Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Апрель 2023, 09:00

Тәүәккәллекте һәм теүәллекте юлдаш итеп

Өфө ҡалаһының тап үҙәгендә урынлашҡан “Башбланкиздат” ойошмаһының директоры Гөлсәсәк Әлибаеваны баш ҡаланың башҡорт мөхитендә уңышлы эшҡыуар итеп кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе, һәр башланғысҡа тәүәккәл тотонған етәксе, заман менән бергә атлаған шәхес булараҡ та беләләр һәм хөрмәт итәләр. Әйткәндәй, эшлекле ханым Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына Һаҡмар округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ!

Тәүәккәллекте һәм теүәллекте юлдаш итеп
Тәүәккәллекте һәм теүәллекте юлдаш итеп

Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы етәкләгән типография бланктар, эш ҡағыҙҙары баҫыуға һәм таратыуға махсуслашҡан. Ойошманы Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр ҙә эҙләп табып, хеҙмәттәре менән файҙалана. Ә директорҙың хыялы--полиграфия өлкәһендә үҫешеү, халыҡтың ихтыяждарын иҫәпкә алып, предприятиеның эшмәкәрлек даирәһен тағы ла киңәйтеү.

Гөлсәсәк--оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәп ижад иткән, балалар шағиры булараҡ танылыу алған Ҡадир Әлибайҙың ҡыҙы. Атаһы менән әсәһен яҙмыш һынауҙары ике яҡҡа айырһа ла, ғүмере буйы ижад тип янған атаһының шиғриәтен, ул ҡалдырған әҙәби мираҫты һаҡлауҙы һәм таратыуҙы үҙенең изге бурысы тип һанай ул. Шағир атаһының юбилейы айҡанлы уның тыуған яғы Хәйбуллаға баш ҡаланан бер төркөм яҙыусылар менән барып осрашыуҙар, хәтер кисәләре үткәреүе, шиғырҙарын туплап, руссаға тәржемәләүҙе хәстәрләүе, ауылдаштарын милли баҫмаларға яҙҙырыуы--былар барыһы ла күңел киңлеге, рухиәткә тоғролоғо тураһында һөйләй.

Билдәле шағирҙың ҡыҙы булһа ла, әлбиттә, Гөлсәсәккә төп тәрбиә ҡанундарын әсәһе--Тәнзилә апай биргән. Ҡыҙын ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерергә тырыша ул. Тәнзилә Усман ҡыҙы--бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған кеше, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Ивановка, Байғусҡар, Таштуғай, Мәмбәт мәктәптәрендә дүрт тиҫтә йылға яҡын уҡытып, хеҙмәте менән оло хөрмәт ҡаҙанып хаҡлы ялға сыға ул. Әлеге ваҡытта баш ҡалаға күсеп, ҡыҙы Гөлсәсәктең ихлас хәстәрен тойоп йәшәй. “Сабыр аҡыллы, ҡыҙым, тип өҙөлөп торған әсәйем булғанға үҙемде терәкле тоям”,--ти Гөлсәсәк.

Көн һайын әсәһенең дәрес планын яҙыуын күреп үҫкән ҡыҙ 1-се класҡа барыу менән көндәлек план төҙөүҙе ғәҙәт итеп ала. “Һәр кем тормошта шулай аныҡ билдәләнгән күрһәтмә буйынса йәшәргә тейеш икән, тип уйлай торғайным бала аҡылым менән”,--ти үҙе был хаҡта. Пионер, комсомол ойошмаларының йоғонтоһо, староста, отряд рәйесе булыу был теүәллекте тағы ла арттыра, ҡыҙҙың характерын нығыта. Йылдар үтә, әммә план төҙөү, һәр эшкә аныҡ маҡсат һәм һөҙөмтәне күҙаллап тотоноу ғәҙәтенә бөгөн дә тоғро ул.

Мәктәп йылдарынан лидерлыҡ сифаттарына, ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ тырышып уҡыуҙың киләсәктәге уңыштарҙың нигеҙе булыуын яҡшы аңлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын, артабан Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын уңышлы тамамлай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙен төпсөр холоҡло, сос, яңылыҡҡа асыҡ, үҫешкә ынтылған хеҙмәткәр итеп таныта.

Гөлсәсәк Әлибаева хеҙмәт юлын III курста уҡығанында “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә башлай. Был эш уға полиграфия өлкәһен ныҡлап өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Артабан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивындағы хеҙмәте эшлекле ҡағыҙҙарға етди ҡарарға, тәфсирле мөнәсәбәттә булырға өйрәтә. Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә эшләгәнендә, Ә.Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында кадрҙар бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй милке идаралығында (“Росимущество”) кадрҙар, эштәр идаралығы, отчет һәм контроль бүлеге начальнигы булғанында ул үҙен яуаплы, теүәл, тәүәккәл дәүләт хеҙмәткәре итеп таныта.

Эш менән сынығыу алған, кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнгән, идара итеү алымдарын ярайһы уҡ яҡшы үҙләштергән Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы үҙ иңенә яңы бурыс--“Башбланкиздат” предприятиеһының директоры вазифаһы йөкмәтелеүен дә һис икеләнеүһеҙ ҡабул итә.

–Уңышлы булыу өсөн ҡурҡыуҙы, баҙнатһыҙлыҡты, оялсанлыҡты алып ташлап, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә өйрәнергә кәрәк,--ти етәксе ханым.-Эш һорап килгән кешеләргә үҙебеҙ етештергән продукция менән сауҙа итергә тәҡдим яһайбыҙ. Юҡ, минән булмай, аҡса эшенән ҡурҡам, тип ҡоттары оса. Аҡсанан ҡурҡҡас, ул нисек байыһын? Ун меңгә яҡын төрлө тауар исемлеген ятлап алыу ҙа ифрат ҡыйын тойола беҙҙә һатыу итеүсегә.

Ойошмаһында хәҙерге ваҡытта ике кеше йөкләгәнде берәүгә тартырға тура килеүенә күнеп, үҙ бурыстарын теүәл башҡарған белгестәр тупланыуына һөйөнөп бөтә алмай егәрле директор.

Тормош иптәше Таһир менән Гөлсәсәк матур ғаилә ҡорған. Улар баҡса үҫтерергә ярата, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә ғәҙәтләнгән. Йәшәү мәғәнәһен улдары Азатҡа матур тәрбиә, төплө белем биреүҙә күрәләр. Улдары Өфө медицина колледжы студенты Азат та уҡыуынан буш ваҡыттарында ата-әсәһенә ихлас ярҙам итә.Үҙ алдына башҡорт һәм инглиз телдәрендә йырҙар өйрәнеп, башҡарыу менән дә мауыға. Һәр ергә өлгөр Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы гимназия тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән ата-әсәләр комитетын етәкләп, белем усағының тормошон йәнлерәк һәм йәмлерәк итеүгә үҙ өлөшөн индергән тынғыһыҙ ханым ул.

“Үҫеш нигеҙе--үҙ-үҙеңә талапсанлыҡта, өйрәнгән уңайлыҡтан сығып, яңы маҡсаттарға өлгәшеүҙә”,--тигәйне Гөлсәсәк әңгәмә барышында. Һәр ваҡыт шулай яңылыҡҡа ынтылып, изге башланғыстарға тәүәккәллек менән тотоноп, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә яҙһын тырыш башҡорт ҡыҙына!

Гөлдәр Салихова.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: