Әсәйем мәрхүмә Ғәфүрә Уйылдан ҡыҙы Әхмәтова гел генә мин һөйләгәндәрҙе яҙып бар, тип әйтһә лә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманым. Инде олоғайып, уның йәшенә еткәс кенә ҡәҙерлемдең һүҙҙәре миңә барып етте.
Әсәйем—һуғыш осоро балаһы, 1928 йылда Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуған.
-Әсәйем Мәғәрифә миңә 3 йәш булғанда мәрхүм булған. Атайым Ғәйшә апайға өйләнде. Ҡусты-һеңлеләрем тыуҙы. Апай мине үгәй, тип ҡаҡманы-һуҡманы. Мәктәпкә барҙым, латин алфавиты менән 2 класс бөттөм, башҡа уҡыу эләкмәне.
Ҡәһәрле 1937 йылда атайымды “Халыҡ дошманы” тип ҡулға алдылар. Шул китеүҙән ул юғалды. Үлеме-тереме икәнен дә белмәнек. Кем әйткәндер инде беҙҙең хәлде, Аҡъярҙан Бохарбаев Вәлитдин олатайым беҙҙә йәшәрһең, тип мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Уның үҙенең дә ғаиләһе ишле ине. Инәйем Бохарбаева Зөләйха эшкә өйрәтте. Мәңге рәхмәтлемен уға! Үҙ балалары һымаҡ баҡтылар. Шунан Бөйөк Ватан һуғышы сыҡты. Олатайымдарҙың өлкән улы Расих ағайымды фронтҡа оҙаттыҡ. Мине Самарскийға тракторсылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Шунан һуң эшләй башлағас тракторымдың шатуны блокты тишә төрттө. Ултырып сеңләп илайым, етемлек-етемлек инде, хәҙер был хәл өсөн мине төрмәгә ултырталар, тип. Һуғыш ҡыҙған мәл бит. Хужалыҡ рәйесе: “Нишләп туҡтаның?”--тип эргәмә килде. Хәлде аңлатҡас, техниканы мастерскойға һөйрәтергә ҡушты, иртәгә сеялкаға сығарһың тигәйне, бөгөн-иртәгә генә алып китмәҫтәр әле, тип йөрөгәмә йылы йүгерҙе. Олатайым да, уның балалары Рафиҡ, Ришат, Рәшиҙә Фрунзе колхозында эшләне. Бер мәл һуғыш бөттө, илебеҙгә зарығып көткән Еңеү килде. Һалдаттар ҡайта башланы. Мине атайың--фронтовик Байғужин Шәрифйән Ғүмәр улына димләнеләр. Шулай ғаилә ҡороп йәшәп алып киттек, балаларыбыҙ тыуҙы. Һин мәктәпкә уҡырға барғанда уҡый-яҙа, хисапты белә инең. Шуға уҡытыусығыҙ Абдуллина Флүрә апайығыҙ яңы йылдан 2-се класҡа күсерергә тәҡдим итһә лә беҙ ризалашманыҡ,--тип һөйләй торғайны.
Беҙ әсәйемде етемлектән ҡотҡарып алып ҡалған Бохарбаевтарҙы ҡартатай, өләсәй тип үҫтек. Әле уларҙың балалары, ейәндәре, бүләләре бар, был юлдарҙы уҡып ҡыуанһалар үҙе ни тора!
Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрифйән Ғүмәр улы 88 йәшендә вафат булды. Тормош ыҙалыҡтарын күп күргән әсәйем 60 йәшен дә тултыра алмай гүр эйәһе булды.
Иҫ белә башлағанда атайымды Айыулы ауыл советына эшкә алдылар. Мине ҡартәсәйем Маһира Ситдыҡ ҡыҙы Ҡәйепова менән Юлбаҫ ауылында ҡалдырҙылар. Ул төндәрен күргәндәрен һөйләй торғайны.
-Етеш ғаиләлә үҫтем. Абыстайға йөрөп ғәрәпсә уҡырға өйрәндем. Донъя боларғанда еткән ҡыҙ инем. Мине ҡартайыңа кейәүгә бирҙеләр. Хәлле йәшәнек. Ул заман буталсыҡ булды: аҡтары ла, ҡыҙылдары ла берҙәй таланы. Атыбыҙҙы ылауға кәрәк тип алып киттеләр. Шулай ҙа 1921 йылғы аслыҡҡа бирешмәнек. Әҙ генә болалар баҫылғайны, етеш йәшәгәндәрҙе Черемховоға кулак тип оҙата башланылар. Көндә сығып ҡапҡаны ҡарайым: дегет һөртөп китһәләр, әҙерләнегеҙ тигәнде аңлата. Атайың бәләкәине ул мәлдә. Юлда балалар сыҙамай, үләләр тип хәбәр килә. Әгәр беҙҙе алып китә күрһәләр, балаларҙы күрше инәйгә ҡалдырырбыҙ, тип һөйләштек. Һеҙгә теймәҫтәр, аҫрау балалар тип әйтерһегеҙ, тинек. Игенде, башҡа ризыҡты уларға ташыныҡ. Көндә мейес ултырып икмәк бешерәм дә, солан башында киптерәм. Шунан ниндәйҙер статьяға ярашлы, һеҙ раскулачиваниеға эләкмәйһегеҙ, тип әйттеләр. Булған малығыҙҙы колхозға бирегеҙ, үҙегеҙ ҙә колхозға инегеҙ, тинеләр. Ҡырҙа ураҡ менән иген урҙыҡ. Башҡалар төшкө ашҡа китһә, мин көлтә төбөнә башымды һалып серем итеп алам, сөнки ураҙаламын. 1937 йылда Арыҫлан мулланы ҡулға алдылар. Ике ҡатыны, балаларына теймәнеләр. Унан һуң һуғыш башланды. Атайыңды фронтҡа оҙаттыҡ. Сәғиҙә апайың 12-13 йәшендә колхозға эшкә сыҡты. Сәлимә апайың бәләкәйерәк ине. Ул 1938 йылғы. Көндә улымдың һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп аят-доғалар уҡыйым. Фатима инәйең (Арыҫлан мулланың өлкән ҡатыны) уның да улдары һуғышта ине, ҡулын йә аяғын өҙҙөрөп, йәрәхәтләнеп булһа ла ҡайтһын тип теләй торғайны. Теләге ҡабул булды: бер улы һыңар аяҡ булып ҡайтты. Береһе һуғышта ятып ҡалды. Минең улым берәү генә, мине ҡартайғас кем баға, тип Алламдан туҡтамай баламдың имен ҡайтыуын һораным. Һуғыш бөттө, атайың ҡайтты, өйләнде. Шунан һин тыуҙың,--тип һөйләр ине.
Кистәрен өйҙә яңғыҙымды ҡалдырмайым, тип намаҙға ҡуша алып йөрөнө. Хөсәйенов Мырҙабулат ағайҙың өйөндә йыйылып намаҙ уҡыйҙар ине. Бер көндө мине үҙе менән алманы. Клуб уның өйөнә ҡаршы ине, шунда кешеләр күп күренгәс, тәҙрәнән барып ҡараһам, берәү һөйләй, ҡалғандары күҙҙәрен һөртә. Баҡһаң, Сталин үлгән икән. Тышта уйнап-көлөп йөрөргә ярамай, бөгөн иларға кәрәк. Шулай итмәһәң, төрмәгә ябалар, тип киҫәтте ҡартәсәй.
Абыстайҙан алған дини һабағына ғүмере буйы ҡулланды. Был донъяла беҙ ҡунаҡ, ысын донъя тегендә—әхирәттә тип ныҡ киләһе донъяға әҙерләнде. Өшкөрөүгә лә әүәҫ ине.
Хәйҙәр Байғужин.
Хәйбулла районы.
Сиҙәм ауылы.