Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
27 Август 2022, 17:45

Хәйбулланың гүзәл заттары уңған

Хәйбулла районынан Рәсимә Баязитова һәм Мәҙинә Ғүмәрова Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Билдәле булыуынса, был миҙал йәмәғәтселәр, әүҙем һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

Хәйбулланың гүзәл заттары уңған
Хәйбулланың гүзәл заттары уңған

Юғары награданы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Депутат шулай уҡ "Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары йәмғиәте"нең Почет грамоталары менән Рәзилә Бәҙретдинова,Рәсимә Туғыҙбаева, Сәлиә Ҡоломбәтова, Айгөл Ҡырғыҙбаева һәм Ләйсән Йәнйегетованы бүләкләне.
Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева