АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
18 Март 2022, 10:40

Ижади ҡарашлы ханым

Ҡайсаҡ юлыбыҙҙы шундай уникаль кешеләр осрай, гүйә улар, беҙҙән айырмалы рәүештә, гел генә ер шарының ҡояшлы яғында көн күрә. Ундайҙарҙың тормоштарында сағыу төҫтәр күберәк була.

Ижади ҡарашлы ханым
Ижади ҡарашлы ханым

Ҡайсаҡ юлыбыҙҙы шундай уникаль кешеләр осрай, гүйә улар, беҙҙән айырмалы рәүештә, гел генә ер шарының ҡояшлы яғында көн күрә. Ундайҙарҙың тормоштарында сағыу төҫтәр күберәк була.

Мәҡәләм геройы Нәзирә Мәрүән ҡыҙы Мөхәмәтҡужина үҙен белә-белгәндән алып тормошҡа ижади ҡараш менән баға. Ул бала саҡтан тегергә, сигергә, бәйләргә ярата. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән күңел тыныслығы, дәрт-илһам ала ул. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып буй еткергән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас Магнитогорск ҡалаһында мозаика-плитә йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Өс йыл тырышып эшләп, социалистик ярыш еңеүсеһе исемен алып, тыуған ауылына ҡайтып төшә. Үҙенең һөнәре буйынса эш булмағанлыҡтан һатыусы булып урынлаша. Артабан биш йыл дауамында Түбә теген фабрикаһында эшләй. 1985 йылда Түбәнге Иҙрис ауылы егете Ғәйфулла Ғәйнулла улына кейәүгә сыға.

--Тормош иптәшемде Үрге Иҙрис мәктәбенә директор итеп тәғәйенләгәс, киләсәгебеҙҙе тап ошо ауыл менән бәйләргә булдыҡ. Ата-әсәләр һорауы буйынса мәктәптә «Оҫта ҡулдар» түңәрәген астым. Шулай итеп, артабанғы яҙмышымды уҡытыу эше менән бәйләргә ҡарар иттем. Сибай педагогия колледжында ситтән тороп хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәренә уҡып алдым. Мәктәптә 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Уҡыусыларымды ҡул эшәренең бар төрөнә лә өйрәттем. Хатта кейеҙ баҫыу, балаҫ бәйләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерҙек. Балалар менән төрлө күргәҙмәләргә, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ,—тип үҙенең тормош йомғағын һүтә Нәзирә Мәрүән ҡыҙы.

Хаҡлы ялға сыҡһа ла, тик ултырырға яратмай ул. Элекке йыл оло йәштәге ауыл ҡатындарын ауыл китапханаһына йыйып, ҡул эштәре менән шөғөлләнә башланыҡ. Ошо маҡсатта махсус «Оҫта ҡулдар» клубы ойошторола. Нәзирә апай хәситә, муйынсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шулай уҡ, бергәләшеп 3 D технологияһы буйынса ҡорама ҡорайҙар, ултырғыс түшәктәре, бәләкәй яҫтыҡтар (буфы) эшләйҙәр. Кистәрен таҫтамал сигеү менән мәшғүл улар.

Һәр нәмәгә ижади ҡараш менән баҡҡан Нәзирә ханым төҫлө йөн ярҙамында сағыу картиналар эшләү алымын да үҙләштергән. Өй стенаһында эленеп торған һүрәттәрҙән йылылыҡ бөркөлөп тора.

Ә хужабикәнең иң яратҡан шөғөлө быйма баштары баҫыу. Бына 10 йыл тирәһе Нәзирә Мәрүән ҡыҙы балаларға өлкәндәргә тәғәйенләнгән йомшаҡ ҡына, йәтеш кенә быйма баштары етештерә. Бының өсөн хәстәрлекле ҡатын алдын көҙгө һарыҡ йөндәрен әҙерләп, теттереп ҡуя.

—Бер пар быйма башына 300-400 грамм йөн китә. Тәүҙә йөндө өлгөгә һалып, һабынлы һыу менән ҡатҡансы әүәләйем. Унан уртаһынан өлгөнө сығарып алып, йөндө бысрағы бөткәнсе йыуам. Һуңынан ҡалып кейҙереп тағын әүәләйем. Махсус инструмент ярҙамында эшкәртеү үткәс, быйма башы формаһы килеп сыға. Уны, икмәк бешергәндән һуң ҡалған йылы мейестә тотоп, киптерәм. Әҙер булғас, фальцевать итеү өсөн тәғәйенләнгән энә менән биҙәк төшөрәм. Төрлө семәр һәм сәскәләр менән биҙәү өсөн төҫлө йөндәр ҡулланам,—тип үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша Нәзирә апай. Ҡул көсө һәм күҙ нурҙарын ҡушып әүәләгән быйма баштары бүләккә лә, һатыуға ла уңайлы икән. Йылылығы һәм дауалау көсөнә эйә булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.

Оҫтабикә үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә даими эш алып бара.Ҡасандыр өләсәһенән, әсәһенән үҙләштергән тегеү эшен дә бер ваҡытта ла ташлағаны юҡ уның. Заказ буйынса милли кейемдәр, үҙе йөрөгән «Гәүһәр» ансамбле ағзаларына концерт костюмдары теккән. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле инде. Нәзирә Мәрүән ҡыҙы йырып сыҡҡыһыҙ йорт-ихата эштәрен атҡарып, ауыл биләмәһендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Ул йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғыр ҙа ятлай. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә ваҡыт таба.

Улар тормош иптәше Ғәйфулла Ғәйнулла улы менән 3 ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Тимур менән Азат үҙ ғаиләләре менән Сибайҙа йәшәй, Азаматтары ла яҙмышын таусылар ҡалаһы менән бәйләгән. Бәхетле өләсәй менән ҡартатай ике ейәне, бер ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Нәзирә апай ейәндәренә лә милли кейемдәр тегеп кейҙергән. Киләсәктә ейәнсәренә үҙ һәләтен өйрәтеп ҡалдырырға ниәтләй оҫта ҡуллы ханым.

Альбина Таһирова.

Һүрәттә: Нәзирә апайҙың ҡул эштәре өлгөһө

Автор:Резеда Валиева