Бөтә яңылыҡтар

СИТ ЕРҘӘРҘӘ ҠАЛДЫ ҒӘЗИЗ БАШЫ

1-се каналда барған “Жди меня” тапшырыуына ла яҙып ҡараныҡ, уларҙан “таба алмайбыҙ” тигән яуап килде. Һуңғы йылдарҙағы Донецк, Луганск болғанышы менән бәйлелер, тип ҡуйҙыҡ. Милләттәре рус булғандар Рәсәйгә күсте лә ул. Тапһаҡ Башҡортостанға алып ҡайтырмын тип уйлағайным да ул. Хәҙер инде һуңдыр... Ҡан тарта, тиҙәр бит. Мәһәҙей ағайымдың улын, ейәнен күргем килә.

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыл-лығын билдәләргә әҙерләнә. Ҡайһы бер сит ил башлыҡтары Советтар Союзының был Еңеүҙә күрһәткән ҙур өлөшөн боҙоп күрһәтергә тырыша. Тарих дөрөҫ яҙылһын өсөн беҙҙең атай-олатайҙарҙың дәһ-шәтле һуғышта ҡатнашыуҙарын, күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу, киләсәк быуынға еткереү беҙҙең оло бурыс.

Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәүсе иң оло ағинәйҙәрҙең береһе, төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы туғаныбыҙ Мәрхәбә Шәрифйән ҡыҙы Ҡоҙабаева менән күп тапҡырҙар осрашырға тура килде.

Мәрхәбә инәй һуғыш осоро балаһы булараҡ, ул йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә үткәргән. Әптекәй ауылында йәшәгән ғаиләһе һуғыш алдынан Семеновск алтын йыуыу руднигы ҡасабаһына күсенә.

Атаһы Шәрифйән Әхмәтзариф улы Назаров Әптекәй ауылында беренсе ТОЗ (товарищество совместной обработки земли) ойоштороусылар рәтендә була. Ер менән эшләп тә мандый алмаған ғаилә башлығы яңы асылған рудникка ҙур өмөт бағлап барғандыр, күрәһең.

1938 йылдарҙа Түбә рудигында мәғдән күтәреүҙә машинист булып эшләй, һуңғараҡ ауылда бәрәс ҡараусы ла була. Мәрхәбә инәйҙе яҙмыш елдәре Мәмбәт ауылы менән бәйләй. Әҙеһәм тигән егеткә кейәүгә сыҡҡан. Биш бала баҡҡаны өсөн “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. 2019 йылда Гөлнур Ҡолһарина ҡулынан “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” миҙалын алыуға өлгәшкән. Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы ағзалары уға “Дети войны” миҙалын да бүләк иткән. Балалары аҡыллы, тәүфиҡлы булып буй еткереп, бөгөнгө көндә төрлө тарафтарҙа матур йәшәй. Мәрхәбә инәй улының ғаиләһе менән Мәмбәт ауылында тора.

Осрашҡан һайын үҙенең ҡатмарлы яҙмышлы Мәһәҙей ағайын иҫкә төшөрөп ала.

—Эй, үкенесле булды шул ағайымдың ғүмеркәйҙәре! Һуғыштан һуң ике тапҡыр ғына осраштыҡ, күреп тә туя алманым үҙен,—тип үкенә инәй. —Арабыҙ алыҫ булды шул, Украина ҡайҙа ята... Советтар Союзы ваҡытында, йәш саҡта Донецк өлкәһенә ике тапҡыр барып күрергә рәт булды, ә аҙаҡтан Мәһәҙейҙең мәрхүм булыуын ғына ишеттек. Үҙенә оҡшаған, ҡара ғына, башҡорт сырайлы улы бар, шуны булһа ла күрергә ине тигән уй һаман тынғы бирмәй. Әммә адрестары юғалыу сәбәпле, бәйләнеш өҙөлдө.

1-се каналда барған “Жди меня” тапшырыуына ла яҙып ҡараныҡ, уларҙан “таба алмайбыҙ” тигән яуап килде. Һуңғы йылдарҙағы Донецк, Луганск болғанышы менән бәйлелер, тип ҡуйҙыҡ. Милләттәре рус булғандар Рәсәйгә күсте лә ул. Тапһаҡ Башҡортостанға алып ҡайтырмын тип уйлағайным да ул. Хәҙер инде һуңдыр... Ҡан тарта, тиҙәр бит. Мәһәҙей ағайымдың улын, ейәнен күргем килә.

...Мәһәҙей Шәрифйән улы Назаров Әптекәй ауылында 1926 йылда донъяға килгән. Ғаиләләге 6 баланың иң өлкәне була ул. Теремек малай булып үҫә. 1943 йылда йәшен бер аҙға олораҡ күрһәтеп, үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына китә.

Беренсе Брянск фронтына бер ниндәй әҙерлекһеҙ минометчик булып һуғышҡа барып инә. Күп тә үтмәй уларҙың дивизияһы ҡамауға эләгә. “Дивизия әсирлеккә бирелгән”, тигән хәбәр фронт буйлап тиҙ тарала. Әммә Мәһәҙей һәм 100-150-ләп һалдат бер аҙна буйы һаҙлыҡ араһында аҙашып йөрөй. Ғәскәрҙәр менән бер ниндәй ҙә элемтә булмай. Тегендә-бында төртөлөп йөрөй торғас, һалдаттарҙың яралылары үлеп ҡала, күптәре тирә-яҡҡа таралып китеп бөтә. Бер аҙна тигәндә икенсе дивизияның фронт һыҙығына барып сығалар. Оҙаҡ тикшереп тормай һалдаттарҙы икенсе батальондарға беркетеп, фронттың алғы һыҙығына оҙаталар.

Мәһәҙей Назаров һуғыш бөткәнсе батырҙарса һуғыша. 1943 йылдың декабрь айында ул Беренсе Украина фронтына эләгә. Гвардия ефрейторы Назаров Мәһәҙей Шәрифйән улы 171-се гвардия миномет полкында батареяның өлкән разведчик-наблюдателе була. Еңеүҙән һуң яугирҙе бер аҙға тыуған яғына ҡайтаралар.

Ошо ҡайтыуын ауылдаштары оҙаҡ йылдар иҫләп һөйләй. Күкрәгендә миҙалдары ялтыраған Мәһәҙей Назаров 1945 йыл көҙ ауылға ҡайтып инә. Үҙе менән беҙҙең яҡта булмаған велосипед алып ҡайта. Әптекәй халҡы Мәһәҙейҙе күрергә йыйыла. Бала-саға велосипедҡа яҡынлаһа: “Теймәгеҙ, хәҙер ата!”—тип шаяртҡан. Туғандарын, ауылдаштарын күргәндән һуң кире хеҙмәт иткән урынына китә.

Шул китеүҙән бүтән тыуып үҫкән ерҙәренә әйләнеп ҡайта алмай. Һуғыштан һуң ҡамауҙа булған һалдаттарҙы, ҡағыҙҙарын яңынан ҡалҡытып, төрлө язаларға тарттыралар. Мәһәҙей Назаров аҙна-ун көн ҡамауҙа булған өсөн Донецк өлкәһенә алты йылға шахтаға эшкә һөрөлә.

Ул Украинаның Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһында шахтала күмер сығара. Эш ауыр булһа ла, башҡорт егете бирешмәй. Хеҙмәтендә ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, гел алдынғылар рәтендә йөрөй.

Макеевкала 1949 йыл Маруся исемле бер балалы ҡатынға өйләнә. Тыуған яғын бик һағына, әммә ҡайтырға рөхсәт булмай. 1950 йылда улы Михаил тыуа. Бер нисә йылдан ҡыҙы Валя донъяға килә. Тормош яйға һалынғандай була.

1963 йылдың йәйендә Мәрхәбә инәй ире Әҙеһәм менән Макеевкаға юллана. Мәһәҙей менән Маруся уларҙы бик матур ҡаршы ала. Мәһәҙейҙең тормошон, йәшәйешен күреп ҡыуанып ҡайталар. Ағайының тырышып эшләп йөрөгән сағы була. Ҙур йортон, алма баҡсаһын һеңлеһе менән кейәүенә күрһәтеп, ул дәртләнеп йөрөй.

Әммә Назаровтарҙың тыныс тормоштағы шатлыҡтары оҙаҡҡа һуҙылмай. 1964 йылда күмер ятҡылығында авария булып, шахтала йыйылған газ шартлай. Күп шахтерҙар ер аҫтында күмелеп ҡала. Мәһәҙей иҫән ҡалыуын ҡала, әммә ике аяғын таш баҫып эшлектән сығара. Ер ишелеп, уның аҫтында ҡалған шахтерҙар 9 көн буйына йәшәү өсөн көрәшә. Бәләкәй генә тишектән уларға һауа ебәрәләр, туҡланыу өсөн шланг аша һөт ҡоялар. 1983 йылда 5 октябрендә Мәһәҙейҙең Михаил улының улы Алеша тыуа. Шул ваҡыттарҙа Мәрхәбә инәй ағаһын күрергә тип тағы алыҫ юлға ҡуҙғала. Был юлы Украинаға улар өсәүләп сыға—инәй, ире Әҙеһәм һәм улдары Рәсүл. Ағаһы уларҙы бик тә ҡыуанып ҡаршы ала. “Тыуған яғыма ныҡ ҡайтҡым килә, Әптекәй ерҙәрен үлеп һағындым”,—ти ул туғандарына.—Ҡатыным Марусяға мең рәхмәтлемен мине, ярты кешене ауыр булһа ла бер ҡаты һүҙ әйтмәй яратып ҡарай, тәрбиәләй. Шулай булғас, нисек итеп ҡатынымды, балаларымды ҡалдырып ҡайтайым!?—ти.

—Шул һуңғы барғанда башҡа осрашып булмаҫын һиҙгәндәй, Мәһәҙей менән бик ауыр хушлаштыҡ,—тип күҙҙәренә йәш алды Мәрхәбә инәй.

1984 йылдарҙа Мәһәҙейҙән һеңлеһенә хат килеү туҡтай. Тыуған иле алдында бер генә ғәйебе лә булмаған башҡорт ир-уҙаманы шулай сит тарафта тыуған ерен бер күреүгә зар-интизар булып йәшәй. Үҙен ҡамауҙа булдың, тип йәберләһәләр ҙә уның түшендәге Бөйөк Ватан һуғышы, Дан ордендары, башҡа миҙалдары яу-гирҙең батырлыҡтарын раҫлай. «ОБД Мемориал», «Память» сайттарындағы до- кументтарҙа уның ҡаһарманлығын иҫбат-

лаусы яҙыуҙар күп. Шуларҙың бер ни-сәһенән өҙөк килтерәм: “Назаров Магадей Шәрифьянович. Гв.ефрейтор, 1925 г.р. Место службы 171 гв. Минометный полк 7 мином.бригада 3 адп.РГК. Дата подвига 12.01.1945 г.. 16.01.1945 г. старшей батареи. Разведчик-наблюдатель старшей батареи 171 гвардейского минометного Львовского ордена Ленина полка готовились к прорыву вражеской обороны тов. Назаров разведал на переднем крае немецкой обороны 2 минометных батареи.

1-75 арт. батарею, 8 станковых пулемета, которые во время арт. подготовки были уничтожены огнем батареи. За этот подвиг был награжден орденом Отчественной войны II степени.

12.01.1945 т. Назаров в первых рядах атакующей пехоты ворвался во вражескую траншею, где огнем автомата в упор расстрелял 5 солдат противника и подавил огонь ручного пулемета.

16.01.1945 г. в районе д. Вовица тов. Назаров обнаружив отступающую автоколонну противника, подбил 2 автомашины и отнял автоматы, убил 2 немцев. За этот подвиг был награжден орденом Славы III степени».

Хәҙер исеме аҡланыу менәнме, үҙе тере саҡта шуларҙың мәнфәғәтен күрмәгәс!? Ысынлап та, үкенесле, бик аяныслы шул башҡорт һалдатының яҙмышы... Ул берәү генә шундай ғазапҡа дусар булһа ла ярар ҙа ул. Ошоға оҡшаш тарихтар миллион...

Рауил Назаров.