АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
20 Май 2022, 11:15

Тырыштарҙы бәхет ташламай

Оҙаҡ йылдар Сибай музыка мәктәбендә хужалыҡ мөдире булып эшләгән инәй менән күрешеп һөйләшер өсөн йәшәгән фатирын эҙләп киттем. Ғүмерҙә лә белмәгән кешене үҙемсә күҙ алдына килтерәм: моғайын, алсаҡтыр, йөҙөнән нур бөркөләлер, күҙҙәре осҡон сәсәлер… Йәшәгән өйө бөхтәлер, ә үҙе ыҫпай ғыналыр. Йәтеш, ыҡсым кәүҙәһенә милли күлдәк кейгәндер, тәңкәләре сылтырлап торған селтәре лә барҙыр.

Тырыштарҙы  бәхет ташламай
Тырыштарҙы бәхет ташламай

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы, береһе һүнһә, береһе яныр. Шулай ти халыҡ әйтеме. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Вазифа Ғилметдин ҡыҙы Ишбаева-Мәсәлимова менән танышҡас, халыҡ әйтеменең хаҡлығына тағы бер ҡат инанаһың.
Оҙаҡ йылдар Сибай музыка мәктәбендә хужалыҡ мөдире булып эшләгән инәй менән күрешеп һөйләшер өсөн йәшәгән фатирын эҙләп киттем. Ғүмерҙә лә белмәгән кешене үҙемсә күҙ алдына килтерәм: моғайын, алсаҡтыр, йөҙөнән нур бөркөләлер, күҙҙәре осҡон сәсәлер… Йәшәгән өйө бөхтәлер, ә үҙе ыҫпай ғыналыр. Йәтеш, ыҡсым кәүҙәһенә милли күлдәк кейгәндер, тәңкәләре сылтырлап торған селтәре лә барҙыр.

Бына әйтелгән адресҡа килеп еттем. Һаҡ ҡына ишек шаҡыйым һәм мине бәләкәй кәүҙәле, аҡ йөҙлө, ихлас, итәғәтле, башына килешле генә итеп яулыҡ ябынған инәй ҡаршы алды. Хас мин күҙ алдына килтергәнсә! Бер бүлмәле фатирҙа тулы тәртип. Ысынлап та, ул бөхтә итеп йыйыштырылған. Стенала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли күлдәге, камзулы, селтәре элеүле тора, ә диванда дини китаптар, тәсбих ята.
—Инәй, милли күлдәк кейеп ҡайҙа йөрөйһөгөҙ?
—Үҙем тегеп алдым уны. Ҡунаҡтарға, туйҙарға милли кейемдә барам,—тип йылмайҙы Вазифа инәй.
Вазифа Ғилмитдин ҡыҙы Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған. Биш малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ ағаларына арҡаланып ҡына, иркәләнеп кенә үҫә. Әммә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар үҙенекен итмәй ҡуямы һуң? Балаларын яңғыҙ тәбиәләгән әсәләре иртә таңдан ҡара кискәсә эштә була. Бәләкәй Вазифа ағаларына эйәреп йорт эштәрен эшләргә, һыйыр һауырға өйрәнеп ала. Уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ тырышып уҡый ҙа. Кәрешкәлә, унан Татлыбайҙа 4 йыл уҡый. 8-се класты бөткәс, Сибайға педагогия училищеһына килә. Башҡа имтихандарҙы яҡшы тапшырһа ла, рус теле уға ауырыраҡ бирелә. Училищеға инә алмағас, әсәһе: “Ярай, һауынсы булып эшкә төш тә ҡуй”,—ти. Ә Вазифа уҡырға теләй һәм һуңғы ике йылды уҡып бөтөр өсөн Иҫке Сибай мәктәбенә китә. Унан Баймаҡта 9 ай буйына һатыусылар курсында белем ала.
—Ағайҙарыма арҡаланып үҫһәм дә үҙ һүҙле генә булғанмын. Бер ҡасан да кешегә һалынып ултырманым. Әсәйем: “Эшләй алмайым, тип әйтмәгеҙ. Кеше эшләмәҫлек эш юҡ ул. Түҙемле, сабыр булығыҙ”,—ти торғайны. Уның был һүҙҙәре ғүмер буйы мине оҙатып йөрөнө. Һатыусылар курсын бөтһәм дә Кәрешкәлә мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләнем. Йырларға яратам, мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡмын. Кейәүгә сығып, ике ҡыҙға—Гөлдәргә һәм Дилбәргә ғүмер бирҙем. Йәнйегеттә, Төркмәндә йәшәнек. Әммә иремдән уңманым, йәш кенә балаларым менән айырылырға тура килде,—тип Вазифа инәй башынан үткән ваҡиғаларға төшөп китте.
Мәҡәлә башында әйткәйнем: ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы, бе-реһе һүнһә, береһе яна. Вазифа Ғилмитдин ҡыҙы тиҙҙән һөйгән йәрен осрата. Үҙенән 14 йәшкә оло була ул. Бында ла әсәһе: “Һиңә ир табылыр, балаға атай буламы? Яҡшы кеше бит”,—тип фатихаһын бирә. Шулай итеп, ул Ғәйнулйән Мәсәлим улы менән тормош ҡороп ебәрә, Илдар исемле улға ғүмер бирәләр. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ғәйнулйән йәш сағында туғандарына тип Кәрешкәгә кил-
гәндә туп уйнап йөрөгән Вази-фаның оҙон сәстәренә һоҡланып ҡарап торған була. Яҙмыш бер мәл ошо икәүҙе ҡауыштырыр тип кем уйлаһын ул саҡта?
—Ғәйнулйән бик ипле, яҡшы кеше булды. Тик күҙ ауырыуына дусар булып, 25 йыл күрмәне, 1-се төркөм инвалиды булды. Ҡыҙҙарымды үҙ ҡыҙҙарындай баҡһа, унан Гөлдәрҙең Ринат исемле улын үҙ ейәнеләй күреп тәбиәләште мәрхүмкәй,—тип йылы хистәр менән иҫкә ала ирен Вазифа инәй.
Әле ул-ҡыҙҙарының ғына түгел, үҙҙәре үҫтергән Ринаттың да ғаиләле булып, балалар тәрбиләп йәшәгәненә ҡыуанған Вазифа инәйҙе ҡалала белмәгән кеше һирәктер. Кем музыка мәктәбендә уҡып киткән улар әле лә урамда күреп ҡалһа: “Ой, наша өләсәй-ка идет”,—тип ҡосаҡлап ала икән.
—Сибайға килеп музыка мәктәбендә лә эшләп китеүе еңел булманы. Башҡорттар араһында үҫкән баҫалҡы ауыл балалары шул бит инде. Бөтәһе лә тиерлек урыҫ, русса һөйләшә. Әйтер һүҙеңде лә еткерә әйтеп булмай. Әммә бирешмәнем. Ул ваҡытта эшләүе ауыр ине. Хужалыҡ мөдире булғас, бөтә нәмәне үҙем йүнләнем, ҡаланы көнөнә әллә нисә урап, кәрәк нәмәне ай-вайына ҡуймай юллап бөтә инем. Хеҙмәт стажым 46 йыл. Эштә хөрмәт иттеләр, Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнеләр, Хеҙмәт ветераны тигән миҙалым бар,—ти инәй.
Вазифа Мәсәлимова хаҡлы ялға сыҡҡас та тағы 10 йыл үҙ эшен яратып башҡара. Унан иһә йөрәгенә операция эшләтеп өйҙә ултырырға мәжбүр була. Ҡул ҡаушырып өйрәнмәгән Вазифа инәй буй юрғандар тегеү, бәйләү менән шөғөлләнә, селтәрҙәр эшләй. Әле яңыраҡ күҙенә операция эшләткәс, ул эштәрен дә ситкә ҡуйып торған. Тәсбих тартып, доғалар ҡылып, илгә именлек һорай ул бөгөн. “Бер ейәнем Украинала. Имен генә ҡайтһын балалар. Донъя тыныслығы—ҙур бәхет ул. Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк”,—ти тиҙҙән үҙенең 75 йәшен тултырасаҡ Вазифа Ғилмитдин ҡыҙы.
Инәйҙең изге теләктәренә ҡу-
шылабыҙ һәм юбилярҙың үҙенә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Бала-ларының үтенесе буйынса яҙылған мәҡәләне ҡыҙ-улдарының шиғри сәләме менән тамамлайбыҙ:
Һин бит, әсәй,
беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй,
мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!

Автор:Резеда Валиева