Ваҡыт тиҙ үтә. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл була. Әммә халыҡ дәһшәтле һуғыш йылдарын, унан һуңғы ауыр осорҙо әле лә онотмай. Ул килтергән михнәт һәр кемдең яҙмышында, ғаиләһендә сағылыш тапҡан.
Апрель айында А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һуғыш темаһын яҡтыртҡан спектаклдәрҙән торған декадник уҙғарыла. Концлагерҙа булып та рухи ныҡлығын юғалтмаған, әммә тыуған яғына ҡайтҡас “һатлыҡ йән” мөһөрө алған кеше яҙмышын һүрәтләүсе “Ғүмерлек ғазап” спектакле (Салауат Әбүзәров), һуғыш осорондағы буталған яҙмыштарҙы һынландырыусы “Парлы яңғыҙҙар” ( автор-Данил Салихов) драмаһы йәнә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Был спектаклдәрҙең режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов. Шулай уҡ декадник осоронда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтхислам Ғәләүетдиновтың, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәкир Хановтың тыуыуына 100 тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәрелә.
Театр коллективы Кәбир Аҡбашевтың “Йәшлегем тирәктәре” драмаһы буйынса премьераға ла әҙерләнә. Уны ҡуйыусы-режиссер Вадим Ғилманов, рәссам Айнур Юнысбаев, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмә-кәре һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Урал Иҙелбаевтар сәхнәгә сығара.
“Йәшлегем тирәктәре” нигеҙендә ветерандың хәтирәләре ята. 40-сы йылдар. Йәштәрҙең—Байгилде менән Гөлләриәнең барыһы ла алда кеүек. Улар хыяллана, киләсәккә пландар ҡора. Ҡәһәрле һуғыштың башланыуы уларҙың бар өмөттәрен селпәрәмә килтерә, ғаиләне боҙа, әммә бер-береһенә булған һөйөүҙе генә юҡҡа сығара алмай. Гөлләриә һөйгәненә тоғро ҡала. Фронттан “ҡара ҡағыҙ” килһә лә, ул ҡәҙерлеһен бер тапҡыр ғына булһа ла күреүгә ышанып йәшәй. Әммә яҙмыш үҙенекен итә… Фронтҡа китеүсе аталы-уллы ултыртҡан тирәктәр үҫеп, иҫтәлекле урын булып ҡала. Кисен әкрен иҫкән елгә шыбырлашҡан япраҡтар ҙа һалдаттарҙы хәтергә ала төҫлө…
Ҡуш тирәккә ҡуш яулыҡтар бәйләнем мин,
Ҡуш шатлыҡтар булып елберләһен өсөн.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Тирәктәргә башым эйҙем иртә-кисен.
Ябай ғына һөйөнөс, хәсрәт уты, дуҫтар-ҙың ярҙам итергә тырышыуы, хыянат—быларҙың барыһы ла спектаклдә бар. Кешеләрҙең яҙғыһын туң ер аҫтынан килеп сыҡҡан картуфты бүлешеүе, аслыҡты еңергә ынтылыуы, ышанысын юғалтмауы һоҡланырлыҡ. Тыл хеҙмәткәрҙәренең көслө рухы фронттағы һалдаттарҙы көндән-көн еңеүгә яҡынайта…
Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара театр көнөндә, йәғни 27 мартта премьерала көтәбеҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина,
театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.