Бөтә яңылыҡтар

Хәтер һәм ҡайғы көнө

 22 июнь Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн -- Хәтер һәм ҡайғы көнө итеп билдәләнә. Илебеҙ өсөн ҡайғылы көндө сибайҙар барлыҡ яугирҙәрен иҫкә алып, «Мәңгелек ут» мемориалына сәскәләр һалды.

Хәтер һәм ҡайғы көнө
Хәтер һәм ҡайғы көнө

Сибай ҡасабаһынан һуғышҡа 300-ҙән ашыу кеше киткән. Шуларҙың яртыһы тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайта алмаған.

Митингта Сибай ҡалаһы етәкселеге, йәмәғәтселек, хоҡуҡ һағы һаҡсылары, уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Сибайҙар шулай уҡ 21 июндән 22 һенә ҡараған төндө“Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, мәңлелек ут янында һуғышта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә шәм ҡабыҙҙы.

“Хәтер шәме” акцияһында ҡатнашып һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итә ала. Һәр ҡабынған шәм ветерандарға медицина ярҙамы күрһәтеү иҫәбенә бер һум өҫтәй. Аҡсаны “Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды күсерә.

Автор:Гульдар Кадаева