Бөтә яңылыҡтар

Шәфҡәт нуры бөркөлә

"Байыҡ" телевизион бейеү конкурсының 2-се туры тамам. 3 көн эсендә "Байыҡ"тың ҙур сәхнәһендә бик күп талантлы бейеүселәр сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе - сағыу һәм үҙенсәлекле. Сарала Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының «Умырзая» ансамбле лә ҡатнашып, жюри хөкүменә «Шәфҡәт нуры» бейеүен тәҡдим итте.

Сибай үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең художестволы үҙешмәкәр коллективына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Әсәҙуллин “Шәфҡәт нуры” бейеүен һалған.
-Был бейеүҙе Бөйөк Ватан һуғышы, данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арнаныҡ. Яу яланынан өҙлөкһөҙ яралылар сығарған, уларҙы баҡҡан санитаркалар – аҡ халатлы фәрештәләрҙең ҡаһарманлығына дан йырларға тырыштыҡ. Улар бит хатта үлеп барыусыларҙы әжәл тырнағынан тартып алған, миллиондарса һалдаттарға икенсе ғүмер бүләк иткән. Әлбиттә, һуғыш тигәс тә гел генә шартлау, атыш, алыш булмаған бит инде. Санитаркалар ял иткән ваҡыттарында тыуған яғын, яҡындарын, һөйгәндәрен һағынып, аяуһыҙ һуғыш һалған күңел яраларынан бер арынған мәлдә йырлап-бейеүгә лә ваҡыт тапҡан. Бейеүҙә шундай мәлдәрҙе сағылдырырға тырыштыҡ,-- ти Фәнил Әсәҙуллин.
- Медицина хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эше лә яу яланын хәтерләтә. Ауырыуҙар һаны арта, пандемия баш ҡалҡыта. Етмәһә, донъялар тыныс түгел... Күптәр уларҙы эшен еренә еткереп башҡармай, аҡ халаттарына тап төшөрә тип битәрләй. Ә бит улар ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй, ғүмере бөткәндәргә хатта йән өрөргә лә әҙерҙәр. Улар ҙа бит беҙҙең ише кеше булыуын онотмаһаҡ ине. Уларҙың да йөрөге, күңеле бар. Бейеү ҙә быларҙың барыһы ла сағылыш таба.

Автор:гульдар кадаева