозда эшләне, иген үҫтерҙе,мал ҡараны,  аҙаҡ колхоз совхозға әйләнгәс, атайым шул  хужалыҡтың тәүге пенсионеры булды. Һуғыштан бер нәмәһеҙ ҡайтҡан атайыма бер мәл Төркмән ауылына  саҡыртып «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 35 йыллығы» юбилей миҙалын тапшырҙылар. Миҙалды алып ҡайтҡас минән:«Улым, ошо миҙал минең Тыуған илем алдындағы ғәйебемде юя микән?»—тип илап ебәрҙе. —Юя, атай, юя,— тип саҡ тынысландырҙым.

Нәҫелемдең сираттағы уҙаманы Хөсәйен Йомағужа улы Яҡшымбәтов Граждандар һуғышынан йөрөп ҡайтҡас, тыуған яҡтарында Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Моҡас ауылы советының беренсе рәйесе була. Уның атаһы Йомағужа Таһир улы хәлле генә йәшәй. Малы ишле, ерҙәре иркен була. Шунлыҡтан уға кулак мөһөрө тағылып, ҡатыны менән Себергә һөргөнгә оҙатыла. Уның хужалығын тартып алыу өсөн үлсәп йөрөгән землемерҙар алсаҡ ҡына кинйә улдары Фәйзрахманды  үҙҙәре менән ¤фөгә алып китә. Ул шунда интернатта тәрбиәләнеп, зоотехник һөнәрен үҙләштереп тыуған яҡтарына 1940 йылда ғына ҡайта. Әлеге Төйәләҫ ауылы хужалығында эш башлап, өйләнеп кенә өлгөрөүгә ҡәһәрле һуғыш сығып китә. ‡рҙә әйтеп үтеүебеҙсә, ул 1945 йылда Венгрияла һәләк була. Әҡсән олатайымдан уның берҙән-бер ҡыҙы Сибай ҡалаһында йәшәүен белдек. Бер ваҡытта ла күрмәгән инәйҙе табып күреү теләге тыуҙы.

Атаһының бөтә мал-мөлкәтен тартып алғас Хөсәйен төйөнсәген тотоп, «Йылайыр» хужалығына китә. Бер туған һеңлеләре— Ҡобора, Зөләйха, Хазина, Зөһрә ул ваҡытта үҙаллы донъя көткән була. Оҙаҡламай ул кире ауылына ҡайта һәм Фәтхиә исемле ҡыҙға өйләнеп донъя көтә башлай. Бәләкәй генә өй һалып инә. Шунда Сәлимә, Әширәф, Әнүәр, Милевафа, Мөхтәрәмә, Сәбилә, Бибинур исемле балалары тыуа. Әлеге көндә инәйҙәрем Миңлевафаға—88 , Мөхтәрәмәгә—86, Сәбиләгә—84, Бибинурға 80 йәш.

Граждандар һуғышында сынығыу алған Хөсәйен Йомағужа улы улдары Әширәф, Әнүәрҙән һуң 1943 йылда фронтҡа алына. «Хөсәйен ағайым тракторсы булғас, бронь менән ҡала килде. 45 йәше тулыр алдынан хәрби комиссариатҡа саҡыртҡастар, алып барһам, повеска тотторҙолар»—тип хәтерләй Әҡсән олатайым.—Ағайым фашистарҙы ҡыуып Берлинғаса барып етте. Түше тулы орден-миҙал булды».

Тыныс тормошта Хөсәйен Йомағужа улы ауыл хужалығын тергеҙгән, ергә хеҙмәт итеп, балаларын баҡҡан. 1967 йылда үлер алдынан ғына уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшыралар. Уның менән бергә Иҫке Сибайҙан Әхмәҙи Янбаев та ошо уҡ миҙалға лайыҡ була. Шулай итеп һуғыш бөтөүгә өс тиҫтә йылдан ашыу үткәс кенә награда үҙ эйәләрен эҙләп таба. Шул хәлдән бер ай үтеүгә олатайым күҙҙәрен мәңгегә йома.

Әҡсән Хәсән улы иҫке фотоһүрәттәр араһынан яугирҙәрҙең фотоларын берәм-берәм сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Уларҙың һәр береһен ҡәҙерләп ҡарап сыҡҡандан һуң Шәжәрә байрамын ойоштороу кәрәклеген белдерҙе. «Батырҙар иҫкә алынғанда туғандарҙың исеме онотолорға тейеш түгел»—тине олатайым, күҙҙәренә йәш алып.Уның Шәжәрә тураһындағы һүҙен кесе ҡыҙы Айгөл Әҡсән ҡыҙы хупланы һәм шул уҡ йылда атаһының теләген тормошҡа ашырҙы.

Әҡсән олатайым 2018 йылда 90 донъя ҡуйҙы.  

 

             

            

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: