Бөтә яңылыҡтар

Ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш етем итте

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Күҙ йәштәре аша яуланған был байрам бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Редакцияға өлкән быуын вәкилдәре килеп, атай-олатайҙары хаҡында һөйләй, бала саҡтарын урлаған һуғышты ҡәһәрләй. Шуларҙың береһе Сибай ҡалаһынан Миңнур Дилмөхәмәтова күңеленә мәңге уйылған мәлдәрҙе аҡ ҡағыҙға теҙгән.

Иртән торһаң өйҙә һыуыҡ,

Күңелһеҙ, әсәй эштә.

Ә атайҙар һуғышта.

Бәләкәстәр ашарға һорай,

Өйҙә юҡ бер тәғәм ризыҡ та.

Алағарҙар етһә балаларға,

Еңелләшә аҙыҡ табырға.

Ҡарҙы кисә-кисә башаҡ эҙләп,

Тотонабыҙ крахмал ҡаҙырға.

Ҡар иреһә, йыуа сыға,

Ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ йәшәрә.

Онотола ҡышҡы һыуыҡ, аслыҡ,

Өмөт тыуа тағы йәшәргә.

Йыуа йыйып арығас ултырабыҙ,

Тау битендә сумып хыялға.

Һуғыш бөтөр, атайҙар ҡайтыр,

Өҫтәл тулы булыр ашарға.

Эй, Хоҙайым, насип итсе инде,

Ауыҙ тултырып икмәк ашарға!

Аслыҡтан, һағыштан һарғайған

Бала һорай:

Әйтегеҙсе, атай ҡасан ҡайта?

Почтальон апай башын эйеп,

Ҡара ҡайғы ҡағыҙы тарата.

Нихәл генә икән балам?--тиеп,

Борсолоп ҡайта эштән әсәйҙәр.

Улар ҙа бит ярым ас көйөнсә,

Көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.

Һуғыш осорона тура килгәс,

Шулай үтте беҙҙең бала саҡ.

Ул йылдарҙа күргән михнәттәр,

Мәңге-мәңге иҫтә ҡаласаҡ.

Күп ваҡытта ярым ас булһаҡ та,

Өҫ-баш туймаһа ла кейемгә.

Өмөт менән ҡараныҡ киләсәккә,

Ышанып йәшәнек беҙ Еңеүгә.

Үҫкәс эштең еңелен һайламаным,

Байлыҡ артынан да ҡыуманым,

Эш тә эш тип кенә йәшәнем.

Үҙемде ҡайғыртырға бер аҙ һуңланым.

Күпте үткәргән йөрәк “арыным”,-- ти

Аяҡ-ҡулдар һыҙлай, бер тынмай.

Их, йәшәргә ине, берҙә ауырымай,

Йәшәге килә һис тә ҡартаймай!

Балаларға әйтер теләгем бар:

Беҙ күргән михнәттәрҙе күрмәгеҙ!

Ололарҙы зинһар хөрмәтләгеҙ!

Ауыр тормош йөгөн тарта-тарта,

Беҙ тыуҙырҙыҡ ошо муллыҡты.

Ихтирамдың иң-иң олоһона,

Ҙур хөрмәткә беҙ бит лайыҡлы!

Читайте нас: