Бөтә яңылыҡтар

Хәбәрһеҙ юғалған яугир

Әйткәндәй, һеҙ нисек һаман хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә йөрөйһөгөҙ?—тигән һорауыма ветеран:--Әллә инде 1943 йылдың авгусында көслө бәрелештән һуң полкыбыҙ менән ҡамауға эләккәйнек. Ситтән ярҙам ваҡытында килеп өлгөргәнгә генә ҡамауҙан ҡотолодоҡ. Мин шунда яраланып госпиталгә эләккәйнем, ә хәбәрһеҙ юғалыуымды белмәнем,--тип яуап бирҙе.

1418 көнгә һуҙылған ҡәһәрле ҡан ҡойошҡа нөктә ҡуйылыуға быйыл 75 йыл тула. Әммә был ҡот осҡос афәт бер ҡасан да онотолмаҫ. Ә беҙ шул ҡәһәрле көндәрҙең дарыһын еҫкәп, ут ялҡынын йотоп, ғәзиз еркәйҙәре өсөн һәр минутта йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған тере шаһиттар алдында баштарыбыҙҙы эйергә һәм уларҙы ихтирам итергә бурыслыбыҙ.

Утты-һыуҙы кисеп, донъя гиҙеп яуҙан еңеп ҡайтып, үҙенең ғүмерен тыуып үҫкән Йылайыр районының Матрай ауылында гөрләтеп йәшәп үткәргән яугир Мазһар Ишмурзин бөгөнгө көндә беҙҙең арала юҡ инде.

Мазһар ағай менән туған булараҡ та, эш буйынса ла ҡатышып йәшәргә тура килде. Шуның өсөн дә мин уның тураһында күпте беләм.

Мазһар Дусай улы 18 йәше тулыр-тулмаҫтан 1943 йылда фронтҡа алына һәм уның хәрби хеҙмәте 1948 йылдың яҙында ғына тамамлана.

Һуғыш ваҡытында яңылышлыҡтар ҙа күп булғандыр инде. Бына нимә тип яҙылған булған уның тураһында:

“Ишмурзин Мазгар Дусаевич 1925 года рождения уроженец с.Матраево, Матраевского р-на, рядовой, пропал без вести в августе 1943 г.”(Память т.10 стр.364,1996, г.Уфа “Китап”).

Шулай итеп ул һуғышта хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең береһе булды.

Мазһар Дусай улы Ишмурзин Быҙаулыҡ ҡалаһындағы Әстерхан хәрби пехота училищеһында әҙерлек үтә. Унда егеттәрҙе оҙаҡ тотмайҙар, присяга ҡабул итеү менән, ашығыс рәүештә фронтҡа оҙаталар.

Башта ул Мәскәү янында торған десант бригадаһына барып эләгә, әммә комиссия уны десант ғәскәрҙәренә яраҡһыҙ тип тапҡандан һуң 3-сө Белоруссия фронтына ҡараған 31-се гвардия дивизияһының 64-се артиллерия полкының 7-се батареяһында 76-се миномет орудияһы иҫәбен алып барыусы булып һуғышҡа инә. Артабан шул уҡ дивизияның 362-се һәм 58-се уҡсылар полкында минометсы вазифаһын башҡара. Ошо полкта ул ҡаһармандарса һуғышып, гитлерсылар Германияһын еңгәнгә тиклем хәрби юл үтә.

Яугир Мазһар Ишмурзин Белоруссия, Литва, Көнсығыш Пруссия ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә, Кенегсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Ул ике тапҡыр ярала, тәүге тапҡыр Калинин йүнәлешендәге һуғышта, икенсегә Кинешлала дауаланырға тура килә.

Патриотик тәрбиә маҡсатында һуғыш ветерандары менән мәктәп уҡыусылары ойошторған осрашыуҙарҙың береһендә Мазһар Ишмурзиндың балаларға һөйләгән ваҡиғалары иҫтә ҡалған.

--1944 йылдың йәйендә Витебск эргәһендә дошмандың ҙур ғына төркөмө ҡамауға эләккәйне. Гитлерсылар ҡотороноп ҡамауҙан сығырға тырышты. Бер ваҡыт алғы һыҙатты өҙөп үтеп, беҙҙең артиллерия позицияһына ташландылар. Беҙ ҡарап торманыҡ, автоматтарыбыҙҙы , гранаталарыбыҙҙы алып ҡул һуғышына күсергә тура килде. Алыш бик ҡаты барҙы һәм ярҙамға килеп өлгөргән автоматсылар ярҙамында дошман ҡыйратылды,--тип һөйләне.

Бындай мәлдәр йыш ҡына була торғайны тип тә өҫтәне.

Көнсығыш Пруссиялағы һуғыштар 1945 йылдың 29 апреленә тиклем дауам итә һәм 31-се Витебск гвардия уҡсылар дивизияһы һуғышты Фриш-Нерунг эргәһендә тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәрби батырлыҡтары өсөн Мазһар Дусай улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа күп миҙалдар менән наградлана.

Мазһар Дусай улы 1948 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтып төшә һәм Матрай 7-йыллыҡ мәктәбендә хәрби етәксе булып эшләй башлай. Артабан уны ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Белемен арттырыу ниәте менән Стәрлетамаҡҡа уҡырға юллана. Унан ҡайтҡас дипломлы белгесте “Яңы донъя” колхозына рәйес итеп һайлайҙар. Ул күп йылдар шул яуаплы эште намыҫ менән башҡарҙы.

1961 йыл колхоздар бөтөрөлөп, совхозға берләшкәс, Матрай бүлексәһендә идарасы, совхоз директоры урынбаҫары булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.

Мазһар Дусай улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте, үҙ бурысына яуаплы һәм намыҫлы ҡараны. Хәрби наградалар эргәһенә тыныс хеҙмәттәге миҙалдар ҙа өҫтәлеп кенә торҙо.

Уның хеҙмәт юлы һәм йәшәйеше тыуған ауылы Матрайҙа үтте. Ауылдың йәмәғәт эшендә лә әүҙем булды. Бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған ҡатыны Хәҙисә Мәхмүт ҡыҙы Әҙеһәмова менән матур тормош көттөләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уларға тейешле белем алырға ярҙам иттеләр.

Әйткәндәй, һеҙ нисек һаман хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә йөрөйһөгөҙ?—тигән һорауыма ветеран:

--Әллә инде 1943 йылдың авгусында көслө бәрелештән һуң полкыбыҙ менән ҡамауға эләккәйнек. Ситтән ярҙам ваҡытында килеп өлгөргәнгә генә ҡамауҙан ҡотолодоҡ. Мин шунда яраланып госпиталгә эләккәйнем, ә хәбәрһеҙ юғалыуымды белмәнем,--тип яуап бирҙе.

Зиннур Бикбов, хеҙмәт ветераны.