Бөтә яңылыҡтар

«Еңеү диктанты» яҙҙыҡ

Сибайҙар БДУ-ның Сибай институтында «Еңеү диктанты» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, диктант яҙҙы. - Белемебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Тарихҡа ҡағылдыҡ, - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Еңеү диктанты" акцияһы дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Әгәр ҙә ул ошоға тиклем Бөйөк Еңеү байрамы алдынан уҙһа, быйыл сара бөгөн, 3 сентябрҙә, булды.

“Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи диктанты Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналды һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарылды. Сибайҙар ҙа был акцияла әүҙем ҡатнашты. "Еңеү диктанты" Өфө Фән һәм технологиялар институтының Сибай институтында үтте. Бөтәһе 80-гә яҡын кеше тарих буйынса белемен һынарға теләк белдерҙе. Улар араһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, уҡыу йорто директоры Илдар Хәмитов, ветерандар советы рәйесе Рәшит Иҙрисов һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары бар ине.

Сараны асып, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов акцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм илһөйәрлек, ватансыллыҡ рухы менән һуғарылған акцияла ҡатнашҡандары өсөн оло рәхмәтен еткерһә, ҡала мэры Азамат Юлдашбаев "Еңеү диктанты"н Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәгән халыҡтың, Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың еңеп ҡайтыуына ниндәйҙер кимәлдә теләктәшлек белдереү сараһы тип билдәләне. "Шуға күрә диктантты барыбыҙ ҙа тик еңеүле "бишле"гә яҙырға тейешбеҙ", - тине ул.

Акцияла ҡатнашҡан иң ололарҙың береһе Рәшит Иҙрисов ҙур теләк менән килгән. Уның әйтеүенсә, был сара бик мөһим һәм кәрәк. "Үҙем йәштән Рәсәй тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары минең өсөн үтә яҡын. Быйыл Сталинград алышына 80 йыл тула, тест һорауҙарында ошо хаҡта ла һорауҙар булыр тип ышанам. Йәштәр өсөн кәрәкле акция тип һанайым һәм был сарала уларҙың күберәк ҡатнашыуын теләйем", - тине Рәшит Хәйҙәр улы.

Сибай ҡалаһында ойошторолған "Еңеү диктанты" координаторы, тарих фәндәре докторы Фуат Сөләймәнов белдереүенсә, был сара бөгөн бигерәк тә мөһим. Рәсәй тарихын, илебеҙҙе ҡайһы бер дәүләттәр танырға теләмәгән ваҡытта, үткәндәребеҙгә, шанлы, данлы яу юлдарына, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы осорона ниндәйҙер кимәлдә байҡау яһау күңелдәрҙә илһөйәрлекте, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарына һоҡланыу, ғорурланыу тойғоларын арттырасаҡ. Бигерәк тә йәштәребеҙ өсөн ошондай акцияларҙың йыш үтеүе мөһим.

“Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә лә тарихсыларҙың кәмеүе һиҙелә, был, бәлки, Сибай институтында тарих факультетын бөтөрөүҙән дә киләлер. Тарихты өйрәнергә кәрәк, халҡыңдың, илеңдең үткәнен белмәй тороп, киләсәктә ниндәйҙер маҡсаттар ҡороу мөмкин түгел”, - ти Фуат Мырҙағәле улы.

Әйткәндәй, “Еңеү диктанты”н яҙып, иң күп балл йыйғандарға юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк биреләсәк.

Ә һеҙ “Еңеү диктанты”на ҡатнаштығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева