Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 78-се яҙын ҡаршыларға йыйына. Быға ҡәҙәр беҙ һуғышты кино, документаль фильмдар, әҙәбиәт, тарих аша ғына белһәк, икенсе йыл инде уның шаһитылабыҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, донъяла тыныслыҡ юҡ: әле бында, әле тегендә ҡан ҡойоштар, бәрелештәр бара, Украинала хәрби операцияла яҡташтарыбыҙ ғәзиз баштарын һала.
Тик бер нәмәгә ҡарамай, тормош дауам итә, еребеҙгә күкрәп яҙ килгәндә мөһим байрамыбыҙ 9 Май—Бөйөк Еңеү көнө етә. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең әүҙем дуҫы—Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Атайсал” гәзите тиражын арттырыуға тос өлөш индерә һәм 12 махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә баҫмабыҙға 2023 йылдың 2-се ярты йыллығына подписка бүләк итә.
-Хөрмәтле һәм ҡәҙерле һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым! 9 Май күҙ йәштәре аша яуланған байрам. Беҙ Бөйөк ватан һуғышы фронттарында батырҙарса һуғышҡандарҙың, тылда намыҫлы хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙгәндәрҙең ҡаһарманлығын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Киләһе быуындарҙың именлеген ҡайғыртып үҙ ғүмерегеҙҙе аямайса дошманды тар-мар итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Әле килеп яҡташтарыбыҙ тағы алға һыҙыҡта барыбыҙҙы нацизмдан һаҡлай. Беҙгә хәҙер иң мөһиме тыныслыҡ кәрәк! Донъяларыбыҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын! Донъяла барған низағтар тиҙерәк бөтһөн! Ир-егеттәребеҙ еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!—ти мәрхәмәтлек ҡылыусы Зариф Зәкир улы Байғусҡаров.
Уның һүҙҙәрен баш ҡаланың “Башбланкиздат” йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына Һаҡмар округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, Хәйбулла районы ҡыҙы Гөлсәсәк Әлибаева ла хупланы. Эшлекле ханым Урал аръяғы төбәгендә йәшәгән 22 кешегә—Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына “Атайсал” гәзите яҙҙыртты.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовик-ветерандар бөгөн юҡ тиерлек. Баймаҡта Ғәйзулла Әблүзин, Хәйбулла районында ике генә һуғыш ветераны—Иҙрис Түләшев, Фәтхулла Юламанов ҡына иҫән. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған еңеү яулаусыларҙың ҡәҙерҙәрен беләйек!
Тыуған Башҡортостаныбыҙ ҡаҙаныштарында беҙ яу яландарында һәм хеҙмәт фронтында үҙ-үҙен аямаған оло быуыныбыҙҙың өлөшөн күрәбеҙ. Республиканың ышаныслы үҫеше--йәштәргә ватансылыҡ тәрбиәһе биреү, халыҡ хәтерендә атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын һаҡлап ҡалыу буйынса изге эш, ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү өсөн ныҡлы нигеҙ ул. Һәм был--халҡыбыҙҙың, бөтә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының, хеҙмәт коллективтарының, йәмәғәт ойошмаларының изге бурысы.
Бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында иҫтәлек быуаттарҙан быуаттарға нығыһын, ерҙәге изге ихтыярлы кешеләрҙең барыһын да берләштерһен, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет теләйем!”—ти Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы.
Халҡым, тыуған ерем, телем тип янып йәшәгән ошондай яҡташтарыбыҙ барҙа милли матбуғат йәшәр, телебеҙ юғалмаҫ, халҡыбыҙ ишәйер, тигән өмөт бар! Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!