Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
10 Март 2023, 09:40

Дәрте ташып тора

Аида Ирек ҡыҙы – Сибай ҡалаһы ҡыҙы. Бәләкәй генә саҡтан бөтә булмышы менән зауыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылған баш балаларын ата-әсәһе -- Миңзәлә һәм Ирек Рафиҡовтар ҡаланың милли рух бөркөлөп торған Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына уҡырға бирә. Уҡыу алдынғыһы булараҡ Аида белем усағының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, предмет олимпиадаларында көсөн һынап ҡарай. Айырыуса рус теле һәм әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирә. Әммә милли мөхиттә тәрбиәләнеүе еңәме, күңеле шулай ҡушамы—ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған Аида Рафиҡова БДУ-ның Сибай институтының башҡорт филологияһы студенткаһы булып китә. Башҡортса теле асылған, башҡортса белем алған ҡыҙға юғары уҡыу йортонда был юҫыҡта белем эстәү ауыр булмай. Тырышып-тырмашып уҡый, студент тормошоноң ыҙаһын да, ҡабатланмаҫ күңелле мәлдәрен дә татый. 3-сө курста уҡығанда әсәһе уға компьютер һатып алып бирә.

Дәрте ташып тора
Дәрте ташып тора

Ҡыҙ заманса техникала эшләргә генә түгел, уның нимәнән ғибәрәт булыуын, эстәлеген дә төшөнөргө теләп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға үҙаллы яуап эҙләй. Шулай итеп ул интернет селтәрен арҡыры-буй гиҙергә, компьютерҙа төрлө программалар менән эшләргә өйрәнә. Бынан тыш, сафтан сыҡҡан техниканы йүнәтеү ҙә уның өсөн бер ни тормай. Уҡыуҙы бөткәндә иһә ул инде тел белгестәренә әүерелгән курсташтарының күбеһенә ошо шөғөлөн өйрәтеп, уларға интернет селтәренә юл асыша.

--Тормошта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшер өсөн бай кешеләрҙең ҡылыҡтарын үҙләштерергә кәрәк,--ти Аида Ирек ҡыҙы. Бының өсөн ул үҙе өҫтөндә ентекле эшләй: психологияны өйрәнә, китаптар уҡый, төрлө тренингтар, курстар үтә.

Студент саҡта уҡ аҡса эшләргә өйрәнгән ҡыҙҙың күңеле полиграфия, реклама тармағына тартыла. Шәхси эшҡыуар Уразбахтиндар етәкләгән типографияла “Зауралинфо” гәзитен сығара, реклама өлкәһендә эшләй башлай. Русса, башҡортса журналдар сығарыуға ла үҙ өлөшөн индерә.

--Реклама агенты булып эшләгәндә “Мегаполис” сауҙа комплексы етәксеһе Сергей Александрович Котков менән тығыҙ бәйләнештә булдым. Ул минең өсөн остаз, коуч. Уның менән аралашһам, үҙемде Генри Форд, Рокфеллер менән һөйләшкән кеүек хис итәм. Уның менән әңгәмәләшеүҙәр шул тиклем ҡанатландыра. “Зауралинфо”ла эшләп тәжрибә туплағас, Аида Ирек ҡыҙы үҙ бизнесын асырға ҡарар итә. Шул ваҡытта ул бәләкәй һәм урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ проекттарына субсидиялар бүлеү конкурсында ҡатнашып еңеп сыға һәм грант аҡсаһына“Сығанаҡ” тип аталған балалар тренинг үҙәге аса. Ҡаланың Зәки Вәлиди урамының, 45-се бинаһында урынлашҡан комплекстағы үҙәге уңышлы ғына эшләп китә. Баш-көллө эшкә сума ул, ата-әсәләр уға балаларын бик теләп йөрөтә. Хатта үҙенең “Читай город” тигән гәзитен дә сығара: үҙе яҙа, үҙе версткалай, үҙе Баймаҡ, Аҡъяр, Силәбе өлкәһенеңҠыҙыл районы эшҡыуарҙары менән эшләп реклама таба. Ошо ваҡытта ул эшмәкәрлеген тағы ла алға һөрөү, үҫеш өсөн водитель кәрәклегенә инана һәм даими такси хеҙмәте күрһәткән Роберт Малкин менән тығыҙ бәйләнештә эшләй башлай. Тора-бара водителе уның тормош юлдашына әүерелә.

-Эйе, беҙ икебеҙ ике төрлө инек—мин таба беләм, ул йыйнаҡ, аҡсаны ныҡ тота. Берҙе ике итергә тырыша. Мин йәш ҡыҙ, ул инде минән ике тапҡырға оло һәм ике улы менән ҡатын айырған кеше. Миндә йәшлек, унда – тәжрибә. Беҙ өйләнешергә булғас, берәү ҙә минең ҡарарҙы хупламаны. Атайым мин мәктәптә уҡығанда уҡ вафат булғас, ике ҡыҙ менән тол ҡалған әсәйем бигерәк ҡаршы торҙо. Туғандарым, яҡындарым күҙемде асырға маташты. Бер өләсәйем генә элек ундай хәлдәр булды, тип үҙ фатихаһын бирҙе. Шулай итеп Аида Малкина булып киттем.

Шул мәлдә мин балаға уҙғанымды белдем. Ҡыҙым Рида тыуғас ҡына ирем ысын йөҙөн күрһәтте—туҡтамай ҡыҙын йыуа башланы. Нимә эшләргә белмәй аптыраным, улай һуҡлыҡтым, былай һуҡлыҡтым, әммә әсәйемә ҡайтырға теләмәнем. Ул бит мине был аҙымдан нисек тә ҡурсаларға тырышты, ә мин тыңламаным. Хәҙер нисек итеп уның янына ҡайтайым? Юҡ, барыһына ла түҙҙем. Робертты был һаҙлыҡтан сығарыу өсөн бөтә көсөмдө һалдым. Һәм сығарҙым. Әгәр ҡатын-ҡыҙ уға ҡыҙыҡ икән, ир ситкә башын бормауын аңланым. Шуға ла уға минең менән ҡыҙыҡ булһын барыһын да эшләнем. Йәшлегем менән алдырҙым. Робертым алыштырып ҡуйған шикелле үҙгәрҙе, донъя көтөүгә ҡыҙыҡһыныуы артты, айыҡты һәм эскелек һаҙлығына бүтән батманы. Яҡындары, малайҙары уның был аҙымына аптыраны.

Дикрет ялында йәш ҡатындың бизнесы туҡтап ҡала. Шул мәлдә ире: “Йә уйла, башың бар, ҡулыңдан килә. Давай аҡылыңды эшкә ек, -- ти.

Тик ултырырға яратмаған Аидаға шул етә ҡала: фото сығарыу, реклама эшләү менән булыша башлай. Студенттарға дипломдар, курс, контроль эштәре яҙырға тотона. Эше ярайһы уҡ алға китә, балаһын ире ҡарай. Ашарға бешерә, йорт эштәренән азат итә.Ҡыҙы үҫә төшкәс, фатир һатып алалар. Бер көндө Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенә педагог кәрәк булыуын ишетеп етәксегә бара.

- Беҙгә бит махсус белемле кеше кәрәк, ә һеҙ филолог,--тип уны ишек төбөнән бороп сығаралар.

Сығып барғандаҡараһам, ишек төбөндә сафтан сыҡҡан төҫлө принтер тора. Ташларға тип әҙерләнгән техниканы ҡыҙ шунда торған ерҙә үк йүнәтә. Быны күргән етәксе уны бер һүҙһеҙ эшкә ала. Шулай итеп Аида Ирек ҡыҙы һынлы сәнғәт мәктәбендә компьютер графикаһы йүнәлешен етәкләй һәм был тәңгәлдә бик күп уңыштарға өлгәшә. Уның ҡул аҫтында шөғөлләнгән ҡыҙҙар-малайҙар төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән Абилимпикс ярыштарында ҡатнаша.

 Шул ваҡытта яңы һынлы сәнғәт мәктәбе сафҡа инә. Өҫтәмә белем биреү мәктәбе йәш белгескә бик күп мөмкинлектәр аса һәм ул беренсе категориялы уҡытыусы булып китә. Яңы хеҙмәтендә уға ҡәйнәһе ҙур терәк-таяныс күрһәтә. Һәр яҡлап уны дәртләндереп, хуплап ҡына тора.

2018 йылда Аида Малкинаны ҡала хакимиәте башлығы үҙенә саҡырта һәм урында технопарк асыласағын белгертә. Йәш ҡатындың алдына башлыҡ таш һала уны уртаға ярарырға кәрәклеген аңлата. Аида был тәңгәлдә башлыҡтың ир ҡулы кәрәклегенә ишара яһауын аңлай һәм теләгенән баш тартҡандай була. Шулай ҙа уны директор итеп тәғәйенләйҙәр. Элекке йәш техниктар станцияһы нигеҙендә булдырылған яңы технопаркты булдырыуға ҡыҙ ихлас тотона: ваҡытын да , көсөн дә йәлләмәй, тулыһынса эшкә бирелә. Ул ваҡытта республикала 5 технопарк үҙ ишектәрен асырға тейеш булһа. Беренселәрҙән булып ул Сибайҙа эшләй башлай һәм ул башҡаларға өлгө итеп ҡуйыла.

--«ТехноТерра» технопаркын асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм беҙҙең урап сыҡҡыһыҙ биләмәне ҡарағандан һуң башҡаларға бында килеп күрмәйенсә, эш башламаҫҡа ҡушты,--ти Аида Ирек ҡыҙы, ҡәнәғәт йылмайып.—Иң ҡыҙығы, сметаның 400 позицияһын да үҙем эшләнем. Стена дизайнынан алып буяуҙарға тиклем. Төп ярҙамсым ирем Роберт булды. Ысынлап та, башҡалар килеп тәжрибә уртаҡлашты. Әле лә аралашып торабыҙ.

Аида Малкина эше тураһында сәғәттәр буйына һөйләй ала. Был ваҡытта уның күҙҙәре яна, уңыштар артынан уңыштар яулауын теҙә. Технопаркта бер туҡтауһыҙ балалар өсөн саралар уҙғарыла: инженер каникулы, технонәҫел, «IT-ирекмәндәр», «IT-мудрец» һәм башҡа ошондай иҫәпһеҙ-һанһыҙ мауыҡтырғыс саралар бер-береһен алмаштыра. Фотозоналарҙың ниндәйе генә юҡ! «TeсhnoTERRA» технопаркында белем биреү алты йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, Робоквантумда шөғөлләнгән балалар робот техникаһы үҙенсәлектәрен өйрәнһә, Биоквантумда генетика, ботаника, микробиология, физиология менән ҡыҙыҡһынғандар шөғөлләнә.

Үҙенең паркын ялт иттереп ҡуйғас Сибай ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы Рөстәм Афзалов Аидаға Таулы ҡасабаһындағы “Ирәндек” балалар һәм үҫмерҙәр клубын яңыртыу эшен ышанып тапшыра. Бында ла йәш етәксе һынатмай, бөтә күңелен биреп эшләй, смета төҙөүҙән алып бина тулыһынса яңыртылғанға ҡәҙәр эсенән сыҡмай эшләй. Тиҙ арала бөтөнләй икенсе төҫ алған клубта тағы ла Республика Башлығын ҡаршы ала Аида Ирек ҡыҙы.

Тап шул “Ирәндек” клубын төҙөкләндергән ваҡытта ире ныҡлап ауырый башлай. Кәйеф-сафа ҡороп үткәргән йәшлеге эҙемтәһе үҙен белгертә: Роберттың бауыры тарҡала башлай. Көндөҙ төҙөүселәр менән булышһа, кис етеү менән дауаханаға ире янына ашыға. Әммә инде уға бер ниндәй ҡыйбатлы дарыуҙар ҙа, бер-бер артлы яһалған процедуралар ҙа ярҙам итмәй. 2020 йылдың октябрь аҙағында Роберты мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

-Уның әсәһе менән яҡшы мөғәмәләлә булдым. Тәүге ҡатыны, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә аралаштым. Роберт өсөн өҙөлөп торуымды бер Алла белә. Әммә минең иң хафаға һалғаны – никахта 8 йыл йәшәп тә минең исемдә бер мөлкәт тә булмауы. Шул уй миңә тынғы бирмәне, ирем үлеп китһә, урамда тороп ҡалам тип ныҡ ҡурҡтым. Быны Роберт үҙе лә белеп-һиҙеп йөрөнөмө икән: үлеренә 1 ай ҡалғас, фатирҙы миңә яҙҙырған. Һаҡлыҡта ятҡан аҡсаһын ла ҡыҙыма яҙған. Берҙән-бер улы үҙенән алда гүр эйәһе булғас ҡәйнәм дә йәшәүҙең мәғәнәһен тапманы, Роберттың ҡырҡын уҙғарыуға ул да баҡыйлыҡҡа күсте. Улар икеһе лә Ҡазан тип, шул яҡтарҙы әллә ни күреп, беҙҙең тарихи төйәк, шул яҡтарға бер барырға ине тип хыялланып йәшәне. Уларҙың был хыялын былтыр ҡыш мин үтәнем: “Минең илем—минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй мәғариф проектында еңеү яулап, Ҡазан ҡалаһына бушлай сәйәхәт итеү путевкаһы менән бүләкләндем. Минең проект “Рәсәй мөмкинлектәр иле” платформаһының “Сәйәхәттән күберәк” тип аталған йәштәр туризмын үҫтереү программаһына индерелде. Ҡазанға һәм «Иннополис» юғары технологиялар ҡалаһын күреүемә, Ҡол-Шәриф мәсетенә инеп, ирем, ҡәйнәм рухын аят бағышлатып, күңелем тынысландырып ҡайттым.

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, тотош Урал аръяғында креатив дизайнер булып танылған Аида Малкина әле лә туҡтамай эшләй. Былтыр ошо ваҡытта Сибайҙа асылған ковид-госпиталгә лә уның ҡулдары тейгән.

--Был минең 3-сө ҙур объект. Бик тиҙ арауыҡта уны биҙәп сыға алыуыма шатмын,--тип йылмая Аида Ирек ҡыҙы.—Госпиталдә эшләгәнде күргән подрядсы ойошма етәкселәре ҡайтҡанда миңә:

--Аида, үҙеңде яратырға өйрән. Улай аяҡтан йығылғансы эшләмә,-- тип әйтеп китте. Шунан алып үҙемде яратырға өйрәнәм. Эштә һуңға ҡалмайым, эш сәғәтем бөттө, эшем бөтмәһә лә ҡыҙым янына ашығам. Ирем иҫән саҡта шулай итмәгәнгә үкенәм. Эш эш тип йөрөп иң матур мәлдәрҙең ҡәҙерен белмәгәнбеҙ икән.

Аида Ирек ҡыҙы филогог һөнәренә өҫтәп юридик белем алған, мәғариф менеджеры ла булып танылған, компьютер графикаһы һәм дизайн буйынса үткән курстарының иҫәбе-һаны юҡ. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем Аида Ирек ҡыҙы. Һуңғы саҡырылышта ҡала Советына депутат итеп һайланды. Бынан тыш Каринэ Хәбирова етәкләгән Башҡортостан Республикаһының “Яңы хәрәкәт” йәштәр сәйәсәте үҫеш биләмәһенең остазы ла булып тора. Ҡалала ошо йүнәлештә ҙур эш алып бара: ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн аҙнаһына бер нисә тапҡыр төрлө саралар ойоштора.

Тырыш, бер урында тик тора алмаған, гел үҫешкә, алға ынтылған етәксенең киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындыҡ.

--План түгел, хыялдар күп минең. Бер төндә 108 хыял яҙып ҡуйҙым да хәҙер шуға табан ынтылам. Бер нисәүһе тормошҡа ашты. Карьера яғынан да, рухи үҫеш тә кәрәк. Былтыр беренсе тапҡыр ураҙа тотам. Был да минең өсөн үҫеш. Бәлки, күсеп китеү мөмкинлеге булыр. Аңлайым, кеше парлы булырға тейеш. Әммә әлегә был аҙымға әҙер түгелмен.

Аида Ирек ҡыҙы тормоштағы барлыҡ еңеүҙәрен Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе өләсәһе Мөғлифә Истәковаға бағышлай. Уға быйыл майҙа 86 йәш тула.

--Ҡәҙерлемдең 13 ейән-ейәнсәре, 15 бүләсәре бар. Өләсәйем бар ейән-ейәнсәрҙәрен дә ныҡ яратты, әммә миңә ҡарата нисектер ул гел ҡырыҫ, талапсан булды. Уның өсөн бала саҡта үпкәләп тә бөтә торғайным. Әле мин уға төрлө яҡлап ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышам. Бер туғандар бергә йыйылғанда:

--Өләсәй, мин һине шул тиклем яратам! Ә бит һин бөтә ейән-ейәнсәрҙәрең араһынан мине генә шелтәләнең, тәнҡитләнең,--тинем.

-Әгәр шулай итмәһәм, һин бөгөнгө уңыштарыңа ирешә алмаҫ инең. Ошонда ултырғандар араһында һин бер үҙең директор, тимәһенме? Тимәк, үпкәләргә урын юҡ, ул баштан мине ныҡлыҡҡа, етдилеккә өйрәткән. Рәхмәтлемен уға!

Әсәйем Миңзәлә Һиҙиәт ҡыҙы һеңлем менән икебеҙҙе матур итеп тәрбиәләне, беҙгә әсәй ҙә, атай ҙа булды. Балалар баҡсаһында, «Газпром» йәмғиәтендә эшләне, әлеге ваҡытта хәрби комиссариатта хеҙмәт итә. Беҙҙе уҡытам, кеше итәм, тип тырышты. Аяҡҡа баҫтырғас ҡына, икенсегә тормошҡа сыҡты. Аллаға шөкөр, хәҙер янында таянырҙай Камил ағайыбыҙ бар. Ике ғаилә ҡушылғас, туғандарым да артты, ҡустылы, тағы һеңлеле булдым», - тип һөйөнә Аида Ирек ҡыҙы.

 Тормош юлында осраған изге күңелле кешеләргә сикһеҙ рәхмәтле ул. Ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Ләлә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡәйепҡолова бәпесе донъяға килгәнгә ҡәҙәр янында була, әле лә кәңәштә- ренән өҙмәй, рухи яҡтан да ныҡ терәк. Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова мөмкинлектәрен аса, артабан үҫешенә этәргес көс бирә, уның ышанысы арҡаһында утыҙ йәшендә директор булып китә. Балалар ижады үҙәге директоры булып эшләгән, әлеге ваҡытта мәҙәниәт идаралығы начальнигы Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәева ла - уны үҫешкә этәргән, алға әйҙәгән гүзәл заттарҙың береһе. Эшендә уң ҡулы булған методист Юлиә Сергеевна Рәжәповаға ныҡлы таяна, бик аҡыллы, уңған ҡатын, уның тырышлығы менән эштәр алға бара, ти әңгәмәсем.

Йәш кенә булһа ла күпте күрергә өлгөргән Аиданың яҙмышынан риза, тормошонда осраған һәр кемдең һынау өсөн ебәрелеүен яҡшы аңлап, уларҙың һәр ҡайһыһына рәхмәтле булыуына һоҡландыҡ. Төптән егелеп эшләгән, креатив ҡарашы менән барыһын да әсир иткән, рухи үҫешкә, яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылған гүзәл затты ижад ҡомары, әлеге дәрт-дарманы бер ваҡытта ла ташламауын теләйбеҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: