АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
19 Июль 2022, 19:30

Миҙал алып ҡыуанды

Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылы ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе, 3 -сө округ депутаты Сәфәрғәлина Фәнисә Салауат ҡыҙы «Милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Награданы Баймаҡ районы Манһыр ауылында "Ер ҡото" этнофестивалендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина тапшырҙы. Фәнисә Салауат ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Миҙал алып ҡыуанды
Миҙал алып ҡыуанды

Халыҡ дауалаусылары «Ер ҡото» фольклор фестивале  Манһар ауылында халыҡ дауалаусыларын йыйҙы. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.

Автор:Гульдар Кадаева