Бөтә яңылыҡтар

"Һалдат" атым булды минең

..Шул ваҡытта колхоз аттары араһына бер ят ат хасил булды. Башҡорт тоҡомло аттар кеүек йәтеш кәүҙәле, сысҡанһырт, үҙе эт һымаҡ уҫал, ашамһаҡ. Янына берәү яҡын бара алманы. Уға табан юлланһалар, ҡолағын шымыртып килә лә, ҡурҡҡандарын һиҙһә, умырып тешләй торғайны. Ә бына мине яҡын юлатты. Әллә ул мине бығаса уның хужаһы булған кешегә оҡшаттымы икән, билдәһеҙ. Ул аттың барлыҡҡа килеү тарихын берәү ҙә бемәне. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр ул, уғаса бер өйөрҙә булманы. 

"Һалдат" атым булды минең
"Һалдат" атым булды минең

Редакцияға башлыса өлкән быуын вакилдәре килә, улар үҙҙәренең башынан үткәнде һөйләй, төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйән итә һәм гәзит биттәренә яҙып сығарыбыуыбыҙҙы үтенә.

Күптән түгел Сибайҙа йәшәүсе Илдар Хизбулла улы Сафин килеп инде. Ул “Һалдат” ҡушаматлы аты тураһында һөйләне.

“Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫтем. Атайыбыҙ йәшләй генә гүр эйәһе булғас, ғаиләләге яңғыҙ малай булараҡ, тиҙ ҡул аҫтына индем. Өлкән апайҙар ҙа, әсәй ҙә эшләне, өйҙә һеңлем Таңсулпан ғына ҡала ине. Мин дә малай ғына көйөнсә конюх ярҙамсыһы булып эшкә сыҡтым. Шул ваҡытта колхоз аттары араһына бер ят ат хасил булды. Башҡорт тоҡомло аттар кеүек йәтеш кәүҙәле, сысҡанһырт, үҙе эт һымаҡ уҫал, ашамһаҡ. Янына берәү яҡын бара алманы. Уға табан юлланһалар, ҡолағын шымыртып килә лә, ҡурҡҡандарын һиҙһә, умырып тешләй торғайны. Ә бына мине яҡын юлатты. Әллә ул мине бығаса уның хужаһы булған кешегә оҡшаттымы икән, билдәһеҙ. Ул аттың барлыҡҡа килеү тарихын берәү ҙә бемәне. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр ул, уғаса бер өйөрҙә булманы. Бәлки, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Донецк яғында барған яуҙарҙа хужаһын юғалтып, яу яланынан сығып киткәндер ҙә, беҙҙең яҡтан ебәрелгән ат булһа, кире ошо яҡҡа ҡайтҡандыр. Кем белә инде...

Уға беҙ нишләптер “Һалдат”ҡушаматы таҡтыҡ. Йәй буйы уны егеп эшләнем: бесән саптыҡ, йыйҙыҡ, күбә тарттырҙыҡ. Ыңғайыма ғына йөрөнө. Күп кенә малайҙар, хатта ат йәнле өлкән ағайҙар уны ауыҙлыҡларға маташты. Ул тешләшһә тешләште, тик берәүҙе лә яҡын ебәрмәне. Унан тешләнгән, тибелгәндәр күп булды. Мин әрмегә алынғас, “Һалдат” янына берәү ҙә яҡын бара алмаған. Артабан ул нисек өйөрҙә көтмәгәндә барлыҡҡа килгән, шулай юҡҡа сыҡҡан,” – тип “Һалдат” тураһында һөйләне 87 йәшлек Илдар Хизбулла улы.

 

Автор:Гульдар Кадаева