Дүрт бала әсәһе Әдилә Рәис ҡыҙы 29 йыл ғүмерен балалар баҡсаһына арнаған. Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Сибай педагогия училищеһының мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү бүлеген тамамлаған. Хеҙмәт юлын тәрбиәсе булараҡ Ҡолсора балалар баҡсаһында башлаһа, артабан Муллаҡайҙа эшләгән. 1995 йылдан Муллаҡай балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарған. 20 йыл етәкселек иткәндән һуң оптимизация арҡаһында балалар баҡсаһы мәктәп менән бер бинаға күсә. Хәҙер инде ул 8 йыл Муллаҡайҙан Үрге Иҙрис ауылына йөрөп эшләй, ошо ауыл кескәйҙәрен тәрбиәләй, уларға белем бирә.
Эшендә гел маҡталып эшләгән ханым ире Хәсән Йыһанур улы Нурасов менән өлгөлө ғаилә булып, матур итеп донъя көтәләр. Өлкән ҡыҙҙары, улдары әсәһенең юлынан китеп педагог һөнәрен үҙләштергән. Нурзиә Йәнйегет ауылына тормошҡа сыҡҡан, Кәрешкә ауылында балалар уҡыта. Алмаз улдары Баймаҡта йәшәй һәм эшләй. Әлеге көндә ул Луганск халыҡ республикаһында командировкала. Гөлзиәләре Таулыҡайҙа төпләнгән. Өс балалары ла икешәр улға атай-әсәй булған. Нурасовтар уларҙың өсөһенә лә шәхси йорт һалырға ярҙам иткән.
Бынан 12 йыл элек уларҙың ғаиләһендә тағы бер ҡыҙ барлыҡҡа килгән. Ансарҙы тапҡанда яҙған ғаризаға шулай тиҫтә йылдар үткәс кенә ыңғай яуап бирәләр. Әсәне опека бүлегенә саҡыртып, Сибай балалар приютында 5 йәшлек бер ҡыҙ барлығын әйтәләр. Уны күрергә барғанда ҡыҙ сумкаларын әҙерләп, ата-әсәһен көтөп ултырған була. Алып ҡайталар ялға, бер-береһенә өйрәнәләр, ҡарайҙар. Ҡытыршылыҡтар булып та ала, әлбиттә, әммә ата-әсә ҡыҙҙың исемен үҙгәртеп, үҙҙәренең фамилияһын, ғаилә башлығының исемен биреп, 5 балалы булып китә. Кесе улдары бала алып булғанды аңлап алғас, үҙенә уйнарға тағы бер малай алайыҡ, тип үтенә башлай. Нурасовтар тағы Сибайға юллана. Шул мәлдә балалар приюты ремонтҡа ябылып, тәрбиәләнеүселәрҙе Сәрмән, Белорет балалар йортона, туғандары, яҡындары булғандарҙы шуларға таратып ятҡан булалар. Әдилә Рәис ҡыҙы был юлы ҡаланан Вадим тигән малайҙы алып ҡайта. Шулай итеп, Ансар, Наҙгөлгә Вадим Нурасовтарға быйыл 17 йәш тулған. Эйе, эйе, Наҙгөлдө лә, Вадимды ла үҙ фамилияларына күсереп алғандар, йәғни үҙҙәренеке иткәндәр.
-Бәләкәс балалар быйыл 9-сы класты бөтөп уҡырға китте лә инде. Наҙгөл Сибай медицина колледжында белем ала. Ансар, Вадим Баймаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынжа һөнәр үҙләштерә. Атайҙары Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй,--тип һөйләй әсә.-Өлкәндәр һеңле, ҡусты алыуҙы хупланы. Ирем дә бер һүҙһеҙ риза булды. Хәсәнем был донъялағы иң аҡыллы, иң шәп атайҙыр, моғайын. Һәр бер ҡыҙы, улы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер.
Нурасовтар балаларын эшкә өйрәтеп үҫтерә. Йәй буйы күмәкләшеп бесән сабалар, утын әҙерләйҙәр, ишле итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Буш ваҡыттары юҡ тиерлек.
-Эшләүҙәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн. Буш балалар эш боҙа. Шуға ла хеҙмәт менән тәрбиәләйбеҙ. Аҡса ла баланы боҙа, артыҡ аҡса тоттормаҫҡа тырышабыҙ, кәрәгенсә генә бирәбеҙ,--тип тәрбиәүи алымдары менән уртаҡлаша күп балалы, оло йөрәкле әсә.
Гөлдәр Ҡадаева.