+1 °С
Ҡар
-“Һалдаттарға өй һалмаһы” акцияһына мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары, туғандары, көмөш ирекмәндәр, “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре, донъяла барған хәлдәргә битараф булмаған гүзәл заттар әүҙем ҡушылды, - ти штаб етәксеһе Лена Мөхәмәтова.-Күмәкләшеп тотонғас, эш ырамлы булды: берәүҙәр ҡамыр баҫып торҙо, икенселәр йәйҙе, өсөнсөләр йәймәләр кибеү менән уларҙы һаламлап та, шаҡмаҡлап та ҡырҡыты. Киптереп алғас, бер урынға йыйып, гуманитар ярҙам ебәргәндә ҡумталарға тултырып оҙатасаҡбыҙ.
Изге эш эшләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар изге теләктәрен дә теләне: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!