АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Даны ҡайтты орден булып

Фәсхетдин ағайымдың фронтҡа киткәнен бөгөнгөләй хәтерләйем. Мине ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып хушлашты. Ағайым үҙемде ныҡ яратты, үҙе ашамаһа ашаманы, һуңғы икмәк киҫәген дә миңә бирә торғайны. Ике йыл инде хәрби комиссариат тупһаһын тапаным. Бөгөн ағайым үҙе ҡайткандай булды. Гүйә уны яңынан күрҙем, шуға шатланам, күңелемдән ҙур йөк төштө,--тип һөйләне ҡатын һәләк булған ағаһының орденын алып килгән хәрби комиссарға.-- Бына бит батырлыҡ бер ҡасан да онотолмай, ете тиҫтә йылдан һуң ағайымды наградаһы килеп тапты.

Минең ағайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәсхетдин Әбсәләмов Күмертау районының Яманғол ауылында тыуып үҫкән. 1943 йылда үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Нарев исемле йылғаны форсировать иткән ваҡытта, фашистар ҡалдырған бер атҡа атлана ла йылғаның икенсе ярына сыға Яманғол егете һәм телефон элемтәһен булдыра. Был беҙҙең ғәскәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Плацдармды Совет һуғышсылары ала. Тик ошо һуғышта ефрейтор Әбсәләмов батырҙарса һәләк

була. Бер йыл дошмандар менән ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан Фәсхетдин батыр ана

шулай алыҫ Польша ерендә ғәзиз башын һала. Уға был саҡта ни бары 18 генә йәш була.

Фәсхетдин ҡаһармандың Яманғол ауылында йәшәүсе бер туған һеңлеһе Мәрзиә Дәүләтшина (хәҙер инде ул да мәрхүмә) йылдар дауамында ағаһының яҙмышы хаҡында белергә теләп, хәрби комиссариат тупһаһын тапай. Эҙләнә торғас күп кенә мәғлүмәттәр асыҡлай. Тағы бер ваҡиға була: ҡатынға ағаһына тәғәйен 2 дәрәҗә Ватан һуғышы орденын да алып килеп тапшыралар.

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Эрнест Кәбиров ҡәҙерле ҡомартҡыны Мәрзиә Хөснөтдин ҡыҙына үҙе алып бара.

--Миңә әле 81 йәш. Бәхетле мәлдәр кисерәм, Фәсхетдин ағайымдың фронтҡа киткәнен бөгөнгөләй хәтерләйем. Мине ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып хушлашты. Ағайым үҙемде ныҡ яратты, үҙе ашамаһа ашаманы, һуңғы икмәк киҫәген дә миңә бирә торғайны. Ике йыл инде хәрби комиссариат тупһаһын тапаным. Бөгөн ағайым үҙе ҡайткандай булды. Гүйә уны яңынан күрҙем, шуға шатланам, күңелемдән ҙур йөк төштө,--тип һөйләй ул хәрби комиссарға.--Ағайым фронтҡа Максимовка ауылындағы дуҫы Владимир Кириев менән киткән. Ул ауыл хәҙер юҡ инде. Һуғышҡа керер алдынан беpehe үлһә, икенсеһе ҡәҙерләп күмергә тейеш, тип һүҙ ҡуйышҡандар улар. Ана шул дуҫы хөрмәтләп ерләгән ағайымды Польша ерендә. Аҙаҡ һуғыштан ҡайтҡас, ошо хаҡта беҙгә хәбәр итте.

Шулай һалдат үҙе үлһә лә, йылдар үткәс артынан даны ҡайтты. Ғүмере буйы ағаһының яу юлын асыҡларға теләгән һеңлеһе баҡыйлыҡҡа тыныс күңел менән күсте. Ә мин шундай ҡаһарман ағайым булыуы менән сикһеҙ ғорурланам.

Фәрғәт Әбсәләмов.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: