Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Август 2022, 09:10

"Аҫалы балаҫ" һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе

Баймаҡ районының Таһир ауылы китапханаһында "Аҫалы балаҫ" һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Сарала Билал, Таһир, Өмөтбай, Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре ҡоро ағзалары, ауыл китапханасылары ҡатнашты. Оҫталыҡ дәресен Сибай сәнғәт колледжы студенткаһы Эльвира Ғәбдрәшитова алып барһа, Таһирҙан Ғәшүрә Рауилова, Билалдан Фатима Ғайсина, Өмөтбайҙан Миңлегөл Ҡужәхмәтова ла ҡатын-ҡыҙҙарға белгәндәрен өйрәтте.

"Аҫалы балаҫ" һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе
"Аҫалы балаҫ" һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе

Балаҫ һуғыу – башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән – һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы урынында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, көйөҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы – аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе.
Таһир ауыл китапханаһында "Аҫалы балаҫ" һуғыу оҫталыҡ дәресе үтте. Сибай сәнгәт колледжы этнография бүлегең 3-сө курс студенткаһы Эльвира Ғәбрәшитова оҫталыҡ дәресен бирҙе. Эльвираның йәш булыуына ҡарамаҫтан, эшен төплө итеп белеүе бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Булған хаталарҙы, яҡшылап аңлатты, сөнки станоктар төрлөсәрәк ине. Күгиҙел, Өмөтбай, Билал ауылдарың ағинәйҙәре килделәр. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре дәррәү генә килеп, ярҙам ителәләр. Ғәшүрә апай Рәүилова дүрт йыл тирәһе буй балаҫ һәм тирүгә һуға.Ғәшүрә апай ҙа ярҙам итте..Бөтәһе лә станоктары үткәреп, етешһеҙлектәрен асыҡлап ҡайталар.
Киләсәктә матур итеп аҫалы балаҫтар һуғып ултырырға насип итһен инша Аллаһ, килгән ҡунаҡтарға барыһына ла ҙур рәхмәт.
 22 август Рәсәй флагы көнө, Таһир ауыл китапханаһы Рәсәй флагын балаҫ итеп һуға башланы.

Автор:Гульдар Кадаева