Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
2 Ғинуар 2023, 10:40

Туҡ буйынан төшкән килен

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Ғәзимә Сәғит ҡыҙы Иҙрисова ер ап-аҡ ҡарға күмелгән осорҙа 1937 йылдың декабрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Егәнек ауылында (хәҙер Пушкинское) тыуған. Туҡ буйы һылыуы табын ырыуы ҡыҙы. Ул бәләкәй генә сағынан саф башҡорттар араһында йәшәргә хыяллана, хатта ҡурсағын да “Йылайырға барып киләм”, “Мин Йылайырҙа йәшәйем”, тип уйната. Юрағаны юш килә ҡыҙҙың, Өфө дәүләт педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Шулай итеп уның эсәр һыуы Йылайыр йылғаһы була. -1960 йылда Ишбирҙегә бергә уҡыған әхирәтем Күгәрсен районынан Роза Биишева менән килдек. Ул балалар баҡсаһында мөдир, ә мин тәрбиәсе булып эш башланыҡ. Иҫке генә бер бинаны ағартып, таҙалап, төркөмдәргә балалар йыйып, күңелле генә эшләп киттек,--тип хәтерләй йәш сағын Ғәзимә Сәғит ҡыҙы.-Бер йылдан Ишбирҙе балалар баҡсаһын Иҫке Сибайға күсерҙеләр.

Туҡ буйынан төшкән килен
Туҡ буйынан төшкән килен

Бында ла ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.

Шулай итеп ҡыҙ саф башҡорттар төйәгенә килеп инә һәм ғүмере буйы шул балалар баҡсаһына тоғро ҡала. 1983 йылда Иҫке Сибайҙа өр-яңы балалар баҡсаһы сафҡа инә. Яңы бинаға күскәс уға мөдир вазифаһын йөкмәтәләр. 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы етәксе була. Ул кескәй генә саҡтарынан балалар баҡсаһында тәрбиәләгән балалар хәҙер үҙҙәре күптән өләсәй, ҡартатай булып бөткән инде.

Һөйгән йәре – Әхмәтзәкир Иҙрисовты ла Ғәзимә Сәғит ҡыҙы Иҫке Сибайҙа осрата. Ғүмере буйы төҙөүсе булып эшләгән ире менән икәүләшеп улар матур итеп донъя көтә, Әлфиә, Гүзәл, Лилиә исемле өс ҡыҙ үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Әле Ғәзимә Сәғит ҡыҙы кесе ҡыҙы Лилиә менән йәшәй.

-Тыуған яғығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы? Һағынаһығыҙмы?-тип һорайым әңгәмәсемдән.

-Мин Иҫке Сибайҙа инде 60 йылдан ашыу торам. Килен булып төшкән еремдә таштай баттым. Мин Баймаҡ!-тип күкрәк ҡағам,--ти инәй йылмайып.-Әлбиттә, һыу инеп үҫкән Туҡ буйҙарын һағынам. Форсаты сыҡҡанда тыуған яғыма ҡайтырға тырышам.

Беҙ бит етемлектә үҫтек, һуғыш осоро балаһымын. Атайым Сәғит Мәмбәтов Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград өсөн барған яуҙа ятып ҡалған. Мин 10-сы класта уҡығанда ҡаты ауырып әсәйем вафат булды. Беҙҙе—4 кесе туғанын өлкән ағайыбыҙ Ҡорбанғәле Сәғит улы менән еңгәйебеҙ Ғаилә Шәкир ҡыҙы тәрбиәләп, уҡытып кеше итте. Ағайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышынан 1947 йылда ғына ҡайтып төштө. Әсәйемдең Аллаһы Тәғәләнән улым имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип көнө-төнө ялбарыуы һаман күҙ алдымда. Әсәй доғаһы ҡабул була тигәндәре шулдыр, офицер ағайыбыҙ беҙҙең бәхеткә тере ҡайтты. Ул беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды: кеше кейгәнде кейҙек, берәүҙән дә кәм-хур булманыҡ. Ауылда 7-се класты бөттөм дә, 10-сы класты күрше Юлдаш ауылында тамамланым. Тәрбиәсе һөнәрен һайларға ла ағайым кәңәш итте. Мәктәпте бөтөп 2 йыл колхозда эшләгәс, Башҡортостанға уҡырға барырға теләүемде белгерттем. Ул ваҡытта “Совет Башҡортостаны” гәзитен күрше Юлтый ауылынан уҡытыусы Раҡия апай ғына алдыра ине. Уға барып гәзиттә “Уҡырға ҡайҙа барырға?” тигән рубрика аҫтында сыҡҡан иғландарҙы алып ҡайттым. Ағайым ҡарап ултырҙы ла тәрбиәсегә уҡырға бар, тине. -Уның эше нимәнән ғибәрәт һуң?—тип һорайым. Яныбыҙҙа ағайымдың бәләкәс кенә Раян улы йүгереп йөрөй.-Бына ошоноң кеүек балалар менән уйнап тик йөрөйһең, тигәс, ризалаштым. Кемдең эш эшләгеһе килһен, уйнап тик йөрөйһөң ти ҙә ағайым!

Өфөгә юлландым. Училищены барып таптым, имтихандар бирҙем. Йырҙан һынау тотҡанда ҡыҙыҡ булды. Бөтә ҡыҙҙар ҙа инә лә ул ваҡытта модала булған “Парней так много холостых, а я люблю женатого”,- ти ҙә йырлай. Ә мин ул йырҙың һүҙҙәрен бөтөнләй белмәйем. Сиратым еткәс инһәм, кабинетта ҡара ҡумта артында ике апай ултырыуын күрҙем. Ҡара ҡумта нимә тиһегеҙме? Фортепиано булған. Тоттом да “Ғәзизәкәй балдыҙ” спектакленән йыр башҡарҙым. Училищела яҡшы уҡыным, студент йылдарым хәҙер йәшлегемдең бер матур хәтирәһе булып иҫкә төшә...

Ирем арыу кеше булды, шуға ла был яҡты тиҙ үҙһенгәнмендер. Башҡортостандың кешеләренә, тәбиғәтенә ғашиҡмын. Бабайға иҫән сағында әйтә торғайным: һеҙ һуғыш осоронда ас булһағыҙ ҙа, йылыла ултырғанһығыҙ. Ауылығыҙ янында ағас үҫә, беҙҙең яҡ бит Ырымбур далалары, селек, һалам яғып йылына торғайныҡ. Ишбирҙегә килгәс бер әбейҙә фатирҙа торҙом. Саҡ ҡына ағас киҫәге, ботаҡ күреп ҡалһам өйгә алып ҡайтам бит. Әбейем: “Теләһә нәмә ташыма, ҡыҙым, ихатаны ҡыйлама”,- ти. Был бит теләһә нәмә түгел, ә утын, тием. Утын урманда, ҡайын утын яғабыҙ беҙ, ти уным.

Әле тормош шул тиклем яҡшы: йортто газ йылыта, һыу, бәҙрәф өйҙә. Теләгән нәмәбеҙҙе һатып алабыҙ. Аллаһ Тәғәләмә мең рәхмәтлемен! Биш намыҙымды ҡалдырмай уҡыйым, яйлап ғәрәп телен өйрәндем, боронғоса доғалар ятлайым.

Ҡыҙҙарым шәп, әсәй тип өҙөлөп, минең өсөн йәндәрен бирергә әҙер торалар. Әйткәндәй, икенсе ҡыҙым Гүзәл Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Мәктәпте бөткәс минең тыуған ауылыма ҡунаҡҡа ғына барғайны, аҙаҡ шунда ҡалып машзаводта эшләне. Кейәүгә сығып, ул киреһенсә, Ырымбурҙа төпләнде. Өлкән ҡыҙым Әлфиә минең юлды һайланы, Белоретта педагогия училищеһын тамамлап, мин эшләгән Иҫке Сибай балалар баҡсаһын оҙаҡ йылдар етәкләне. Кесе ҡыҙым Лилиә Туймазыла юридик техникумда һөнәр үҙләштерҙе. Әлеге көндә Сибай ҡалаһының Пенсия фондында эшләй. Ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем булыуы менән бәхетлемен. Оло йәшкә етермен тип гел уйланым. Ысынын да шулай булды, ҡартлығым , бәхетле Аллаға шөкөр. Донъялар ғына тыныс торһон! Ҡалғаны булыр,--тип тормош юлын баштан аҙағынаса һөйләп, тәмле итеп сәй эсереп, оҙатып ҡалды беҙҙе Ғәзимә Сәғит ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева