АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерле иҫтәлектәр

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусы Резеда Хәкимйән ҡыҙы, Сибай педагогия колледжы студенты Рәзилә Ҡарабаева "Еңеү ҡомартҡыһы" акцияһы сиктәрендә мәрхүм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәйепҡолов Әнүәр Һибәт улы йәшәгән өйгә барҙы. Әнүәр Һибәт улының ҡыҙы Алһыу Кәйепҡолова атаһы тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡәҙерле иҫтәлектәр
Ҡәҙерле иҫтәлектәр

Кәйепҡолов Әнүәр Һибәт улы һуғышҡа 1942 йылдың декабрендә китеп, 158-се дивизияның десант полкына тәғәйенләнә. Литваны,Латвияны һәм Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Көнсығыш Пруссияла ҡаты яралана.2-се төркөм инвалидлығы алып, 1944 йылда орден, миҙалдар тағып тыуған ауылына ҡайта. Яралары төҙәлгәс, совхозда хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләй.

Автор:Гульдар Кадаева