Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Май 2023, 21:30

АҒИНӘЙҘӘР ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАША

--Мерәҫтә “Ағинәй бүлмәһе” астылар. Бында нимә генә юҡ! Ҡул эштәре һоҡланғыс ине. Шифалы үләндәр ҙә бар, уларҙан төнәтмә лә эшләп күрһәттеләр. Ер-һыу атамалары менән таныштырҙылар. Хәнифә тигән шишмәләре йыл да селек сәскә атыуға, 19-20 май тирәһендә юҡҡа сыға икән. Шулай ҙа уның урынын алып барып күрһәттеләр, “Киленгә һыу башлау” йолаһын һөйләнеләр. Бер нисә көн алдан Хәнифә ҡоҙоғонан алып ҡуйған һыуҙарын күстәнәскә бирҙеләр. Мерәҫ ағинәйҙәренең эшенә, йәшәгән ауылдарына, тәбиғәтенә һоҡланып ҡайттыҡ, бергәләп эшләргә кәңәшләштек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ,--ти Сыңғыҙ ауылы инәйҙәре.

АҒИНӘЙҘӘР ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАША
АҒИНӘЙҘӘР ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАША

Күптән түгел Таһир ауылында Баймаҡ районы ағинәйҙәренең йыйыны үтте.
Таһир ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Айһылыу Хәбибуллина ), ауыл китапханасыһы Йондоҙ Юлдашева бик матур итеп “Ағинәй бүлмә”һен асыуҙы ойошторҙо. Ағинәйҙәр үҙ көстәре менән бүлмәне милли колоритта йыһазландырған - милли биҙәүес һәм кейем өлгөләре, сергетыш, балаҫтар һ. б. тарихи ҡомартҡылар бар.
Йыйында “Балаға исем ҡушыу” йолаһы атҡарылды, балаҫ һуғыу оҫталары Ғәшүрә Рәүилова ( Таһир ) һәм Зимфира Солтангәрәева (Ғәҙелбай ауылы ағинәйҙәре рәйесе ) балаҫ һуғыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Район ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова Өфөлә ”Яҡташтар” проектына ярашлы үткәрелгән республика форумынд , Ағинәйҙәр һәм Ир-егеттәр ойошмалары секцияһында күтәрелгән проблемалар менән таныштырҙы, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан ауыл биләмәләренең ағинәйҙәре ойошмаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

 

Бөгөн иһә райондың бер төркөм ағинәйҙәр Мерәҫ ауылына барҙы.

--Мерәҫтә “Ағинәй бүлмәһе” астылар. Бында нимә генә юҡ! Ҡул эштәре һоҡланғыс ине. Шифалы үләндәр ҙә бар, уларҙан төнәтмә лә эшләп күрһәттеләр. Ер-һыу атамалары менән таныштырҙылар. Хәнифә тигән шишмәләре йыл да селек сәскә атыуға, 19-20 май тирәһендә юҡҡа сыға икән. Шулай ҙа уның урынын алып барып күрһәттеләр, “Киленгә һыу башлау” йолаһын һөйләнеләр. Бер нисә көн алдан Хәнифә ҡоҙоғонан алып ҡуйған һыуҙарын күстәнәскә бирҙеләр. Мерәҫ ағинәйҙәренең эшенә, йәшәгән ауылдарына, тәбиғәтенә һоҡланып ҡайттыҡ, бергәләп эшләргә кәңәшләштек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ,--ти Сыңғыҙ ауылы инәйҙәре.

Әйткәндәй, осрашыу мәлендә һуңғы йылдарҙа “мода”ға ингән ҡатын-ҡыҙ эскелеге темаһы күтәрелгән. Киләсәктә ошо юҫыҡта ныҡлап эш башлау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған инәйҙәр.

Автор:Резеда Валиева