Ул Хәйбулла районының Уфимка ауылында тыуып үҫкән. Сибай медицина училищеһын тамамлаған. Унан инде бала саҡтан табип булырға йыйынған Зилә Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана, ә Фәрит хәрби хеҙмәткә алына. Тик ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашмай һәм ул Өфөлә эшләй башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының химия-биология факультетына уҡырға инә. Әрме сафынан ҡайтҡан егет, Өфөгә килеп, ҡыҙҙы, ай-вайына ҡуймай, Сибайға алып китә.
–Ғаилә ҡорған осор 90-сы йылдарға тура килде. Бик ауыр ваҡыттар ине. Бәпәйебеҙ тыуҙы. Талон системаһы, эш хаҡы түләнмәгән мәлдәрҙә лә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ,--ти Зилә Айҙар ҡыҙы.
Ире урман хужалығында эш башлаған була, ә бына Зиләгә Сибайҙа үҙ урынын эҙләргә тура килә. «Башмедьстрой» акционерҙар йәмғиәтенең кирбес заводындағы лабораторияға бара. Унан кадрҙар бүлегендә етәксе булып ете йыл эшләй. Шул арауыҡта уҡыу йортон тамамлай, тағы бер ҡыҙ балаға әсәй булырға өлгөрә. Ләкин тормош беҙ уйлағанса ғына бармай, тотороҡһоҙ йылдар үҙенекен итә. Йәш ғаилә ҡайтанан эш урындарын алмаштырырға мәжбүр була. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләп ала ҡатын. Әлеге ваҡытта Зилә Айҙар ҡыҙы “Водоканал” предприятиеһының лабораторияһын етәкләй. Сибайҙарҙың таҙа һыу эсеүен әллә нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды, таҙа һыуҙы баҡсаға ҡойоп әрәм итеүҙе лә әйтеп үтте.
Бер ғаиләнең яҙмышында тотош ил тарихы сағыла. XXI быуат башында илебеҙ йәнә көрсөккә тарый. Көндәлек ҡулланылышҡа «дефолт», «көрсөк» кеүек ят һүҙҙәр инә. Тормошто бер яйға һалып алған йәштәргә уны нисә тапҡыр яңынан ҡорорға тура килгәндер, Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә. Бөгөн Зилә менән Фәрит Байназаровтарҙың донъяһына ҡарап, быға һис ышанып булмай.
–Һәр кем яҡты хыялдар менән тормош башлай, ғаилә ҡора. Матур йорт һалырға, шунда балалар үҫтереп, татыу, тигеҙ йәшәргә өмөтләнә. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, йәш ваҡытта ауырлыҡтар үтһәк тә, бөтә хыялдарым тормошҡа ашты. Икебеҙ ҙә юғары белем алдыҡ, матур итеп йорт һалдыҡ, ике ҡыҙ балаға ғүмер биреп, яратып тәрбиәләнек. Ҡыҙҙарыбыҙҙың араһы--11 йәш. Икеһен дә Өфөләге республика инженер лицей-интернатына уҡырға бирҙек. Кесеһе Самира әле шунда 10-сы класта уҡый. Физика-математика йүнәлешен һайланылар. Өлкәне Динә, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлап, атаһы менән бергә «Башҡортостан баҡыры» предприятиеһында эшләй. Фәрит унда 16 йыл инде хеҙмәт итә. Йорт һалған ваҡытта, уға ярҙам итәйем тип, мин дә янына эшкә күскәйнем. Вахтала саҡта балаларҙы әсәйем Йомабикә Әхмәтвәли ҡыҙы ҡараны. Әсәйем, рухлы башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, тормошобоҙҙа изге кәңәштәре менән миңә, һеңлеләрем Земфира менән Ғәлиәгә изге маяҡ булып тора. Үҙе йыл һайын тиерлек бер нисә ай Кипрҙа йәшәп ҡайта, унда Дәрғәлә, йәғни үҙ мәсете, үҙ хужалығы, мәҙрәсәһе булған иман йортонда, ислам тәғлимәттәрен бөтә нескәлегендә өйрәнәләр. Дингә баҫырға ул юл күрһәтте. Аллаһ Тәғәләгә инаныуым һынылышлы осорҙо үтергә, үҫешкә ынтылырға көс биргәндер,--тип ипле йылмая үҙе.
Зауыҡлы йорт шулай, ситкә китеп, аҡса эшләп һалына. Унда ла Зилә Айҙар ҡыҙы инженер-химик булып хеҙмәт итә. Ошонан сығып, тырышҡан кешегә тормош яйлап йөҙө менән борола, тигәнгә ышанырға була. Маҡсатлы ҡатындың донъяуи идеялары, тәҡдимдәре һәр ваҡыт ирендә яҡлау һәм хуплау таба.
–Бер-беребеҙҙе тыңлап, кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Хатта финанс мәсьәләләрендә лә беҙҙең фекерҙәр берегә. Бюджетты бергәләп алып барабыҙ,--ти Фәрит Мөрит улы.
Йортто 2000 йылдарҙа һала башлайҙар. Интернет әле киң ҡулланылмаған ваҡыт. Төҙөлөш алдынан Зилә ханымдың ҡулына бер китап килеп эләгә. Йорт һалыу, инженер селтәрҙәрен үткәреү, бүлмәләрҙе бүлеү, уларҙы йондоҙнамә, халыҡ йолалары буйынса урынлаштырыу хаҡында эшлекле кәңәштәр биргән баҫма була ул. Был өҫтәл китабына әйләнә һәм йорт һалғанда бөтә кәңәштәр иҫәпкә алына.
–Ҡағыҙға яҙып планлаштырҙыҡ, бөтә нәмәне һанап сығарҙыҡ. Хатта йыһаздарҙы, уларҙың үлсәмдәрен дә күҙ уңында тоттоҡ. Һандар, уларҙың кеше тормошона йоғонтоһо тураһында ҡыҙыҡһынам әле лә. Белгестәр кәңәшенә йыш мөрәжәғәт итәм һәм йорт һалғанда шуларҙы иҫәптә тоттом. Мәҫәлән, өйгә ингәндә бәҙрәф ишеге күренеп торорға тейеш түгел. Ул фен-шуй буйынса ла ярамай. Сөнки йортҡа энергия инә лә тура бәҙрәф бүлмәһенә юллана. Аш-һыу бүлмәһенә ингәндә хужабикәнең, арҡаһы менән боролоп, һауыт-һаба йыуып тороуы ла насар. Тимәк, йыһазды икенселәй урынлаштырыу сараһын күрергә мөмкин. Ут һәм һыу энергетикаһы--иң көслөһө. Шуға газ плитәһе һәм һауыт-һаба йыуғыс төрлө ерҙә урынлашырға тейеш,--тип бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешә оҫта хужабикә.
Ысынлап та, йорт һалыу ғына аҙ. Өй нигеҙен ҡотло, тыныс, бәрәкәтле итеү йола-тәртибен борон ата-бабаларыбыҙ ҙа тотҡан. Шуға башҡорт йорттары бер урамда ғына теҙелешеп ултырмаған. Береһе--эстәрәк, икенсеһе ситтәрәк һалынған булған. Тыныс урынға өҫтөнлөк бирелгән.
Беҙ барғанда ғаилә башлығы мунса яңыртырға тотонған ине. Йыуыныу урынының һәр бүлмәһе уйлап эшләнгән, хатта уға төккәтеп ваҡытлыса мал бикләү урыны ла яһалған.
-Ураҙа, Ҡорбан байрамдары мәлендә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән туғандар, дуҫтар һеҙҙең ихатаға килеп, һарыҡ салайыҡ әле, ти ҙә тора. Үҙебеҙ ҙә ҡайһы ваҡыт ауылдан барып мал алып ҡайтып һуябыҙ. Шундай малды бикләү өсөн урын булһын,--ти бөтә нәмәне алдан хәстәрләргә өйрәнгән хужабикә.
Иң башта әйтеүебеҙсә, Байназаровтарҙың ишеге алды, ихатаһы тулы сәскә. Был матурлыҡты Зилә Айҙар ҡыҙы булдыра: орлоҡ хәстәрләй, иртә яҙҙан үҫентеләрҙе шыттыра, яҙын ултырта, йәй буйы бала кеүек баға, ҡарай. Биолог кешенең баҡсаһында йәшелсә-емеш тә шаулап үҫә.