Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
15 Август 2022, 08:55

"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы "

Хәйбулла районының Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда 2022 йылда Рәсәйҙә иғлан ителгән халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм быуындар бәйләнеше йылына арнап ,"Күрше хаҡы- тәңре хаҡы" исемле бик бай йөкмәткеле сара үтте.Кисәгә ауылда ғүмер буйы күршеләре менән аралашып татыу йәшәгән ҡатын -ҡыҙҙарҙы саҡырылды.Ни өсөн кәрәк булды һуң был кисә?  

"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы "
"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы "


Халҡыбыҙҙа “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән әйтем бар. Был әйтемдең мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күршелек – ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт тигән һүҙ.
Күрше хаҡы бар тиҙәр. Ниҙән ғибәрәт һуң?
1)Күршеңә яманлыҡ эшләмә.Уларҙың иң яманы күрше ҡатынын зинаға тартыу. Уның гонаһы башҡа ун ҡатын менән зина ҡылыуҙан да яман, ти Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм.
2)Күршеңде һаҡла.Күршеңде һаҡлау-ул уны бүтәндәрҙең золомонан һаҡлау һәм уны ауыр хәлдә ҡалдырмау. Күршеңдең ғәйебен ситкә сығарырға ярамай.Фәҡәт матур ғына итеп нәсихәт итергә кәрәк.
3)Күршең менән гүзәл бәйләнештә бул.Ярҙам һораһа, ярҙам ит!Бурысҡа һораһа биреп тор!Ауырыһа,барып хәлен бел! Хәйерле ваҡиға булһа, ҡотла!Насар ваҡиға булһа, уртаҡлаш! Үлһә йыназаһына бар!Еләк-емеш алһаң,күрш еңә лә бир! Әгәр бирә алмайһың икән, күрһәтмәй генә керт, балаңдың ҡулына биреп тә урамға сығарма, уның балаһын ымһындырма!
4)Яманлығына сабыр ит.Күршең алама булһа ла, уға яҡшы мөнәсәбәттә бул.Уға яманлыҡ менән яуап бирһәң, арағыҙҙағы дошманлыҡ та,уның зарары ла артыуы ихтимал.
9 август көнө Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда 2022 йылда Рәсәйҙә иғлан ителгән халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм быуындар бәйләнеше йылына арнап ,"Күрше хаҡы- тәңре хаҡы" исемле бик бай йөкмәткеле сара булып үтте.
Әбүбәкер ауылында ғүмер буйы йәшәп күршеләре менән аралашып татыу йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырҙылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Ни өсөн кәрәк булды һуң был кисә? Кеше менән кеше аралашырға һөйләшергә, ниндәйҙер яңылыҡты уртаҡлашып йәшәргә тейеш.
Әбүбәкер ауылында кисәгә шундай апайҙарҙы саҡырҙылар. Улар ғүмер буйы күршеләре менән татыу йәшәп, асыһын-сөсөһөн татыған, бер-береһен яҡшы белгән күршеләр.
Сараның башында, күршеләр үҙҙәре менән таныштырып, нисә йыл бер- береһе менән күрше булып йәшәүҙәрен, нисек йәшәүҙәрен, күрше булып йәшәгән дәүерҙәге ваҡиғалар тураһында һөйләп хәтер йомғағын һүттеләр.
Ғөмүмән, сара бик ҡыҙыҡлы барҙы. Байрамдың аҙағында күршеләр әңгәмәләрен сәй өҫтәле янында дауам итте.

 

Автор:Гульдар Кадаева