Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
28 Апрель 2022, 15:55

ҠЫРҠ СЫРАҠ

Кисә Сибай филармонияһында матур тамаша үтте. "Ҡырҡ сырағым" тип аталды ул. Бынан ике йыл элек, филармония асылғанға тиклем, ул А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителгәйне. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәсимә Ғиззәтуллина ҡатнашлығындағы моноспектакль күптәрҙең күңеленә хуш килде. Әҙәби - музыкаль кисәнең сценарий авторы Миләүшә Ҡаһарманова әйтеүенсә, Нәсимә оҫтарғандан оҫтара. Кисәге тамашала бөтә ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышын бер тынала, һәр төрлө образға инеп кәүҙәләндерә алды ул.

ҠЫРҠ СЫРАҠ
ҠЫРҠ СЫРАҠ

Эйе, шиғыр юлдарына әллә күпме ҡатын - ҡыҙ яҙмышы һалынған. Барыһы ла ябай ғына, аңлашылып тора һымаҡ. Сөнки тормоштан алынған. Бәхетен балаһында, ғаиләһендә тапҡаны, эскелеккә батҡаны, ғәйбәт һатҡаны, һуҡыр ҡалып та күңел күҙе менән донъяға баҡҡаны, намыҫ һаҡлап һыу төбөнә киткәне, эшкә бөтмөрө, яңғыҙ ҡалғаны, хыянат кисергәне, улын көткәне, ғашиҡ булғаны һ.б. Ҡатын - ҡыҙ яҙмышы тулыһынса бер моно спектаклгә һыйған...
Яҙып аңлатырлыҡ түгел, барып күрергә кәрәк. Һәр төрлө ҡатын образына инеп, уны оҫта һынландырған Нәсимә Ғиззәтуллинаға рәхмәт!

--Һүҙ Ғали йәнәптәренең тантанаһында булдым. "Ҡырҡ сырағым" әҙәби-музыкаль кисәһен күптән көтә инем. Ике сәғәткә яҡын һүҙ тылсымы тәъҫирендә Нәсимәнең образдары менән бергә берсә һағышландыҡ, берсә иланыҡ, берсә ҡанатландыҡ. Моноспектаклдә 12 йәшендә генә кейәүгә бирелгән, ҡырағаһыҙ, ипле, иманлы ҡәртәсәйемде таныным, яңғыҙ ҡатын образында йәшләй генә тол ҡалып, дүрт балаһына ел-ямғыр тейҙермәй, намыҫына тап төшөрмәй олоғайған әсәйемде күреп, үҙәгем өҙөлдө, Нәсимәнең геройҙары менән бергә ҡанатландым, уйландым, һәр береһендә яҡындарымды, таныштарымды шәйләнем, ҡатын-ҡыҙҙың асылын ҡабат астым, Нәсимә менән бергә балаларыма тип йүгереп йөрөп аш-һыу әҙерләнем. Өләсәйемдәрҙең уңғанлыҡтары, тырышлыҡтары арҡаһында етеш йәшәгән, мал-тыуары туғай- туғай булып йөрөгән хәстәрлекле ғаиләһенең фажиғәһен ҡабат кисерҙем. "Былт-былт итеп торған" сыраҡтарым балҡып китте.
Халыҡ шиғри һүҙгә һыуһаған. "Йөрәк һүҙе" проектының ҙур уңыш ҡаҙаныуының бер сәбәбе халҡыбыҙҙың сәсәнлегендә. Сөнки беҙҙең туған телебеҙ- шиғыр теле, сәсән теле, һөйөү теле. Тик матур һүҙҙәр әйтә торған тел. Бына ошоно тағы бер тапҡыр иҫбатланы Нәсимә Ғиззәтуллина-Сафина. Сценарий авторы Миләүшә Ҡаһарманова, режиссер Вәкил Йосопов афариндар,--тип яҙа үҙ сәхифәһендә тамашасыларҙың береһе Ләлә Рафиҡова.

 

Ысынлап та, күркәм тамаша булды. Әйткәндәй, кисәгә Өфөнән "Йөрәк һүҙе" проекты авторы Нәйлә Сәфәрғолова, Зилә Дибаева, "Һәнәк" журналы мөхәррире, яҙыусы, журналист, әлеге кисәнең сценарий авторы Миләүшә Ҡаһарманова килгән ине.
Тамаша алдынан "Һәнәк" журналына яҙылыу ойошторолдо. Яҙылыусыларға "Бетерә шаршыһы" китабы бүләк ителде.

Автор:Резеда Валиева