Бөтә яңылыҡтар

Ветеран әле лә сафта

Хәйбулла районында быйыл ике ветеран ғына Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын иҫән-һау ҡаршылай. Улар—Иҙрис Түләшев һәм Фәтхулла Юламанов. Йәштәре 100-гә етеп килгән ҡарт һалдаттар йәштәрҙә патриотик рух тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Яугирҙәр үҙҙәрен кисәге һалдат итеп тоя, көслө рухлы һәм ғорурҙар. Райондың иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшев 90 йылдан ашыу шахмат уйнау менән дә мауыға. 18 июлдә ветеранға 97 йәш тула. Ҡатыны Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән 73 йыл бергә тигеҙ ғүмер итәләр.

Ветеран әле лә сафта
Ветеран әле лә сафта

Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдын 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иҙристең атаһына Иләс (Турат) ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: «Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ»,—тип 5 йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиәгә биреүен һорай. Түләшевтар риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек бағып үҫтерә. Урта белем алыу теләге менән 9-сы класҡа Аҡъяр мәктәбенә барырға ниәтләнеп йөрөгәндә фашистик Германия беҙҙең илебеҙгә мәкерле һөжүм итә.

Йәйге каникулдар осоронда тәжрибә туплап өлгөргән Иҙрис Әбделкәрим улын «Яңы юл» колхозына хисапсы итеп эшкә алалар.1942 йылдың август айында Иләс ауыл Советының сәркәтибе итеп һайлана.1943 йылдың 19 ғинуарында Ҡыҙыл Армия са-фына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. 1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белорусияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.

8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашистик Германияның еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишетәләр. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар итәләр.

Иҙрис Түләшевты 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы һауа-десант дивизияһына күсерәләр, унда тағы ла 4 йыл хеҙмәт итә. Хәйбулла районына тик 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була.

Яу яланында сыныҡҡан яугир шунда уҡ эшкә тотона. Башта Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редак-цияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, отставкалағы капитан Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевтың хәрби батырлығы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Венаны алған өсөн», тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр «Хеҙмәт батырлығы өсөн», күп һанлы юбилей миҙалдары, билдәләр һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә «БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе» исеме бирелгән.

Былтыр Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Иҙрис Әбделкәрим улына "Белоруссияны немец-илбаҫарҙарынан азат итеүгә--75 йыл" исемле юбилей миҙалын күкрәгенә таҡты.

Ветеран әле лә сафта
Ветеран әле лә сафта
Автор:Гульдар Кадаева