Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
30 Август 2022, 20:00

Уҡытыусыбыҙға Хөкүмәт телеграммаһы

"Радий улым Хәбировҡа рәхмәт инде, нисек кенә ваҡыт табып, мине, ауылдың бер әбейен, элекке генә бер уҡытыусыһын юбилейы менән ҡотлап, телеграмма һуҡҡан бит әле. Уның бит минән башҡа ла эше күп, ваҡыты юҡ. Ана телевизорҙан ҡараһаң, әле Мәскәүҙә, әле районда, әле... Уй Аллам Мәрйәм, ошо ҡыуанысымды һинең менән дә бүлешәйем әле, тим. Хатта звание алғанда ла, был хәтле ҡыуанмағайным шикелле, әллә йәш булдыммы икән!?. "- тип шылтыратты миңә бер көн Йылайыр районы, Матрай ауылында йәшәгән, әле хаҡлы ялда булыусы, минең тәүге уҡытыусым Шәмсениса Сәмиғулла ҡыҙы Төхвәтуллина - Солтангәрәева. Их, шул рәхмәтте республика башлығына нисек итеп кенә еткерергә икән, тип борсолдо ул. Ә мин үҙемдең яғымдан: нисек итеп кенә мине белем усағына әйҙәүсе, беҙгә тәүге хәрефтәр өйрәтеүсе, телгә, илгә һөйөү тәрбиәләүсе тәүге уҡытыусыма рәхмәт һүҙҙәрен еткерәйем икән, тип борсолдом. Шәмсениса Сәмиғулловнаның быйыл оло юбилейы! Уға - 85 йәш!

Уҡытыусыбыҙға Хөкүмәт телеграммаһы
Уҡытыусыбыҙға Хөкүмәт телеграммаһы

1937 йылдың, 10 авгусында, Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылында Сәмиғулла һәм Фәрхенисаларҙың йәш ғаиләһендә, тәүге бала булып донъяға килгән ул Шәмсениса исемле шуҡ ҡыҙ. Тормош елдәре уны өс йәшендә генә әсәһе һәм бәләкәй ҡустыһы менән әсәһенең тыуған ауылы Һаҡтауға илтә. Колхоз заманы. Шәмсенисаның әсәһен ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Шәмсениса өсөнсө синыфты тамамлауға 3-сө Интернациональ колхозын берләштереү сәбәпле, улар ферманың бөтә малы-ние менән бергә Ҡыпсаҡ йәғни Йомағужа ауылына, Трактор колхозы булып күсеп сығалар. Йомагужа мәктәбендә етенсе синыфты гел 5 - ле билдәләренә тамамлап, похвальная грамота алып, үҫмер Шәмсениса әхирәте Мәрйәм Аҡҡужина менән, бер ниндәй имтиханһыҙ Мораҡ педучилищеһына барып, уҡырға инәләр. Училищела дүрт йыл белем алғандан һуң, йәш педагогик белгесте Йомагужа ауылы мәктәбенә биология уҡытыусыһы итеп эшкә ҡайтаралар. Ике - өс йыл биология дәрестәрен уҡытып, тормошҡа ла сығып, декрет ялдарын уҙғас, 1963 йылда Матрай ауылына күсеп киләләр. Ошо мәлдән алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Шәмсениса Сәмиғулла ҡыҙы башланғыс синыытарға белем бирә.
Һәм бына инде бөгөн килеп, 50-60 йыл элек тәүге белем усағын уртлаған уҡыусылары, һаман булһа ҡапҡа шаҡып, эҙ һыуындырмай, төрлө тарафтарҙан килеп ихлас ҡотлауҙарын, теләктәрен, бүләктәрен еткереп торалар. Ике һүҙҙең берендә рәхмәт уҡый-уҡый, онотмайҙар минең уҡыусыларым, ти ихлас күңеленән Шәмсениса апайыбыҙ беҙҙең! Тормош булғас ағы ла, ҡараһы ла, төрлө һикәлтәле яҡтары ла булып тора шул. 31 йәшендә генә тормош иптәше менән айырылышып, өс баланы бер үҙенә генә тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға тура килә уға. Уларҙың өсөһөнә лә юғары белем алырға ла булышлыҡ итә әсәй кеше. Һәм бөгөн Шәмсениса Сәмиғулловнаның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә алыҫ Себер яҡтарынан осоп ҡайтып, бөтә эштәрен эшләп, ярҙам итеп, хөрмәт итеп, иркәләп кенә торалар уны.
- Иң тәүге наградамды - "Победитель социалистического соревнования", 1972-се йылда алдым, ти Шәмсениса апай. Тағы ла Леонид Ильич Брежневтың ҡултамғаһы менән "За трудовую доблесть" миҙалы, "Отличник народного просвещения РСФСР" значогы, "Старший учитель" исеме, "Ветеран труда" наградаларын һәм башҡа төрлө грамота, рәхмәт хаттарын, лайыҡлы йөрөтә ул беҙҙең ҡәҙерле тәүге уҡытыусыбыҙ!
Мин бөгөн үҙемдең яғымдан Шәмсениса Сәмиғулла ҡыҙына уның бөтә уҡыусылары, ауылдаштары, райондаштары исеменән бөгөнгө көндә иң мөһиме булған ныҡлы сәләмәтлек, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләп, оло рәхмәттәремде белдерәм!
РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ БЕҘҘЕҢ ТӘҮГЕ УҠЫТЫУСЫБЫҘ - ШӘМСЕНИСА АПАЙЫБЫҘ!!! 🙏🌺🌺🌺

МӘРЙӘМ ЗӘКИРЙӘНОВА.

Уҡытыусыбыҙға Хөкүмәт телеграммаһы
Уҡытыусыбыҙға Хөкүмәт телеграммаһы
Автор:Гульдар Кадаева