Йәш белгестәргә район үҙәгендә медицина хеҙмәткәрҙәре талап ителгән ауылдар исемлеген күрһәтәләр. Ҡаҙан шәһәрендә үҫкән Гүзәл Абдрахман ҡыҙы шундуҡ яңғыраштары бер үк булған Казанка ауылын һайлай. Нурания--Темәскә, Фирҙәүес--Мерәҫкә, араларындағы иң йәше булған Рәйсә Ярат ауылына юллана.
--Ярат ауылы халҡы мине шул тиклем яҡшы ҡаршы алды. Йәшәү, ашау бушлай, бөтә ауыл халҡы иғтирам итте, ғөмүмән, өрмәгән ергә ултыртманылар. Ҡунаҡсыл башҡорт халҡының ихтирамын аҡлар өсөн бөтә көсөмдө һалып эшләнем,--ти Рәйсә Ҡудашева-Ғәниева.--Дарыуҙар артынан Баймаҡҡа ат менән йөрөнөк. Ауылда фельдшер донъя үҙәге кеүек булды. Тормош иптәшем Ярат ауылы егете Дәүләтбай менән татыу ғүмер иттек. Ғаиләбеҙ менән Баймаҡ ҡалаһына күсеп килеп, ҡала дауаханаһының тиҙ ярҙам хеҙмәтендә намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡтым.
Ә Гүзәл Биктаһирова буласаҡ тормош иптәше Әмир Сәйғәфәровты үҙе һайлап барған Казанка ауылында осрата. Уҡытыусы егет ҡала ҡыҙының мөхәббәтен тиҙ яулай. Йәш ғаилә 1965 йылға ҡәҙәр «Ирәндек» совхозының Төркмән ауылында ла йәшәп ала. Эше буйынса ирен Баймаҡҡа алғас, Гүзәл Абдрахман ҡыҙы ла ҡала дауаханаһына юллана. Сәйғәфәровтарҙың күркәм йорто хужабикә сиккән ҡул эштәре менән биҙәлгән: пәрҙәләр ҙә, келәмдәр ҙә, салфеткалар ҙа аллы-гөллө ептәрҙән сигелгән.
Нурания Нәзмиева-Сәғитованың исеме Темәс халҡына яҡшы таныш. Темәс батыры Марат менән гөрләтеп ғаилә ҡоралар, балалар үҫтерәләр.
--Тәүге йылдарҙа Татарстанға йыш ҡайттыҡ. Марат менән барһаҡ, ҡунаҡтарҙа башҡорт кейәүебеҙ йыр йырлай тип ҡул сабалар. Ул башҡорт халыҡ йыры тип берәй оҙон көй һуҙып ебәрһә: «Был беҙҙең татар халыҡ йыры»,--тип бәхәсләшерҙәр ине. Миңә ҡалһа, татар менән башҡортто бер әсәнең балалары, тип әйтер инем. Беҙҙең йырҙарыбыҙ ғына түгел, күп нәмәбеҙ уртаҡ. Яңғыҙ ҡайтыуымды атайым өнәп етмәй торғайны.
Нурания Нәзми ҡыҙы тыуған яҡтарына юлды һыуытмаҫҡа тырыша.
Фирҙәүес Зәкирова-Үҙәнбаеваны ла мерәҫтәр баштан үҙ итә. Ошо ауыл егете Рәхимйәнгә кейәүгә сыҡҡас инде бөтә ауыл халҡы уны яратып «еңгәй», «килен» тип өндәшә. Фельдшер булараҡ эшләп дан алған ханым 15 йыл ауыл советы рәйесе вазифаһын да башҡара. Һүҙе үтемле, абруйлы ағинәй булып әлеге көндә лә Мерәҫтә матур ғүмер кисерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡаҙан ҡыҙҙарының дүртәүһенең дә тормош иптәштәре баҡыйлыҡҡа күскән. Үҙҙәренең дә йәштәре һигеҙ тиҫтәгә етеп килһә лә улар йәштәр кеүек дәртле. Башҡортса ла, татарса ала рәхәтләнеп һөйләшәләр, бөтәһенең дә тауыштары матур, моңло итеп көй һуҙалар. Ә уларҙың әҙерләгән милли ризыҡтары телеңде йоторолоҡ тәмле.
«Шунан башҡорт ерендә кәртүк үҫтереп булдымы һуң?--тип шаяртып һүҙ ҡуштым Нурания Нәзми ҡыҙына. Ул: «Аллаға шөкөр, картуф ҡына түгел, алмағастарым, грушаларым йыл һайын тупырлатып емеш бирә. Гөрләтеп баҡса үҫтерәбеҙ. Теләгең булһа, таш өҫтөн дә гөл-баҡсаға әүерелдерегә була»,--тип яуапланы.
--Тыуған ерегеҙ һағындырмаймы, ҡайтҡығыҙ килмәйме?--тигән һорауға иһә инәйҙәр: «Һағынабыҙ ҙа ул. Әммә беҙҙең өсөн Баймаҡ еренән дә ҡәҙерле ер юҡ. Сөнки бында беҙ Баймаҡтың иң шәп егеттәренә кәләш булып барҙыҡ, таштай баттыҡ, балалар үҫтерҙек, ейән-ейәнсәрҙәр ишәйттек, әле бүләләрҙе күреү бәхетен кисерәбеҙ. Ирҙәребеҙҙең туғандары хәҙер инде үҙебеҙҙеке кеүек яҡын. 18 йәштә төйәк иткән Баймаҡ районында беҙ 65 йылға яҡын ғүмер итәбеҙ. Беҙҙең ер ошонда. Шулай бергә йыйылышып, аралашып алһаҡ, тыуған яҡтарға ҡайтып килгәндәй булабыҙ».
Йөҙҙәрендә нур уйнаған, алыҫтан бәрәкәтле Баймаҡ еренә килеп булып төшкән ханымдарға ҡарап ҡуныҡсыл, күңеле изге халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерҙем.