Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
19 Сентябрь 2023, 15:20

УҒА - 84 КЕНӘ!

Рәшиҙә инәй үҙен өлкән тип иҫәпләмәй! “Һеҙгә нисә йәш?”—тигән һорауыма: --84 кенә!—тип яуапланы.

УҒА - 84 КЕНӘ!
УҒА - 84 КЕНӘ!

Бала саҡтан эшләп үҫкән быуын вәкилдәре һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултыра белмәй. Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙы Баһауетдинова ла шундайҙарҙан. Уҙған йылдың декабрь айында ҡулын имгәткәс, уныһы йүнәлеп киткәнсе, йәғни 4 ай буйына тормош йәмен юғалтҡандай була ул...

Эйе, эшкә талымһыҙ Рәшиҙә инәй. Бәләкәйҙән колхозда ярҙамлашып, бесән, утын әҙерләшеп үҫкән ул. Шунһыҙ ҙа булмаған. Атаһы һуғышҡа китә лә Ленинград блокадаһына мәлендә хәбәрһеҙ юғала. Йәшләй генә ирен юғалтҡан әсәһе, өләсәһе уға хеҙмәт тәрбиәһен яҡшы биргән. Заманы ла шундай булған: ҡул араһына ингән һәр үҫмер эшләп үҫкән.

--Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 2 йәш кенә булған. Аслыҡ-яланғаслыҡ булды, нимә генә күрмәнек инде беҙ. Әсәйем эшкә киткәнендә ҡыш көнө өйгә бикләп, ә йәй көнө урамға сығарып ҡалдырып китә торғайны. Ыҙалаһа ла бер һыйыр көттө, аҡтан өҙөлмәнек. Яҡшыраҡ аттар һуғышҡа китеп бөткәс, өйҙәге һыйырҙарҙы ер һөрөргә ектеләр. Астан үлгән кешеләр күп ине, ерләй алмаған ваҡыттары булды. Ул осорҙағы ауырлыҡтарҙы әйтеп бөтөрөрлөк түгел,--тип иҫләй Рәшиҙә инәй.
Һуғыш бөткәндә инәйгә--6, әсәһенә 24йәш була. Әсәһе ҡайтыуына ҡатыны үлгән янғыҙ һалдатҡа тормошҡа сыға. Шуға ла 1947 йылда улар Күгиҙел ауылына күсеп килә. Етенсе класты бөткәс, үҫмер Рәшиҙә һыйыр һауырға сыға. Ошо совхозда ғына 33 йыл эшләй, ә бөтәһе 38 йыл эш стажы бар.

Өйрәнгәнең үҙеңә, тигәндәй, бөгөн Рәшиҙә инәй белмәгән нәмә юҡ. Бәйләй ҙә, сигә лә, тегә лә, аш-һыуын да өлгөртә, хатта ҡул эштәрен конкурстарға, күргәҙмәләргә ҡуйып өлгөрә. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған ҡорама конкурсында еңеү яулап, Өфөгә барып бүләк ала алыуына әле лә һөйөнә ул, ғорурланып һөйләй. Оло кешегә күп кәрәкме инде? Бер йылы һүҙ ҙә етә бит. Хәйер, Рәшиҙә инәй үҙен өлкән тип иҫәпләмәй! “Һеҙгә нисә йәш?”—тигән һорауыма:

--84 кенә!—тип яуапланы.

Эйе, шул! 84 кенә! Йүгереп кенә йөрөр саҡ шул! Шуға ла бит инәй тик ултырыуҙы өнәмәй. Беҙ барғанда уның өйөндәге түшәк-япмаларҙы күреп күҙҙәр йүгерҙе. Аллы-гөллө буй юрғандар, ултырғыс түшәктәре, сигеүле яҫтыҡ тыштары, ҡорамалар иҫ киткес матур ине!

--Бындай сағыу-сағыу туҡымаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?

--Туҡыма магазинынан үҙем һайлап алам. Бер тегә башлаһаң, ҡомарға инәһең, туҡтап булмай. Эшләгән һайын төрлөләп эшләге килә, фантазияны эшкә ҡушаһың.

--Шунан һатаһығыҙмы инде?

--Юҡ, һатмайым. Әхирәттәремә, туғандарыма бүләк иттем, мәсеткә, ағинәйҙәргә бирҙем. Миндә ир баланың ҡорама күлдәге һаҡлана. Элек бит балалар тыуып торған, үлеп торған. Улар оҙон ғүмерле булһын өсөн һәр өйҙән туҡыма киҫәге алып, шунан ҡорама күлдәк тегеп кейҙерһәң, йәшәй тигән ырым булған. Ысынлап та, был күлдәктең хужаһы Әбйәлил районында йәшәй, уға хәҙер 75 йәш тирәһе. Был күлдәктә төймә юҡ, тегелеше үҙенсәлекле.

Бына шундай ҡомартҡы һаҡлана икән инәйҙә. Ошо берәүһен тотоп ҡараһаҡ, ҡалғанына тейеп булманы. Ни өсөнмө? Сөнки ҡалған хазина инәйҙең күңелендә ята. Ул ана шул белгәндәрен бөгөн йәштәргә өйрәтә, киләсәк быуынға барып етһен тип тырыша. Ҡул эшенә генә оҫта түгел инәй, ул йыр-моңға ла маһир, аяттар уҡый, аят сүрәләрен белә, гәзит-журнал уҡырға ярата, ҡорот-майын эшләп, сейә-ҡарағат һабаҡтарын йыйып көнөн үткәрә. “Хеҙмәттән йәм дә, дауа ла алам”,--ти ул.

Рәшиҙә инәй әле ҡыҙы Зилә Әнәсовна менән йәшәй. Зилә апай ҙа буш мәлендә әсәһе янына ултырып, ҡул эше менән була. Ултырғыс түшәктәре, муйынға селтәрҙәр эшләй.

Өйгә ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр килһә, өй эсе тағы ла йәмләнеп китә, шат тауышҡа тула. Рәшиҙә инәй уларға ҡарап, күңеленә йыуаныс алып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә...

Автор:Резеда Валиева