АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ватанды һаҡлаусылар—һуғыш батырҙары хаҡында

Бер мәл миңә: “Сибайҙар араһында Советтар Союзы Геройы Федор Беловтан башҡа тағы ла күнерекле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармы?—тигән һорау бирҙеләр. “Әлбиттә, бар!”—тип яуапланым. Йырҙа яңғыраған, Рәсәйҙә үҙ геройы булмаған ғаилә юҡ, һүҙҙәре сибайҙарға ла ҡағыла. Улай ғына ла түгел, күптәрҙең һуғышта алған орден-миҙалдарына намыҫлы хеҙмәте өсөн наградадар өҫтәлде. Әйтәйек, Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы һуғышта ҡаты яраланғас, уны дауаланғандан һуң, танк полкына күсерәләр. Яңынан хәрби әҙерлек үткәндә яугирҙең танк һәм башҡа ҡатмарлы техникаға һөйөүе арта. Бөйөк Еңеүҙән һуң тыуған яғына ҡайтҡас ул экскаваторҙа эшләй, техникала өлгөлө эш итә, белемен арттыра, рационализатор һәләтен күрһәтә, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшә. Хатта “Ҡатмарлы техниканы эксплуатациялағанда ремонт-ара ваҡытты һуҙыу” Бөтә Союз хәрәкәте инициаторы булып таныла. Уның хәрби наградаларына Ленин ордены һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы юғары исеме, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы өҫтәлә. Шулай уҡ БАССР-ҙың Юғары Советының Почет грамотаһына һәм Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы исеменә лайыҡ була.

Ватанды һаҡлаусылар—һуғыш батырҙары хаҡында
Ватанды һаҡлаусылар—һуғыш батырҙары хаҡында

 

Сибай эшселәр ҡасабаһынан фронтҡа китеп, унан ҡайтмаусыларҙың исемдәре “Мәңгелек ут” мемориалы гранитына алтын хәрефтәр менән уйылып яҙылған. Һуғышҡа бөтәһе нисә кеше мобилизацияланған? Кемдәр әйләнеп ҡайтҡан? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауҙарға яуапты беҙ һуңлап ҡына эҙләй башланыҡ. Бәлки, күптәрәнең исемдәре төшөп тә ҡалғандыр. Әммә яҙылғандарҙың исемдәре беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Сибай эшселәр ҡасабаһында мобилизация һуғыштың тәүге көндәрендә үк башлана. Яу осоронда Ҡыҙыл Армия сафына 300-ҙән ашыу кеше алына. Шуларҙың барыһы ла фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында айырым яҙырға булыр ине. Әммә уларҙың күбеһе бик баҫалҡы, үҙе хаҡында һөйләргә яратманы. Фронт тураһында һорашһаң да улар күберәк яуҙаштары, командирҙары хаҡында ғына һүҙ ҡуҙғыта, үҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирмәй торғайны. Шуға күрә йырҙа йырланғанса, орден тағып ҡайтһаң, һөйләшербеҙ, тигән кеүек беҙ уларҙың хәрби юлын тик наградаларына ҡарап ҡына яҙып алғанбыҙ.

Сибай эшселәр ҡасабаһының почта бүлексәһе мөдире Сөләймән Латып улы Дәүләтов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың февралендә алына. Һуғыштың беренсе алыштарында ҡатнашҡан яугир булараҡ уны 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһына күсерәләр. Шул кавалерия сафында Бөйөк Еңеүгә ҡәҙәр дошманға ҡаршы һуғыша. Уның миҙалдарына ҡарап ҡына гвардеец-кавалеристарҙың хәрби юлын күҙалларға була: “Кенигсбергты алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары үҙҙәре үк уның батырлығын сағылдыра. Уның түшен шулай уҡ II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжәле Дан ордендары, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы биҙәне. Фронттан ҡайтҡас1965 йылға ҡәҙәр почта начальнигы эшенә тоғро ҡала. 2013 йылда фронтовик эшләгән почта бүлексәһенә уның исеме яҙылған мемориал таҡтаташ ҡуйылды.

1942 йылда әрмегә Сибай руднигының янғын хеҙмәте начальнигы Кузьмин Ермолай Анисимович алына. Ул да һуғыштың аҙағынаса ҡәҙәр сафта ҡала, капитан дәрәжәһендә миномет батареяһы менән етәкселек итә. I һәм II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградланған. Демобилизацияланғас Сибайға ҡайта, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының янғын часы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1949 йылда “Янғын һағының иң яҡшы хеҙмәткәре” билдәһенә лайыҡ була.

Сибай эшселәр ҡасабаһынан шулай уҡ Д.Деулин, К.Рысаев, Ф.Ширмаев фронтҡа алына. 1942 йылда йәш ҡыҙҙар--М.Биишева, С.Бикбирҙина, М.Ивлева, Н.Морозова, А.Сидреонкова һәм башҡалар яуға китә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа эшсе ҡулдар талап ителгән таусылар ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һаны 1380 кешегә етә. Шулар араһында 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнашыусылар--Шәкир Зариф улы Ҡадиров, Ислам Хәйрислам улы Моратов, Ғәлимйән Мостахетдин улы Мәжитов, Ишмырҙа Әхмәтғәле улы Тутаев була. Сибай ҡалаһының тәүге почетлы граждандары Исхаҡ Фәләх улы Мотаев, Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов та--һуғыш ветерандары.

Бер мәҡәләлә бөтә яҡташ яугирҙәр тураһында яҙып бөтөү мөмкин түгел. Әммә “Үлемһеҙ полк” сараһына әҙерлек барышында юлыҡҡан ҡыҙыҡлы статистиканы килтерәм.

Ул ваҡыттағы иң юғары дәүләт наградаһы—Ленин ордены менән 9 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны наградланған. Статус буйынса икенсе урында торған орден Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына 23 сибайлы лайыҡ булған.

25 кеше икешәр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры булған. Ике Дан ордены (I һәм II дәрәжәле) 9 кешенең түшен биҙәгән. III дәрәжәле Дан ордены менән 34 кеше наградланған. Ике һәм унан да күп хәрби орден 136 Бөйөк Ватан һуғышы ветераныныҡы булды.

Хәрби награда һуғышта ҡатнашҡан өсөн генә түгел, батырлыҡ күрһәткән өсөн генә бирелә. Батыр улдарыбыҙ менән беҙ һәр ваҡыт ғорурландыҡ һәм ғорурланабыҙ. Ҡалалаштарҙы яҡташтарыбыҙҙың ил азатлығы өсөн көрәшкәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа саҡырам.

Илдә бөгөн барған хәлгә Сит илдәр эштәре министры С.В.Лавров:”Беҙ илебеҙгә ҡаршы ысын тарихи агрессия тоябыҙ”,--тип аңлатма бирҙе. Агрессияның эстәлеге СССР-ҙың еңеүгә индергән өлөшөн бәләкәсәйтеү генә түгел, һуғыштан һуң тыныслыҡ урынлаштырыу гаранты билдәле тарихи роленән мәхрүм итеү ҙә. Унан һуң инде беҙгә азат донъя именлегенә хәүеф тыуҙырған ревизионист дәүләт ярлығы тағырға ла оялмайҙар.

Рәшит Иҙрисов, Сибай ҡалаһы ветерандао Советы рәйесе.

 

Ватанды һаҡлаусылар—һуғыш батырҙары хаҡында
Ватанды һаҡлаусылар—һуғыш батырҙары хаҡында
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: